ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).
Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1944 |
Тыуған урыны | Йомаш, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 18 март 2020 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, иҡтисадсы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы Викимилектә |
Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Йомаш ауылында 1944 йылдың 5 ғинуарында тыуған.
1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған.
Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының уҡытыусыһы булып эшләне. Артабан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре булды.
Хәлил Барлыбаев 2020 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә көтмәгәндә вафат булды[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.