педагог, йәмәғәт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы (5 ғинуар 1959 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).
Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Исҡужа, Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йәмәғәт эшмәкәре, мәктәп уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зиниә Әнүәр ҡыҙы Диярова (ҡыҙ фамилияһы Кашапова) 1959 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының Исҡужа ауылында тыуған. Бала сағы Атауҙы ауылында үтә.
1977 йылда Йәнгел урта мәктәбен тамамлай һәм бер йыл ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй.
1978—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты[1] филология факультетының рус–башҡорт бүлегендә уҡый.
Юғары белемле уҡытыусы шул уҡ йылда Нуриман районының Ишморат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эш башлай.
1986 йылда Зиниә Әнүәр ҡыҙы ғаиләһе менән Шаран районына күсеп килә һәм 2000 йылға тиклем «Баштрансгаз» берекмәһенең Шаран газ үткәреү линия идаралығының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм методист булып эшләй.
1997—1998 уҡыу йылында бер үк ваҡытта ата-әсәләр теләге буйынса Шарандың 1-се мәктәбенең 1-се класында тәүге тапҡыр башҡорт телен уҡытыуҙы башлап ебәрә. Әүҙем педагогтың был ныҡышмалығы үҙ һөҙөмтәһен бирә: артабанғы йылдарҙа туған телен ныҡлап өйрәнергә теләүсе балалар күбәйә. 2000—2004 йылдарҙа Зиниә Диярова Шарандың 1-се урта мәктәбендә эшләй.
2004 йылдан бөгөнгө көнгәсә ул район үҙәгендәге 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта[2].
Оҙаҡ йылдар Шаран районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе.
II һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
Шаран районында башҡортса сыҡҡан «Сөн һулышы» гәзите туранан-тура Зиниә Диярова исеме менән бәйле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.