Remove ads
боронғо германдарҙың яҙмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо скандинав һәм англосакс телендәге run, боронғо исланд телендәге runar һәм боронғо немец телендәге runa герман телендәге ru һәм гот телендәге runa, «сер» тигәнде аңлатҡан, шулай уҡ боронғо немец телендәге runen (хәҙергесә raunen) «серле шыбырҙау, һөйләү» тигәнде аңлата. Был атама, моғайын, боронғо германдарҙың рундарға мистик үҙенсәлектәр биргәнлегенән килеп сыҡҡандыр[1][2][3]
Рун алфавитының төп үҙенсәлеге булып хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә яҙылышы тора, уға беренсе алты хәрефтән яһалған футарк (fuþark) тигән атама бирелгән[5][6]. Бындай алфавит тәртибе башҡа бер яҙыуҙа ла осрамай[1]. Алфавит өс төрркөмгә бүленгән(ист. Ættir — эттир, норв. Ætt — атт), һәр төркөмдә 8 рун бар. Беренсе эттирға f, u, þ, a, r, k, g, w., икенсеһенә — h, n, i, j, é (ih-wh), p, R (z), s, өсөнсө эттирға t, b, e, m, l, ŋ, d, chloe рундары ингән[7][1][2].
Һәр рундың үҙ атамаһы бар. Уларҙың баштағы атамалары һаҡланмаған, реконструкцияһы ғына бар, мәҫәлән:
Яҙыуҙың йүнәлеше — һулдан уңға, ләкин тәүге яҙмаларҙа бустрофедон да осраған[1]. Мәҫәлән, Ковелдә табылған һөңгө осондағы яҙыу уңдан һулға уҡыла, өҫтәүенә, боронғо төньяҡ этрус хәрефтәре һәм иртә боронғо грек ҡомартҡыларындағы грек хәрефтәре кеүек рундар ҙа кирегә бороп яҙылған. Һүҙҙәр бер-береһенән нөктәләр, ике нөктә йә сатраш тамға менән айырылған[8].
Рунлы таштарҙа төрлө символдар бар: свастикалар, пентаграммалар, спиралдәр, трикверҙар, трискелиондар. Брактеаттарҙағы символдар һүрәтләнеше менән байыраҡ, сөнки улар араһында өс һәм күберәк нөктәләрҙән торған биҙәктәр, өсмөйөштәр, түңәрәктәр, кәкерсәктәр,T, S, I хәрефтәренә оҡшағандары бар[9].
Донъяла барлығы 5 000 тирәһе рун яҙмаһы табылған[5], шуларҙың 3 000-е — Швецияла[10][11]. Иң боронғо рун яҙмалы ҡомартҡылар (500-ләп дана) Данияла табылған[1][12]. Норвегияла — 600, 140 рун яҙмаһы — Британ утрауҙарында, 60 яҙма — Гренландияла, 70-ләп яҙма — Исландияла. Бер нисә яҙма Рәсәй Федерацияһында, Латвияла, Украинала, Германияла, Австрияла ла табылған. Рун яҙмалары шулай уҡ Франция, Греция, Румыния, Төркиә, Нидерландта ла осраған[2].
Швецияның Уппсала ҡалаһындағы университетта рун яҙмаларының иң ҙур коллекцияһы бар. Хәҙерге заманда Стокгольм ҡалаһының Кэкбринкен һәм Пристготан урамдары сатындағы торлаҡ йорттоң цоколе стенаһына боронғо ташҡа уйылған рун яҙмаһы беркетеп ҡуйылған.
Иң тәүге рун яҙмаһы булып һөйәк тараҡҡа яҙылған рун яҙыуы һанала. Уны Данияның Фюн утрауында тапҡандар, яҙма II быуаттың икенсе яртыһына ҡарай. Тарихсылар һәм тел белгестәре әйтеүенсә, рун яҙмаһы б.э. I быуатында ҡулланыла башлаған[13].
Күп рун яҙмалары ташҡа соҡоп яҙылған. Шулай уҡ алтын пластинка рәүешендәге брактеаттарға төшөрөлгән рун яҙмалары ла табылған. Был тәңкәләр Римда медальон итеп ҡулланылған[5]. «Codex Runicus», «Fasti Danici», «Cotton Domitian», «Codex Salisburgensis, 140» кеүек рунлы ҡулъяҙмалар бар[1]. Истанбулдағы Айя Суфиялағы рун яҙмалары, шулай уҡ Афиналағы Пирей портында торған мәрмәр арыҫлан һынының яурынына төшөрөлгән рун яҙмалары ла әһәмиәтле һанала. Был скульптура Венециянан ғәнимәт итеп килтерелгән булған[5]. Шулай уҡ Кенсингтонда (Миннесота штаты, АҠШ) 1898 йылда рунлы таш табылған, әммә уның ысынлығы әлегә раҫланмаған.
