5 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 5-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 360 көн ҡала (кәбисә йылында 361).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бойскауттар көнө.
- Милли
- Һөнәри
- АҠШ: Сценаристар көнө.
- Беларусь: Социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вәлиулла Мортазин-Иманский (1885—10.07.1938), дәүләт һәм театр эшмәкәре, педагог. 1919—1937 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының Тамаша предприятиелары идаралығы начальнигы; БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса комитеттың начальник урынбаҫары һәм начальнигы; 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1928 йылға тиклем театр бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы.
- Белов Василий Михайлович (1925—15.04.1993), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 1941—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы) районы Подлуб ауылында эшләй. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Стрижкова Раиса Семёновна (1930—26.04.2002), тележурналист. 1954 йылдан Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты мөхәррире, 1959—1962 һәм 1964—1988 йылдарҙа — баш мөхәррире. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Исхаҡова Рива Афзал ҡыҙы (1940—21.02.2021), театр актёры, 1973—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылынан.
- Ҡорбанғәлиев Әғләм Ғибәҙулла улы (1940—24.01.2017), педагог. 1993—2013 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
- Копейчик Александр Сергеевич (1945), һынаусы-лётчик. 1969 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһы осоусыһы, һынаусы-лётчигы, 1972—1992 йылдарҙа һынаусы-осоусылар отряды командиры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы-лётчигы (1998). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы ҡалаһынан.
- Ғәлимшин Рәмил Хаматнур улы (1950), табип, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының элекке анестезиолог-реаниматологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ниғмәтуллина Римма Зәйнулла ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1981—2004 йылдарҙа Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының Башҡорт халыҡ театры режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кряжева Валентина Ивановна (1936—6.05.2015), педагог. 1964–2003 йылдарҙа Салауат ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәкимов Флүс Мәғсүм улы (1941), инженер-электрик. 1965—2009 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең слесарь-электромонтажсыһы, инженер конструкторы, 2007 йылдан – электромонтёр; 1995 йылдан Башҡортостан троллейбус заводының инженер-технологы, 2000 йылдан төп инженер-конструктор. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Болтнев Андрей Николаевич (1946—12.05.1995), театр актёры. 1973 йылдан Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡалалары драма театрҙары, 1985 йылдан — Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү театры артисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- Хәмзин Рәүил Хәмит улы (1946), энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, шәхси эшҡыуар. 1985—1987 һәм 1998—2006 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең Ишембай электр селтәрҙәре начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2002).
- Нур Дауытов (1956), композитор, йәмәғәтсе. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, 1987 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, бер үк ваҡытта 2000–2006 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостандың Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының (2007) атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990), Фәтих Кәрим исемендәге (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Таһир Кәримов (1912—21.07.1978), композитор. 1957—1972 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. 1950 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972) һәм атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957).
- Йыһаншин Фәнил Нурдәүләт улы (1937—12.12.2013), нефть сығарыу тармағы алдынғыһы. 1962 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының слесарь-төҙәтеүсеһе һәм водителе; 1974—1995 йылдарҙа нефть сәнәғәтенең башҡа предприятиелары водителе. «Почёт Билдәһе» ордены каваалеры (1971).
- Әбделминев Ким Ғимаҙи улы (1947), ғалим-химик-технолог. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1982 йылдан лаборатория мөдире, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1999 йылдан — уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003).
- Сухов Флорид Әбүдәр улы (1952—20.03.2000), нефть тармағы алдынғыһы. 1973 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр ҡорамалдары һәм электр тәьминәте цехы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Андреев Виталий Михайлович (1957), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995 йылдан Мишкә район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2007—2015 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Гончаренко Татьяна Дмитриевна (1957—7.11.2016), китапханасы. 1976 йылдан Салауат үҙәк ҡала китапханаһы китапханасыһы, уҡыу залы мөдире, 1981—2013 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Хафизов Айрат Рим улы (1957), ғалим-инженер. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан тау-нефть факультеты деканы; 2016—2020 йылдарҙа нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989), Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2013).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Аляев Иван Павлович (1918—21.03.2000), хәрби хеҙмәткәр, инженер-полковник (1961). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1940). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Иҫке Николаевка ауылынан.
- Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы (1923—23.03.1998), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1962 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире; 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем — ректор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), тарих фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973). Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) ордендары кавалеры.
- Байраҡаев Шәрифйән Аҫылғужа улы (1928—7.05.2003), малсы. 1943—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының мал ҡараусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таһир ауылынан.
