Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт әҙәбиәте
Башҡорт әҙәбиәте сығанаҡтары боронғо төрки рун һәм Орхон-Йәнәсәй тибындағы яҙма ҡомартҡылар, XI быуат төрки телендәге ҡулъяҙма әҫәрҙәргә барып тоташа. Башҡорт әҙәбиәтенең болғар осоро хаҡында (XI—XIII быуат) беҙҙең көндәргә тиклем ауыҙ-тел һәм яҙма формала килеп еткән алптар (алпамышалар) һәм торналар тураһындағы башҡорт риүәйәттәре, ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың юлъяҙмалары, Яҡуп ибн Ноғмандың «Тәуарихи Булғарийа» (XII быуат) китабы һөйләй. XIII быуаттың 1-се яртыһында Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы нәфис әҙәбиәттең классик өлгөһө булып тора. Башҡорттар араһында поэманың яҙма һәм телдән һөйләнелгән күп версиялары һаҡлан.
13—14 быуаттарҙа башҡорт халҡының ойошоу башҡорт теленең ҡыпсаҡ ерлегендә камиллашыу осоронда, Алтын Урҙаның икһеҙ-сикһеҙ биләмәләрендә төрки телендәге әҙәбиәт тип атап йөрөтөлгән әҙәбиәт киң таралыу ала.
Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтендә Шәреҡ өсөн хас булған ҡасида, ғәзәл, дастан, хикәйәт, ҡисса, намә (ҡаймаланған повесть) жанрҙары өҫтөнлөк ала. «Ғәли батыр», «Киҫекбаш», «Ҡиссаи Сәҡам», «Ҡиссаи Фәттәхетдин», кеүек дастандар башҡорт әҙәбиәтенең агиографик нигеҙен тәшкил итә. Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ғәрәп, фарсы, һинд, һуңыраҡ төрөк әҙәбиәтенән күп кенә сюжеттар үтеп инә («Кәлилә менән Димнә», «Бәхтейәрнамә», «Ҡырҡ вәзир», «Хужа Насретдин көләмәстәре») һәм уларҙың милли версиялары барлыҡҡа килә.
16 быуат урталары Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы башҡорттарҙың рухи, мәҙәни үҫешендә һынылыш осоро була. Башҡорт әҙәбиәтендә милли тематика үҙен көслөрәк һиҙҙерә, ауыҙ-тел ижады менән үҙ-ара бәйләнеш нығый төшә, шәжәрә, тәуарих кеүек үҙенсәлекле донъяуи жанрҙар барлыҡҡа килә. 16—19 быуаттағы яҙма әҫәрҙәр араһында ырыу тарихы, нәҫел-нәсәпселек, тарихи ваҡиғалар, риүәйәттәр һәм легендалар менән тығыҙ үрелеп һүрәтләнгән шәжәрәләр айырым урын биләй.
Башҡорт халҡының милли геройы һәм шағиры, 1773—75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ғәскәр башлығы Салауат Юлаев (1754—1800), шиғриәте — әҙәбиәттең сағыу бер бите. Шағир булараҡ Салауаттың ҙур ҡаҙанышы — ауыҙ-тел һәм яҙма поэзияның иң һәйбәт традицияларын берләштереп, поэтик һүҙҙе яу ҡоралы сифатында ҡулланыуында.
19 быуат башындағы әҙәбиәттә 1812 Ватан һуғышы ҡаһарманы, һуңынан батшалыҡтың колониаль иҙеүенә ҡаршы сығыштары өсөн Себергә ебәрелгән Буранбай-Йәркәй сәсәндең йырҙары төп урынды алып тора. Уның шиғри традицияларын сәсәндәр Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев (Ишмөхәмәт сәсән, 1781—1878), Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән, 1856—1921), уңышлы дауам итәләр. 19 быуаттың беренсе яртыһында суфыйсылыҡ поэзияһы тарала. Башҡорттарҙан сыҡҡан Т. Ялсығол әл-Башҡорди (1767—1838), Ғ. Усман (1752—1834), Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи (1761—1849), Ә. Ҡарғалы (1784—1824), Һ. Сәлихов (1794—1867), Ш. Зәки (1825—65), Ғ. Соҡорой (1826—89) — был ағымдың иң күренекле вәкилдәре. Уларҙың ижадында донъяуи мотивтар ҙа сағылыш таба. Усман, Зәки, Соҡорой ижадтарында әҙәбиәттең урта быуаттарҙан яңы заманға күсеү билдәләре сағыла.
