Мөгөҙлө эре мал

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мөгөҙлө эре мал
Remove ads

Мөгөҙлө эре мал (урыҫса аббр. КРС) — — ауыл хужалығы хайуандары, башҡорттар был төр малды «һыйыр малы» тип атай.

Ҡыҫҡа факттар Этот таксон является источником ...
Thumb
Ярослав тоҡомло һыйыр
Thumb
Һыйырҙар һәм фермалар
Thumb
Мал һуғарыу

Һыйыр малының төп тәғәйенләнеше — ит һәм һөт, тире һәм һирәкләп йөн етештереү , шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә файҙаланыу. 2010 йылдар башында бар донъяла 1,3 — 1,4 миллиард баш һыйыр малы була[1]

Remove ads

Енесе һәм йәше буйынса классификация

  • Эш үгеҙе — быҙау сағында бестерелгән өс йәштән олораҡ иркәк.
  • Һыйыр — быҙаулаған орғасы.
  • Нәҫел үгеҙе — бестерелмәгән өс йәштән олораҡ иркәк.
  • Үгеҙ быҙау, үгеҙ башмаҡ — өс айҙан ҙурыраҡ, әммә өс йәштән өлкән түгел бестерелмәгән иркәк .
  • Үгеҙ-кастрат — өс айҙан ҙурыраҡ, әммә өс йәштән өлкән түгел бестерелгән иркәк.
  • Имсәк быҙау — 14 көнлөктән өс айға тиклемге башлыса имгән быҙауҙар.
  • Тана — әле бер ҙә быҙауламаған орғасы.
  • Тыуса һыйыр — тәүге тапҡыр быҙаулаған орғасы.
  • Бер ҙә быҙауламаған һыйыр малы.
Remove ads

Үрсеүе

Ҡасмай ҡалған һыйыр малы — тыу, ҡасҡаны, быҙауларға тейеше — быуаҙ тип атала.

Һыйыр малы һаны

2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбенә ярашлы, Рәсәйҙә 2006 йылдың июленә 23 514,2 мең баш эре мөгөҙлө мал булған. Уларҙың:

  • 11 225,5 меңе ауыл хужалығы ойошмаларында.
  • 979,5 мең башы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа.
  • 11 309,2 мең башы граждандарҙың коммерцияға ҡарамаған берекмәләрендә .

Рәсәйҙә итле тоҡом һыйыр малы дөйөм күрһәткестең 1,5 % тура килә, һарыҡ дөйөм эре мөгөҙлө мал. 98 % ит һөтлө тоҡом һыйырҙарҙан алына.

2016 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә эре мөгөҙлө мал 18 753 меңгә тиклем кәмегән. Уларҙың һаны:

  • 8 356 мең ауыл хужалығы ойошмаларында.
  • Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 2 380 мең башҡа тиклем артҡан.
  • Йорт хужалыҡтарында 8 017 мең башҡа еткән.


Remove ads

Глобаль йылылыҡ артыуға йоғонто

Һыйыр малын үрсетеү глобаль йылылыҡ артыуға һиҙелерлек йоғонто яһай]]. Быға мал эсәктәрендә яҡынса 10 % антропоген парник газдары барлыҡҡа килеү булышлыҡ итә. [2]Шуға күрә был газдарҙың бүленеп сығыуын кәметеү ысулдары буйынса эксперименттар үткәрелә, ит ашауҙы кәметеү буйынса төрлө ойошмалар тарафынан пропаганда бара[3].

Һыйыр малының төп тоҡомдары

  • Герефорд тоҡомо
  • Абердин-ангус тоҡомо
  • Голланд тоҡомо
  • Холмогор тоҡомо
  • Ҡыҙыл дала тоҡомо
  • Айршир тоҡомо
  • Ярослав тоҡомо
  • Симменталь тоҡомо
  • Сычев тоҡомо
  • Швицкая тоҡомо
  • Кострома тоҡомо
  • Ҡалмыҡ тоҡомо
  • Шароле тоҡомо
  • Лимузин тоҡомо
  • һәм башҡалар.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading content...

Һылтанмалар

Loading content...
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads