Remove ads
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта кодтарын булдыра From Wikipedia, the free encyclopedia
ISO 4217 (ИСО 4217) — Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта кодтарын урынлаштыра. Был кодтарҙың төп ҡулланылыу даирәһе — халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡараған документтар һәм мәғлүмәттәр, шулай уҡ валюта атамаһын кодлы йә ҡыҫҡа формала, шул уҡ ваҡытта бутауҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп билдәләү талап ителгән коммерция йә банк эшмәкәрлеге; донъяның ҡайһы бер валюталары бер төрлө атама йөрөткәнгә (АҠШ доллары, Канада доллары, Австралия доллары һ.б.) был айырыуса мөһим[2][3].
ISO 4217 | |
Башланыу датаһы | 1978 |
---|---|
URL |
six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL | six-group.com/en/product… |
Яуаплы | SIX Financial Information[d][1] |
Орган по стандартизации | ISO |
Международная классификация стандартов | 03.060 |
Стандарттың ғәмәлдәге редакцияһының рәсми атамаһы:
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы 18 500 самаһы стандарт эшләгән; ISO 4217 иң ҙур һорау менән файҙаланған һигеҙ стандарт исемлегенә[7] һәм ISO үҙе киң таратырға тырышҡан өсәү араһына инә[8].
Төп нөсхәлә стандарт инглиз һәм француз телдәрендә нәшер ителә[3]. Рус теленә һәм донъяның башҡа телдәренә Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан авторлаштырылған рәсми тәржемә эшләнмәй.
ISO 4217 Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының ағзаһы булған илдәргә тәҡдим рәүешендә тапшырыла. Уның нигеҙендә милли стандарттар төҙөлә, мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы[9] йәки Украинаның Валюталар классификаторы (укр. uk:Класифікація валют uk:Класифікація валют)[10]. Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән Европа берлеге сиктәрендә, ISO 4217 үҙе ҡулланыла[11].
ISO-ның рәсми сәйәсәтенә ярашлы, ISO 4217 кодтарын файҙаланған өсөн түләү алынмай[8].
ISO 4217 стандарты өҫтөндә эш БМО-ның Европа иҡтисад комиссияһы Халыҡ-ара сауҙа процедураларын ябайлаштырыу буйынса эш төркөмө тарафынан 1970 йылда башлана. 1973 йылда эшкә Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) белгестәре ҡушыла. 1978 йылдың февралендә стандарт ҡулланыуға тәҡдим ителә[2].
Артабан стандарт бер нисә тапҡыр яңыртыла. Беренсе редакцияһы (ISO 4217:1978) валюталарҙың хәрефле билдәләренән генә тора. Һанлы кодтар — икенсе редакцияһына (ISO 4217:1981), ә ваҡ аҡса берәмектәре тураһындағы мәғлүмәттәр өсөнсө редакцияһына (ISO 4217:1987) индерелә. Әле ғәмәлдә булған етенсе редакция (ISO 4217:2008) түбәндәге киҫәктәрҙән тора[12]:
Һәр валюта буйынса түбәндәгеләр күрһәтелә:
Валюта фондтары таблицаһы уға индерелгән аҡса берәмектәренең ҡыҫҡаса тасуирламаһынан тора. Стандарттан сығарылған валюталар исемлегенә уларҙың әйләнештән сығарылыу йылы өҫтәлгән. Стандартҡа индерелгән төҙәтеүҙәрҙә ҡайһы берҙә валютаны индереүҙең аныҡ датаһы, үҙгәртеүҙәр индереүҙең сәбәптәре килтерелә.
Стандарттың яңы редакцияларын эшләү өсөн яуаплы профилле комитет — TC 68/SC 7 «Банк эше һәм тейешле финанс операциялары / Төп банк операциялары». Стандарт тураһында һәр кем ала алған асыҡ мәғлүмәтте көнүҙәк хәлдә тотоуҙы тормошҡа ашырыусы рәсми ойошма — SIX Interbank Clearing агентлығы[16], ул үрҙә һаналған материалдарҙы яңыртып тора, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә түбәндәгеләрҙе нәшер итә[12]:
Стандарттың рәсми телдәре — инглиз һәм француз телдәре[3], валюталарҙың атамалары шул телдәрҙә бирелә. Ҡайһы бер аҡса берәмектәре өсөн иҫкәрмә яһалған: уларҙың атамаһы стандартта төп нөсхәлә бирелә — испан телендә (мәҫәлән, Uruguay Peso en Unidades Indexadas — индексланған берәмектәрҙә Уругвай песоһы).
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһында Рәсәйҙән Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы (Росстандарт) вәкиллек итә[19]. Әммә уның сайтында ISO 4217 (ОКС 01.120) тураһында дөйөм мәғлүмәт кенә бар[20]. Рус теленә тәржемә лә, стандарттың башҡа телдәргә тәржемәһенең көнүҙәк версияларына тура һылтанмалар ҙа Росстандарт сайтында юҡ[21].
