Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хано́й (вьетн. Hà Nội, тьы-ном 河内, һүҙмә-һүҙ - «ике йылға араһындағы ҡала» йәки «йылға менән уратып алынған урын») — Вьетнамдың баш ҡалаһы һәм халҡының иҫәбе буйынса илдәге икенсе ҡала. Илдең төп сәйәси, мәғариф, мәҙәниәт үҙәге һәм әһәмиәте буйынса Хошимин ҡалаһынан һуң икенсе сәнәғәт үҙәге. 1902 йылдан 1953 йылға тиклем Француз Һинд -Ҡытайҙың баш ҡалаһы, 1954 йылдан 1976 йылға тиклем Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнамдың).
Үҙәк ҡарамағындағы ҡала Вьетнамдың баш ҡалаһы | |||
Ханой вьетн. Hà Nội | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Эске бүленеш |
10 ҡала районы, 18 ауыл һәм 1 ҡала | ||
Башлыҡ | |||
Нигеҙләнгән |
1010 | ||
Элекке исеме |
Тханглонг, Донгдо, Донгкуан, Донгкинь, Бактхань и др. | ||
Үҙәк ҡарамағындағы ҡала Вьетнамдың баш ҡалаһы с |
2 сентября 1945 | ||
Майҙаны |
3344,7 км² | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы |
7 588 000 кеше (2015) | ||
Тығыҙлығы |
1927,90 кеше/км² | ||
Милли состав |
вьеттар, ҡытайҙар, мыонгтар | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+7 | ||
Телефон коды |
+84 4 | ||
Почта индексы |
10 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт | |||
Расположен на берегу реки [Хонгха. Географические координаты 21°02′ с. ш. 105°51′ в. д.HGЯO. Халҡы — 2009 йылға ҡарата 6448837 кеше. 2008 йылдың 1 авгусынан Ханой майҙаны, уға яҡын ятҡан район һәм территорияларҙың ҡушылыуы арҡаһында, өс тапҡырҙан да күберәккә артып китә. Бөгөн Вьетнамдың баш ҡалаһы 3 345 км² дөйөм майҙанға эйә. Территорияһының ҙурлығы буйынса Ханой доняның 17 ҡалаһы ингән исемлеккә инә.
Ҡаланың тарихы 1010 йылдан, император Ли Тхай Тойҙың Дайла ҡәлғәһе эргәһендә ҡала төҙөргә һәм унда дәүләттең баш ҡалаһы Дайковьетты Хоалынан күсереп ултыртырға тигән бойороҡ биргәндән һуң башлана. Яңы ҡала «Тханглонг» (вьетн. Thăng Long, тьы-ном 昇龍, «Взлетающий дракон»)тигән исем ала. «Ханой» исеме 1831 йылда, император Минг Манг бойороғонан һуң, файҙаланыла башлай. Ҡала шулай уҡ, Ҡалып:Вьетнамго2исемен дә йөрөтә. [1]. Ханой эре сәнәғәт үҙәге лә (машиналар төҙөү, химия, еңел сәнәғәт буйынса). 1961—1962 йылдарҙа Ханойҙың генераль планы совет архитекторы Игорь Александрович Алфёров етәкселегендә төҙөлә. Американың сәйәхәтселәр өсөн сығарылған Travel + Leisure журналы хәбәр итеүенсә, 2006 йылда Ханой туристар өсөн иң матур һаналған, ун Азия ҡалаһы исемлегенә инә. [2] 2010 йылдың 1-10 октябрендә Ханойҙа ҡаланың 100 йыллығына арналған юбилей сараһы уҙа.
Ҡаланың климаты субэкваториаль, муссонлы. Һауа шарттары апрелдән ноябргә тиклем эҫе һәм еүеш, ә декабрҙән мартҡа тиклем ҡоро, һалҡын була. Еүеш миҙгел осоронда көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш ел муссондар килтерә. Был ваҡытта тынсыу һәм эҫе һауа була һәм көн һайын тиерлек ямғыр яуа. Ҡоро миҙгелдә материктан ҡоро һәм сағыштырмаса һалҡын һауа килтергән төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш еле иҫә. Был осорҙа яуым-төшөм һирәк була. Июлдең уртаса температураһы яҡынса 29,5 °C-ҡа, ғинуарҙыҡы 17 °C-ҡа тиң. Ҡайһы саҡтарҙа 6—7 °C-ҡа тиклем һыуытыуы ла ихтимал.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 32 | 34,7 | 37,2 | 39 | 40 | 40,4 | 40,1 | 38,2 | 39 | 35,5 | 34,7 | 31,5 | 40,4 |
Уртаса максимум, °C | 20,1 | 20,8 | 23,2 | 27,7 | 31,6 | 33,4 | 33,4 | 32,7 | 31,8 | 29,3 | 25,9 | 22,2 | 27,7 |
Уртаса температура, °C | 17 | 18,3 | 20,5 | 24,3 | 27,6 | 29,5 | 29,5 | 29 | 28 | 25,6 | 22,2 | 18,6 | 24,2 |
Уртаса минимум, °C | 14,9 | 16,3 | 18,6 | 22,2 | 24,9 | 26,8 | 26,9 | 26,5 | 25,6 | 23,2 | 19,6 | 16,1 | 21,8 |
Абсолют минимум, °C | 5 | 6 | 7,4 | 13 | 17,2 | 20 | 22,2 | 22,2 | 17,4 | 14 | 10 | 5 | 5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 18 | 25 | 42 | 83 | 200 | 265 | 298 | 312 | 191 | 143 | 58 | 21 | 1655 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
2016 йылға Ханойға:
Ханойҙа илдең эре банкылары һәм компаниялары урынлашҡан —Вьетнам дәүләт банкы (Хоанкьем (Ханой)|Хоанкьем), Vietnam Bank for Agriculture and Rural Development (Бадинь (Ханой)|Бадинь), Vietinbank (Хоанкьем), Вьетнамдың инвестициялар һәм үҫеш банкы|Bank for Investment and Development of Vietnam (Хоанкьем), Vietcombank (Хоанкьем), PetroVietnam (Бадинь), Petrolimex (Лонгбьен), [[Vietnam Electricity (Бадинь), Vietnam Airlines (Лонгбьен), Viettel Group (Намтыльем), Vietnam Posts and Telecommunications Group (Донгда), Vietnamobile, Vinacomin (Донгда), Vietnam Railway Corporation, Bao Viet Holdings (Хоанкьем), FPT Group (Каузай).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.