- Пономарёв Николай Григорьевич (1928—8.05.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы бүлексәләре идарасыһы, 1985—1988 йылдарҙа совхоз директоры урыбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972). Сығышы менән ошо райондың Аҡморон ауылынан.
- Әбсәләмов Камил Ғәлләметдин улы (1928—2012), механизатор. 1945—1985 йылдарҙа Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1966). Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Зәк-Ишмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Лебедьков Иван Александрович (1938), спортсы, тренер. 1972—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто тренеры. Спорт акробатикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1962), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Хәсәнова Клара Шәриф ҡыҙы (1938), малсы. 1958—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы «Новый путь» колхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Әҙел ауылынан.
- Ғәйнуллин Венер Кәлимулла улы (1943), спортсы, тренер, йәмәғәт эшмәкәре. 1986—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының грек-рим көрәше буйынса йыйылма командаһы тренеры. 1986—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Грек-рим көрәше федерацияһы президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Арыҫлан ауылынан.
- Ҡасҡынова Мәрйәм Усман ҡыҙы (1943), малсы. 1959—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Алға» колхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Ғүмәр ауылынан.
- Баймиева Йәмиғә Шәрифулла ҡыҙы (1948), педагог. Тәтешле районы Түбәнге Балтас мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Казеев Борис Моисеевич (1948), муниципаль хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. 1996—2012 йылдарҙа Межгорье ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
- Янгубаев Яныбай Янгубаевич (1948), Мишкә район мәҙәниәт йортоноң «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбленең элекке художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Ҡарға ауылынан.
- Асылгәрәев Нәркис Зөфәр улы (1953), төҙөүсе, муниципаль хеҙмәткәр. 1986 йылдан Йәрмәкәй район советы башҡарма комитеты рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1989—2009 йылдарҙа «Йәрмәкәй» ПМК-һы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Йоносова Фәрҙиә Мөғлетдин ҡыҙы (1953), акушерка. 1992 йылдан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш акушеркаһы, 2010 йылдан — Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының ғаиләне планлаштырыу хеҙмәте акушеркаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Пономарёв Виктор Александрович (1953), зоотехник. 1987 йылдан Баймаҡ районы «Рассвет» кохозының баш зоотехнигы, 1996 йылдан — рәйесе. 2003—2007 йылдарҙа «Баймаккомбикорм» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Бикәш ауылынан.
- Даньялов Дамир Расфар улы (1958), табип. Шишмә район үҙәк дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Ҡантимеров Фәнил Хәмит улы (1958), табип. Күмертау ҡала дауаханаһы урологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Саяпов Ришат Сәлим улы (1963), спортсы, тренер, ғалим-педагог. 1987 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1985), кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Яңауыл ҡалаһынан.
- Бикбаев Наил Бәйтула улы (1968), юғары категориялы табип. 1994 йылдан Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы стоматология поликлиникаһының балалар теш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән ошо рәйондың Сермән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Сәүиә Сираева (1934), театр актёры. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1989 йылдан — Йәш тамашасы театры, 1993 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019). Нуриман районының һәм Өфө ҡалаһының (2021) почётлы гражданы.
- Закирова Найрә Таһир ҡыҙы (1939—2011), малсы. 1958—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (1944—18.03.2020), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).
- Гуров Валерий Николаевич (1949), педагог-ғалим, мәғариф, партия органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2011 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогия институты етәксеһе, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1998). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001). К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе (2015).
- Йосопова Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы (1949), педагог, журналист, йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа Архангел районы Абҙан урта мәктәбе директоры, 2003—2009 йылдарҙа «Инйәр» район гәзите мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Архангел районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Көмәрле ауылынан.
- Абукаев-Эмгак (Абукаев Вячеслав Александрович; 1959—29.05.2008), яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә итеүсе. Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари АССР-ы комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990), Яныш Ялкайн исемендәге премия (1998) һәм Марий Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге дәүләт премияһы (2007) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Туҡтар ауылынан.
- Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы (1959), педагог, йәмәғәтсе. Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).
- Фәррәхов Рәил Фирҙәүес улы (1959), юлсы. 1983 йылдан Бүздәк юл һалыу-йүнәтеү идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Рәсәйҙең почётлы юлсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019), райондың почётлы гражданы (2020).
- Шакирйәнов Әнүәр Хафиз улы (1959), агроном-ғалим. 1982 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәге етәксеһе, 2022 йылдан — институт директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының (2020) һәм Башҡортостан Республикаһының (2011) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Лайыш районының Кесе Йылға ауылынан.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға