From Wikipedia, the free encyclopedia
Көмәрле (рус. Кумурлы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 335 кеше[3]. Почта индексы — 453036, ОКАТО коды — 80203834004.
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
319 | 335 | +16 | +5,02 |
Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Күрпәс-Табын улусының Көмәрле һәм Ҡыҙыляр ауылдары Күлсәйет тип аталған. Күлсәйет, күрәһең, был ауылдарҙың иртәрәк атамаһы. Әгәр Көмәрле ауылы, Күлсәйет ауылы кеүек үк, XIX 60-сы йылдарында барлыҡҡа килһә, Ҡыҙылъяр (Күлсәйет) быуат аҙағында хасил була.
1816 йылда Күлсәйеттә (Көмәрлелә) 118 кеше һәм 23 йорт була. VIII рәүизгә халыҡ һаны кәмегән (60). 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 165 кеше һәм 32 ихата була.
Тәүге төпләнеүсе билдәле түгел. Әммә улдарының исемдәре, йәше VII ревизияла яҙыла. Дәүләкән Күлсәйетов 1756—1813 йылдарҙа йәшәй. Уртансы улы Ялсы 1758 йылда тыуған. Кесе Әүҙәким 1762—1815 йылдарҙа йәшәй.
60 кешенең (12 йорт) 60 аты, 50 һыйыры, 40 һарығы, 20 кәзәһе булған. 1843 йылда ауыл халҡы 64 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәскән. Хужалыҡтарында 700 умарта булған[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.