ISO 4217 стандарты кодын биреүҙең дөйөм принциптары Халыҡ-ара сауҙа процедураларын ябайлаштырыу буйынса эш төркөмө тәҡдимдәрендә, шулай уҡ ISO сайтындағы ярҙамсы материалдарҙа тасуирлана[2][3][22].
ISO 4217 кодының тәүге ике хәрефе, ҡағиҙә булараҡ, валюта органдарының йә улар урынлашҡан территорияның (дәүләттең) ҡабатланмаҫ кодынан тора һәм күп осраҡта ISO 3166-1 «Илдәр атамалары өсөн кодтар» стандартының альфа-2 кодтарына тап килә. Валюта аныҡ бер дәүләт менән бәйләнмәгән осраҡта (мәҫәлән, коллектив йә хосуси валюталар), валюта органына X хәрефенән башланған ике хәрефле махсус код бирелә. Валюта фондтарының һәм ҡиммәттәренең (мәҫәлән, затлы металдар) кодтары ла ошо хәрефтән башлана.
Стандартты ҡулланыу буйынса тәҡдимдәргә ярашлы, валютаны атау талап ителмәгәндә йә код аныҡ валюта күҙҙә тотолғанына ишаралаған өҫтәмә ялан менән бергә ҡулланылғанда, уны идентификациялау өсөн кодтың тәүге ике хәрефе етә. Әгәр валютаның төрҙәрен айырыу талап ителһә йә валюта идентификаторы бирелгән өҫтәмә ялан булмаһа, уның функцияһын алфавит кодының өсөнсө хәрефе башҡара, был өсөнсө хәреф, ҡағиҙә булараҡ, аҡса берәмегенең инглизсә атамаһының беренсе хәрефенә тап килә (dollar — D, pound — P, franc — F).
Әгәр стандарт йәшәгән ваҡыттан алып (1978 йылдан) ниндәй ҙә булһа дәүләттә валюта алмашынһа һәм кодтың валюта атамаһының беренсе хәрефенә тап килгән өсөнсө хәрефе ҡулланыуға индерелеп өлгөргән булһа, яңы аҡса берәмеге кодының өсөнсө хәрефе итеп N (ингл. new — яңы) алына.
Өс урынлы һанлы кодтар, ҡағиҙә булараҡ, илдең ISO 3166-1 стандартындағы һанлы кодына тап килә, был стандарт ошо өлөштә БМО Секретариаты Статистика бүлеге ҡушҡан ил кодын ҡабатлай. Мәҫәлән,
Шуныһы: үрҙә һаналған ҡағиҙәләр күпселек осраҡтар өсөн хас, әммә был ҡағиҙәләргә иҫкәрмәләр ҙә бар.
Стандарт кодтар миҫалдары:
АҠШ доллары нигеҙендәге валюта фондтары өсөн код миҫалдары:
Бер дәүләттең бер нисә валютаһы өсөн кодтар миҫалдары:
Коллектив һәм хосус валюталар кодтары миҫалдары:
Затлы металдар өсөн кодтар миҫалдары (ике һуңғы хәреф металдың Химик элементтарҙың периодик системаһындағы билдәһенә тап килә):
Иҫкәрмәләр миҫалдары:
Валюталар һәм валюта ҡиммәттәренән тыш, ISO 4217 стандартында ике техник код бар:
Стандартты булдырыу көнөнә тиклем индерелгән һәм 1978 йылдан һуң әйләнештән сыҡҡан ҡайһы бер валюталар өсөн ISO 4217 шартлы хәрефле кодтар бирә һәм уларҙың стандарт код түгеллеген билдәләй, мәҫәлән:
Стандарт ваҡ аҡса берәмектәренең булыу-булмауын, булһа — база валютаһына нисбәтен дә тасуирлай. Бының өсөн 0, 2, 3 һандары йә N.A. аббревиатураһы ҡулланыла һәм түбәндәгене аңлата:
ISO 4217 стандартын яңыртыу түбәндәге осраҡтарҙа башҡарыла:
Стандарттың 2011—2012 йылдарҙағы төп яңыртыуҙары[18]:
Валюта кодтарының һәм атамаларының тап килеүе ҡәтғи отчётлы документтарҙа, шулай уҡ валюта тураһында мәғлүмәтте ҡыҫҡа һәм теүәл итеп биреү кәрәк булған осраҡтарҙа ISO 4217 стандартын ҡулланыуҙы еңелләштерә. Атап әйткәндә, бындай осраҡтарға түбәндәгеләр инә:
Рәсәй Федерацияһында ISO 4217-нең өс урынлы һанлы кодтары банк счёттарын формалаштырыу (символдарҙың икенсе төркөмө) өсөн ҡулланыла, ул был счёттың ниндәй валютала асылғанын күрһәтә. Әммә милли валюталағы счёттарҙы номерлағанда 810 коды ҡулланыла, ул ISO 4217 стандартында — 1998 йылда номинацияланғанға тиклемге Рәсәй һумына, ә ISO 3166 стандартында СССР кодына тап килә; Рәсәй һумының ағымдағы һанлы коды — 643[31].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.