Көрәш

From Wikipedia, the free encyclopedia

Көрәш

Көрәш (милли көрәш) — башҡорттарҙа борондан килгән милли спорт төрө, ике көрәшсенең ҡапма-ҡаршы тороп бер‑береһенең биле аша билбауҙы (ҡушаҡты) ике ҡул менән эләктереп, үҙ-ара алышыуы. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа таралған, Һабантуй һәм йыйын байрамдарының мөһим элементы булып тора.

Thumb
Башҡорт көрәше. 21 февраль 1913 йыл.

Тарих

Көрәш борондан алып бөгөнгәсә һабантуй, йыйын, майҙан һәм башҡа халыҡ байрамдарының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шулай уҡ көрәш буйынса ярыштар Ураҙа, Ҡорбан һәм башҡа дини байрамдары ваҡытында ла ойошторолған[1].

«Алдар менән Зөһрә», «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпостарында һәм башҡа ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында көрәш элементтары күрһәтелә. «Ҡуҙыйкүрпәс» эпосында Ҡарабайҙың улы Ҡуҙыйкүрпәсте көрәшергә өйрәтеүе һүрәтләнгән[2].

Х быуатта Әбүғәлисина билдәләүенсә, көрәш — һаулыҡты һәм рухты нығытыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе[3].

XVIII быуатта этнограф И. И. Лепёхин башҡорт көрәшенең урыҫтарҙыҡынан айырмалы үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған: «урыҫтарҙан айырмалы рәүештә башҡорт көрәшселәре билбауҙың (ҡушаҡтың) остарын ҡул суғына уратып, бер-береһенең арҡалары аша һалалар»[2]. Лепёхин буйынса, һабантуйҙағы ат сабышы бәйгеһендә әгәр ҙә ике ҡатнашыусы алға сыҡһа, уларҙы көрәштереп төп еңеүсене билдәләгәндәр[2][4]. Һуңыраҡ башҡорт милли көрәше хаҡында И. Г. Георги, В. М. Черемшанский, С. Г. Рыбаков, П. М. Кудряшов, М. И. Өмөтбаев, С. И. Руденко, Н. В. Бикбулатов, Л. И. Нагаева үҙҙәренең хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырғандар[5].

Thumb
Һабантуйҙа көрәш

Шағир-декабрист П. М. Кудряшов көрәште башҡорттарҙың өс төп хәрби уйындарына индерә һәм унда ауырлыҡ категориялары булмауы тураһында яҙа[2]. 1833 йылда Н. Н. Кафтанников башҡорт ауыҙ-тел ижады мотивтары буйынса яҙылған «Арслан-Бабр» повесын баҫтырып сығара. Бында көрәштең ҡағиҙәләре һәм техникаһы тасуирлана, уларҙың ҡайһылары хәҙерге заманда осрамай[4]. Башҡорт мәғрифәтсеһе М. И. Өмөтбаев билдәләүенсә, дөрөҫ башҡорт көрәшендә ике ысул бар — көрәштәште күтәреү һәм уны үҙеңдең күкрәгеңә һалып, аҙыраҡ эйелгән килеш аяҡ аҫтына йәки ситкәрәк ташлау. Уның буйынса, былар бик тиҙ эшләнә, ә башҡа ысулдар иҫәпкә алынмай һәм приз алыуға хоҡуҡ бирмәй[2].

1920-cе йылдарҙа көрәш цирк тамашалары программаһына керә. 1932 йылда тәүге тапҡыр Урал‑Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә, был ярыштарҙа көрәшсе Х. М. Әминев абсолют чемпион исемен яулай[6]. 1934 йылда Башҡортостан юғары физик культура советы Өфөлә ауыр атлетика мәктәбен ойоштора, бында милли көрәш ысулдарын өйрәтеүгә айырым иғтибар бүленә[1].

1948 йылдан алып Башҡорт АССР-ында көрәш буйынса төрлө йәш категорияһындағы республика чемпионаттары уҙғарыла башлай[6]. 1959 йылда Бөтә Рәсәй спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы Көрәш буйынса бөтә Рәсәй секцияһын төҙөй, шул уҡ йылда Башҡортостанда бындай секция ойошторола. 1960 йылда Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса тәүге тапҡыр РСФСР чемпионаты үткәрелә, бында Х. М. Йосопов чемпион исемен яулай[1].

1960-сы йылдар аҙағында Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1970-се йылдар башында «Уңыш» ДСО‑һы ҡарамағында көрәш буйынса секциялар булдырыла. 1972 йылда көрәш буйынса тәүге РСФСР спорт мастерҙары билдәләнә, улар — Г. Л. Ҡоҙаҡаев, Р. Ғ. Мортазин, Ф. Ғ. Ҡотдосов һәм М. Мәмлиев[2]. 1991 йылда Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, 1999 йылда — Сибай институтында милли көрәш бүлексәләре асыла[6].