19 быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтендә мәғрифәтселек йүнәлешенең үҫеше башлана. Уның барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуында Ырымбур кадет корпусының көнсығыш телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары М. Биксурин (1819—1903), С. Күкләшев (1811—67), М. Иванов (1812—?), ҙур роль уйнай. Улар башҡорт теле, фольклоры һәм әҙәбиәте буйынса материалдар, көнсығыш классикаһы текстарының тәржемә өлгөләрен дә индереп, мәктәп хрестоматиялары төҙөй һәм баҫып сығара. Башҡорт әҙәбиәтендә аҡрынлап мәғрифәтселек реализмы һыҙаттары нығына. М. Аҡмулла (1831—95), менән М. Өмөтбаев (1841—1907), Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтенең иң ҙур вәкилдәре була. М. Өмөтбаев башҡорт мәҙәниәте тарихына шағир һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим булараҡ инә. Уның ғилми хеҙмәттәренең һәм шиғри әҫәрҙәренең бер өлөшө 1897 йылда баҫылып сыҡҡан «Йәдкәр» китабында донъя күрә. Башҡорт поэзияһына Аҡмулла күп яңылыҡ һәм үҙенсәлектәр индерә. Уның поэзияһының идея-эстетик ҡиммәте бөтөнөһөнән элек демократик йөкмәткеһе, поэтик ябайлығы һәм стиленең тәрән мәғәнәле әйтем рәүешендә булыуы булыуы, үткерлеге менән билдәләнә.
Октябрь революцияһынан һуң башҡорт әҙәбиәтендә ике йүнәлеш барлыҡҡа килә: Башҡорт автономияһы, милли мәҙәниәт менән әҙәбиәттең үҙ-аллы үҫеше өсөн көрәшеүсе милли-патриотик йүнәлеш һәм большевиктарҙы яҡлаусы, Совет власы өсөн көрәшеүсе революцион-демократик йүнәлеш. Беренсе йүнәлеш башында Шәйехзада Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Сөләймәновтар тора. Икенсе йүнәлештә Дауыт Юлтый, Авзал Таһиров, Мәжит Ғафури, Шәһит Хоҙайбирҙиндар.
1920 йылдарҙа яңы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеүе һәм ойошоуы шыма ғына бармай. Проза әҫәрҙәре ныҡ үҫеш ала. Мәжит Ғафури «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары», Авзал Таһиров «Ташҡын даръя тармағында», Имай Насыри «Гөлдәр», «Һөжүм» тигән башҡорт халҡының ауыр үткәнен, уның яҡты киләсәген һүрәтләгән повестар, романдар ижад ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы әҙәбиәт тематикаһын тамырынан үҙгәртә. күп башҡорт яҙыусылары беренсе көндәрҙән үк фронтҡа китә. Ул йылдар әҙәбиәтенең төп темалары — һалдаттарҙың фронттағы батырлығыһәм ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙакәр хеҙмәт, Ватанға һөйөү. Был йылдарҙа шиғри хат формаһы бик популяр булып китә.
Һуғыштан һуңғы башҡорт әҙәбиәте ул — өр-яңы, айырым үҫеш этабы. Һирәгәйгән ижади көстәрҙе иңдәрендә һуғыш ауырлығын татыған яҙыусыларҙан М. Кәрим, Н. Нәжми, Х. Ғиләжев, И. Абдуллин, Ғ. Рамазанов, Я. Ҡолмой, Х. Кәрим тулыландыра. Улар әҙәбиәткә яу уттары көйҙөргән шиғыр һәм поэмалар ғына түгел, ә донъяға яңы ҡараш та алып килә. Әҙәбиәткә талантлы, йәш шағирҙар Р. Ғарипов, Р. Сафин, А. Игебаев, М. Кәримовтар килә.