Рун яҙмалары ташҡа, металға, ағасҡа яҙылған — боронғо германдар ағасты семәрләп эшләү сәнғәтенә бик оҫта булған. Рун яҙмаларының йөкмәткеһе төрлө: улар араһында тылсымлы яҙыуҙар, аллаларға мөрәжәғәттәр бар, әммә мәрхүмдәр иҫтәлегенә яҙылғандары айырыуса йыш осрай[1]. Мәҫәлән, Рёкта табылған рун яҙыулы ташҡа VI быуатта йәшәгән король Тьордикҡа маҡтау яҙылған[5], әммә таштың беренсе юлдарында уйып яҙылған «Был рундар Вемуд тураһында һөйләй. Варин уны һәләк булған улы иҫтәлегенә яҙған» тигән һүҙҙәр таштың ҡәбер ташы икәнлеген иҫбатлай[14].
Норвегияла табылған ташта ла некролог яҙылған. Унда «Энгель был ташты үҙенең Витахольмда вафат булған улы Торальд иҫтәлегенә ҡуйҙы» тип яҙылған.
Ҡайһы бер рун яҙмалары сәйәхәттән ҡайтҡан викингтарҙың батырлығын данлай. Шундай таштарҙың береһе Стокгольм янында табылған. Унда: «Рагенвальдтың ҡушыуы буйынса яҙылды, сөнки ул Грецияға ғәскәр башында барҙы», — тип яҙылған. Шулай уҡ герман ҡатын-ҡыҙҙарының хосуси милеккә хоҡуғын раҫлаған таштар ҙа табылған. Рундарға һуғыш ҡоралы хужаларының,рәссамдарҙың исемдәре уйылған. Шулай уҡ көнкүрешкә ҡағылышлы рун яҙыуҙары, календарҙар ҙа табылған[5].
Рундарҙың ниндәй илдә барлыҡҡа килеүе тураһында бик күп төрлө фараздар бар. Рундар оҙонса һәм осло-мосло булғанлыҡтан, инглиз яҙыусыһы, рәссамы һәм уйлап табыусыһы Исаак Тейлор, улар б.э.т. VI быуатта Ҡара диңгеҙ халыҡтары араһында ҡулланылған грек алфавитынан барлыҡҡа килгән, уларҙы төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән готтар сығарған, тип иҫәпләй. Ғәмәлдә готтар ул ерҙәргә 900 йыл һуңыраҡ күскән булған. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, рундар б.э.т. һуңғы быуаттарҙағы грек тиҙ яҙмаһынан хасил булған[1].
Людвиг Франц Адальберт Виммер, Сигурд Агрелл раҫлауынса, рундар латин яҙмаһынан килеп сыҡҡан. Отто фон Фризен рундарҙы б.э. II—III быуаттарҙа грек һәм латин алфавиты нигеҙендә готтар уйлап сығарған тип фаразлай.
Бредсдорф фекеренсә, рундар готтар яҙыуынан килеп сыҡҡан. Был раҫлауҙы инҡар иткән ғалимдар дәлилләүенсә, рун яҙыуы III быуатҡа тиклем ҡулланылған, ә готтарҙың яҙыуы IV быуатта ғына барлыҡҡа килгән[1].
Рун яҙыуы төньяҡ этруск алфавитынан сыҡҡан тигән теория — донъяла иң популяр гипотеза. Уны 1928 йылда рундарҙы өйрәнеүсе ғалим Карл Марстрандер тәҡдим иткән[15][16].
Был версияны бик күп ғалимдар хуплай. Улар шулай уҡ рундарға латин алфавитының да йоғонтоһо булған тип фаразлай.
Лидий алфавитында яҙылышы менән рундарға оҡшаған бер нисә хәреф бар, тик фонетик айырмалары бар. Моғайын, был лидий алфавиты финики һәм грек алфавитына йәнәш барлыҡҡа килгәндер. Тик лидий алфавиты б.э.т. III быуатта юҡҡа сыҡҡан, яҡынса ошо осорҙа Европала латин хәрефтәрен үҙләштергән рундар барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер рундарға (Gebo, Berkana, Ing — скандинав вариантында) оҡшаш хәрефтәр Алғы Азия телдәрендә, мәҫәлән, көньяҡ ғәрәп телендә, бар.
1930—1940-сы йылдарҙа Германияла Urrunen теорияһы барлыҡҡа килгән. Уға ярашлы, рундарҙың нигеҙендә ниндәйҙер тәү рундар булған, унан донъяның бөтә алфавиттары, шул иҫәптән төньяҡ семит алфавиты килеп сыҡҡан. Был теория алфавитты германлаштырыу маҡсатында уйлап сығарылған, шуға күрә уны дөрөҫ теория тип атау мөмкин түгел. Әлегә тиклем рундарҙың яҙыу өсөн сығарылғанмы, әллә күрәҙәлек итеү өсөнмө икәнлеге бер кемгә лә билдәле тугел[7][1][2].