1966 йылда Башҡортостанда Милли көрәш федерацияһы эшләй башлай[6]. 1977 йылдан алып «Ленинсе-Ленинец» гәзите призына республика үҫмерҙәре араһында көрәш буйынса «Йәш батыр» ярыштары уҙғарыла, ә 1984 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите призына тәүге бәйгеләр ойошторола. Көрәшселәр араһында иң популяр турнирҙар рәтенә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев (Салауат районының Малаяҙ ауылы), Советтар Союзы геройы Йәүҙәт Сөнәғәтуллин (Учалы ҡалаһы), Социалистик Хеҙмәт геройы Рамаҙан Ниғмәтуллин (Учалы ҡалаһы), СССР һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, көрәш буйынса СССР спорт мастеры Харис Йосопов (Салауат районының Арҡауыл ауылы), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Ғөлүс Әғзәмов исемендәге приздарға, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың иҫтәлегенә (Миәкә районы), яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә (Йылайыр районы Юлдыбай ауылы) һәм башҡа ярыштар инә[1].

Көрәш йыл һайын ҡалаларҙа һәм ҙур тораҡ пункттарҙа яҙғы сәсеү тамамланғандан һуң уҙғарылған һабантуйҙар программаһына рәсми рәүештә индерелә. Милли көрәш буйынса ярыштар республика Ауыл спорт уйындары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттарының һәм мәктәп менән һөнәри-техник училищелары уҡыусылары спартакиадалары, «Спортлы Башҡортостан» спорт фестивале, республика Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре фестивале һәм башҡа бәйгеләр программаһына индерелгән[1].

1991 йылдан алып 2006 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә көрәш буйынса бүлектәрҙең һаны — 15-тән 56-ға тиклем, унда шөғөлләнеүселәрҙең һаны — 2070-тән 4805-кә тиклем, көрәшселәрҙең һаны — 12023-тән 21897-гә тиклем, көрәш буйынса штатлы тренерҙарҙың һаны — 21-ҙән 189-ға тиклем арта[1]. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2007 йылдың 25 декабрендә «„2008—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында милли спорт көрәше үҫеше“ республика маҡсатлы программаһы тураһында» ҡарарҙы ҡабул итә[7].

1998 йылдың 6 сентябрендә Ташкент ҡалаһында Азия, Африка һәм Европаның 28 ил вәкилдәре ҡатнашлығында Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы (IKA) ойошторола[3]. 1999 йылдың майында Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында көрәш буйынса I донъя чемпионаты уҙғарыла[3]. 2003 йылдың 24 ғинуарында Азия олимпия советының 22-се генераль ассамблеяһында көрәш рәсми спорт төрө тип таныла һәм был уға Азия уйындары программаһына инеүгә юл аса. 2006 йылдың декабрендә Катарҙа Доһа ҡалаһында уҙғарылған XV Азия уйындарында көрәш буйынса күрһәтмә ярыштары ойошторола, ә 2009 йылда көрәш буйынса ярыштар I хәрби сәнғәт буйынса Азия уйындары (Бангкок, Таиланд) һәм III ябыҡ биналарҙағы Азия уйындары (Ханой, Вьетнам) программаларына рәсми рәүештә индерелә[3]. 2008 йылға ҡарата Халыҡ-ара көрәш ассоциацияһы составында 105 ағза-дәүләт була[8].

2003 йылда Р. Ф. Ғәйнанов инициативаһы буйынса Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы (ингл. International belt wrestling association, IBWA) ойошторола, уға 26 ағза-дәүләт инә[9].

Башҡортостанда көрәш буйынса Рәсәй чемпионаттары Өфөлә — 1961, 1976, 1980, 1984, 1999, 2001, 2011 йылдарҙа, Салауатта — 1973 йылда, Октябрьскийҙа — 1978, 1981 йылдарҙа, Туймазыла — 1988 йылда үткәрелә. 2005 йылда Өфөлә билбауҙа көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты, шулай уҡ билбауҙа көрәш буйынса Донъя кубогы 2011 йылда Октябрскийҙа, 2012 йылда Өфөлә уҙғарыла[6][10]. Билбауҙа көрәш буйынса донъя чемпионаттары 2007 йылда — Өфөлә, 2013 йылда Салауатта уҙғарыла.

Ҡағиҙәләре

Хәҙерге заманда ла көрәш буйынса төрлө ҡағиҙәләр ҡабул ителә. Халыҡтарҙа булған айырмалыҡтарҙан тыш, милли көрәш һәм билбаулы көрәштең үҙенсәлектәре бар. Милли көрәштә аяҡ салыу һәм аҫтан тартып йығыу тыйылһа, икенсеһендә бындай сикләүҙәр юҡ[11].