50—70 йылдарҙа бик ҙур эпик әҫәрҙәр яҙыла. З. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш», Я. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», Ж. Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романдары донъя күрә. 1977 йылда башҡорт әҙәбиәтендә беренсе булып 1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдырыусы Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» исемле тарихи романы баҫтырып сығарыла. Шулай уҡ К. Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты», Ә. Хәкимовтың «Думбыра сыңы», «Һауыр ҡумта», Я. Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары», Б. Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал» романдары нәшер ителә. 1980 йылдарҙа ысынбарлыҡҡа тәнҡитсел мөнәсәбәт, тәбиғи байлыҡтарҙы ҡырағайҙарса юҡҡа сығарыуҙы, шәхестең әхлаҡи яҡтан түбәнгә тәгәрәүен һүрәтләү менән айырылып торған «Сыуаҡ көндәр» (Ф. Иҫәнғолов), «Беҙ йәшәгән ер» (Р. Солтангәрәев), «Килмешәк» (Д. Бүләков), «Ышаныс» (Р. Байымов), «Ерем, кешеләрем» (Й. Солтанов) романдары баҫыла. Бөгөнгөнө тәрән үҙләштереүгә ынтылыу һөҙөмтәһендә сериялы әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа иһә милли һәм шәреҡ традицияларының кире ҡайтыу процесы, фольклор поэтикаһын яңыса аңларға тырышыу күҙәтелә.
Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы ифрат бай. Төрки халыҡтары менән бер рәттән, 5—12 быуаттарға ҡараған боронғо төрки яҙма ҡомартҡылар: Орхон-Йәнәсәй рун яҙмалары, Й. Баласағуниҙың «Ҡотаҙғу белек» китабы, М. Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әттөрк» һүҙлеге, Ә. Йүгнәкиҙең «Хибәт әлхаҡаиҡ» һәм «Китабе дедеи Ҡорҡут» әҫәрҙәре — барыһы ла хаҡлы рәүештә башҡорттарҙың да рухи хазинаһы булып тора. Урал-Волга төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы, Ҡотбиҙың «Хөсрәү үә Ширин», Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамә», Хөсәм Кәтибтең «Жөмжөмә солтан» әҫәрҙәре, С. Сараиҙың «Гөлостан бит-төрки» һәм «Сөһәйел үә Гөлдөрсөн» урта быуат поэмалары башҡорт әҙәбиәте рухи хазинаһына инә. 16—19 быуаттарға ҡараған күп төрлө ҡомартҡылар: башҡорт шәжәрәләре, тәуарихтар, тарихнамәләр — үҙенсәлекле әҙәби мираҫ өлгөләре. Үткән быуаттарҙан беҙҙең көндәргә ҡасида, мәҙхиә, мәрҫиә, дастан, ҡисса, хикмәт, ғәзәл, мәснәүи, робағи, рисалә, нәсихәт жанрҙарындағы күп аноним әҫәрҙәр килеп еткән. Башҡорттарҙа, башҡа көнсығыш халыҡтарындағы кеүек үк, поэтик импровизация традициялары- йырауҙар ижады үҫешкән булған. 14—16 быуаттарҙа Һабрау йырау, шалғыҙ йырау, асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырау ижады билдәле. 16 быуаттың икенсе яртыһынан башлап Ҡобағош, Ҡарас, Ерәнсә, Байыҡ Айҙар сәсәндәрҙең ижадтары танылыу ала. Һуңғараҡ уларҙың ижади традицияларын Буранбай Йәркәй, Ишмөхәмәт сәсән һәм Мөхәммәтша Буранғоловтар дауам итә.
Урта быуттың аҙағынан башлап дөйөм төрки әҙәбиәте ағымы бүлгеләнә, милли һыҙаттар тәрәнәйә бара, халыҡ ижады менән бәйләнеш нығый, оригиналь жанрҙар һәм поэтик формалар барлыҡҡа килә. Был поцесс башҡорт әҙәбиәтендә М. Ҡолой, Салауат Юлаев, Ғ. Усман, Т. Ялсығол әл-Башҡорди, М. Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Ә. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Ш. Зәки, Ғ. Соҡорой, М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов, М. Ғафури, С. Яҡшығолов, Ф. Туйкин, Я. Йомаев, Ғ. Ниязбаев, Ф. Сөләймәнов (А. Инан), Ш. Бабич, Ф. Вәлиев, Ғ. Рафиҡи, Ш. Әминев-Тамъяни, З. Һаҙый, Х. Ғәбитов кеүек 17—20 быуатта йәшәгән әҙиптәр ижадында күҙәтелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.