Көрәштең башында һәм аҙағында борондан килгән йола буйынса көрәшселәр бер-береһенә ҡул бирешергә тейеш. Башҡорт милли көрәшенең ҡағиҙәләренә ярашлы саф еңеү көрәштәшен рөхсәт ителгән һәр төрлө алым менән келәмдән күтәреп алып салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалған көрәшсегә бирелә. Еңеүсе шулай уҡ балдар буйынса ла билдәләнә. Көрәшселәрҙең береһенең өҫтөнлөгө 6 балдан артһа, еңеүсе ваҡытынан алда билдәләнә, ә балдар тигеҙ булған осраҡта көрәшсенең беренсе баһалана торған алымына тиклем өҫтәмә ваҡыт бирелә[5].

Көрәш буйынса ярыштар олимпик система буйынса өлкәндәр араһында — 10, ә үҫмерҙәр араһында 9 ауырлыҡ категорияһында уҙғарыла[2]. Һәр бер ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алыусылар билдәләнгәс, улар араһында абсолют батыр исемен яулау өсөн алыштар уҙғарыла[2]. Көрәште пассив алып барған ҡатнашыусы киҫәтеү ала, өсөнсө киҫәтеүҙән һуң ул дисквалифициялана[5].

Билбаулы көрәш классик һәм ирекле стилдәрҙән тора. Был көрәш төрөнөң классик стиле традицион башҡорт милли көрәшенә яҡын, бында аяҡтар менән алымдар ҡулланыу тыйыла[5]. Билбаулы көрәш буйынса рәсми ярыштарҙағы алыштарҙың ваҡыты: балалар (11—13 йәш) һәм үҫмерҙәр (14—15 йәш) — 2.00 минут, кадеттар (16—17 йәш) — 2.30 минут, өлкәндәр (18 йәштән алып) — 3.00 минут[12].

Ярыштар

Донъя чемпионаттары

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
11999TashkentҮзбәкстан Үзбәкстан3
22000AntalyaТөркиә Төркиә4
32001BudapestВенгрия Венгрия2
42002ErevanӘрмәнстан Әрмәнстан7
52005TashkentҮзбәкстан Үзбәкстан13
62007UlaanbaatarМонголия Монголия11
72009AlushtaУкраина Украина14
82011TermezҮзбәкстан Үзбәкстан14
92013IstanbulТөркиә Төркиә15
102015KhorramabadИран Иран8
112017IstanbulТөркиә Төркиә
Ябырға

World Junior Kurash Championships (U20)

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
12000
22002
32004ShahrisabzҮзбәкстан Үзбәкстан9
42006Santo DomingoДоминика Республикаһы Доминика Республикаһы9
52008
62010New DelhiҺиндостан Һиндостан14
72012BournemouthБөйөк Британия Бөйөк Британия7
82016KochiҺиндостан Һиндостан13
Ябырға

Asian Kurash Championships

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
12000TashkentҮзбәкстан Үзбәкстан
22001
32003TehranИран Иран5
42005
52006KabulАфғанстан Афғанстан6
62008TehranИран Иран5
72011IlamИран Иран5
82012KochiҺиндостан Һиндостан13
92015BeirutЛиван Ливан14
Ябырға

Asian Junior Kurash Championships (U20)

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
12009
22011
32013TaipeiҠалып:TPE29
42015TaoyuanҠалып:TPE25
52017TehranИран Иран7
Ябырға

Arab Kurash Championships

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
12010BeirutЛиван Ливан6
22011
32012BeirutЛиван Ливан7
42013BeirutЛиван Ливан3
Ябырға

African Kurash Championships (Senior,Junior,Cadet)

Ентеклерәк мәғлүмәт Edition, Year ...
Edition Year Host City Country Events
12001
22002
32003PretoriaКөньяҡ Африка Республикаһы КАР14
42004CasablancaМарокко Марокко8
52006VanderbijlparkКөньяҡ Африка Республикаһы КАР24
62007AntananarivoҠалып:MAD12
72008AgadirМарокко Марокко13
82009LusakaҠалып:ZAM15
92010MaputoМозамбик Мозамбик15
102012BrazzavilleҠалып:CGO17
112013JohannesburgКөньяҡ Африка Республикаһы КАР23
122014ManziniЭсватини Эсватини22
132015MaputoМозамбик Мозамбик31
142016BrazzavilleҠалып:CGO7
Ябырға

European Kurash Championships

American Kurash Championships

The Pan American Kurash Union established in 2001, was one of the first continental unions affiliated to the IKA which started holding its own continental championships. The first Pan American continental championship among seniors was held in 2002 in La Paz, the capital city of Bolivia.

International Islam Karimov Kurash Championships

Greece successfully hosted the Xth International Islam Karimov Kurash tournament held on the 1st of March, 2015. This event traditionally held in Greece since 2004 was initiated by the European Kurash Confederation and the Greece Kurash federation.

Галерея

Thumb
Thumb
Thumb
Thumb
Өфө районы һабантуйындағы көрәш, 2015 йыл Рәсәй почта маркаһында Үзбәкстан почта маркаһында Башҡорттар Мәскәү һабантуйында

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.