1932 йылда Лунд ҡалаһы университеты профессоры Сигурд Агрелл эзотерик теория сығара. Ул теория буйынса, f руны алфавитта беренсе түгел, ә һуңғы хәреф булып тора. Әгәр рундарҙы ошо тәртиптә теҙһәң, уның фекеренсә, рундарҙың шифрланған мәғәнәһен аңларға мөмкин[17]. Был теория фән донъяһында ҡабул ителмәй, әммә уның Томас Карлссон кеүек бер нисә эйәрсәне була. Томас Карлссон футарк тураһында Агреллдан ҡала тәүге бер нисә монографияһын баҫтырып сығара[18]. Футарк теорияһы яҡлы Кеннет Медоуз тигән оккультсы ла була[19][20][21].
Скандинав мифологияһы буйынса, үҙен-үҙе һөңгө менән сәнскән Один туғыҙ тәүлек буйы ашамай-эсмәй Ғаләм ағасында аҫылынып торған. Һыуһынын олатаһы Бельторн биргән изге шаман балы менән баҫҡас, Одиндың ҡолағына рундар ишетелгән һәм ул, һөңгөһөнөң осон ҡанына манып, рундарҙың иң тәүгеләрен Ғаләм ағасына яҙып ҡуйған, имеш.
Знаю, висел я
в ветвях на ветру
девять долгих ночей,
пронзенный копьем,
посвященный Одину,
в жертву себе же,
на дереве том,
чьи корни сокрыты
в недрах неведомых.
Никто не питал,
никто не поил меня,
взирал я на землю,
поднял я руны,
стеная их поднял —
и с древа рухнул.
Девять песен узнал я
от сына Бёльторна,
Бестли отца,
меду отведал
великолепного,
что в Одрёрир налит.
Стал созревать я
и знанья множить,
расти, процветая;
слово от слова
слово рождало,
дело от дела
дело рождало.
Руны найдешь
и постигнешь знаки,
сильнейшие знаки,
крепчайшие знаки,
Хрофт их окрасил,
а создали боги
и Один их вырезал,
Один у асов,
а Даин у альвов,
Двалин у карликов,
у ётунов Асвид,
и сам я их резал.
Бер нисә типтағы рундар булған, тәүскандинав рундары иң тәүгеләргә инә, улар дөйөм герман теле койнела файҙаланылған. Ул б.э. I—VIII быуаттарында (герман халыҡтары тарихында рим тимер быуаты һәм герман тимер быуаты) ҡулланылған. Уны өлкән футарк йә өлкән рун тип атайҙар[7]. Бөтәһе 24 өлкән рун булған. Улар ҡоралдарҙа, биҙәнеү әйберҙәрендә, ҡәбер таштарында осрай. Һуңыраҡ (XIII быуатҡа тиклем) тылсым һәм сакраль маҡсаттарҙа нәҡ ошо өлкән рундар файҙаланылған. Һуңғы осор рундары (IX—XIII быуаттар) ҡәбер ташы яҙмаларында ҡулланылған һәм сакраль әһәмиәткә эйә булмаған.
Иртә рун яҙмалы (III—VIII быуаттар) 150-ләп предмет табылған[3]. Уларҙың күбеһендә яҙма бер генә һүҙҙән, ғәҙәттә, исемдән, тора, шунлыҡтан уларҙың өстән бер өлөшөнөң нимә аңлатҡаны ла асыҡланмаған. Иң боронғо рун яҙмаларының теле гот теленән, йәғни иртә герман теленән, күпкә боронғораҡ[23].
Йәнә гот рундары булған, улар — дөйөм герман рундарының тәүләп барлыҡҡа килгән бер төрө. Европала б. э. I—IV быуаттарында ҡулланылғандар. Мәҫәлән, Эвре Стабюла табылған һөңгө осондағы яҙма raunijaz , йәғни «һынаусы» тигәнде аңлата һәм иң боронғо рун яҙмаһы тип һанала.
Герман ҡәбиләләренең күптәре Британ утрауҙарына күсеү сәбәпле, уларҙың телдәрендә фонетик үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән: бер нисә һуҙынҡы өн өҫтәлгән, шунлыҡтан дөйөм герман рун алфавиты ҡулланыуҙан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә инглиз-сакс рун алфавиты барлыҡҡа килгән. VII быуат башында ике яңы рун — Ac (оҙон ɑ өнө) һәм Æsc (æ өнө) барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ Yr руны — y өнө, Ior — io дифтонгыһы, Ear — ea дифтонгыһы, Cweorþ — q өнө, Calk — k өнө, Stan — st бәйләнеше, Gar — ҡаты g өнө өсөн ҡулланыла башлаған. Инлиз-сакс рун алфавиты «Codex Salisburgensis, 140», «Cotton Domitian (Codex Cotton)» исемлегендә һәм шулай уҡ Темзала табылған «скрамасакста» (ҡыҫҡа ҡылыста) һаҡланған. Бер нисә боронғо рун, фонетик мәғәнәһен юғалтып, o, z — x өндәрен аңлата башлаған. Боронғо өндәрҙең атамалары ла инглиз-сакс теленә тәржемә ителгән. Уларға Feoh, Ur, Þorn, Or, Rad, Cen, Gyfu, Wen, Hagl, Nyd, Is, Ger, Ih, Peorþ, Eohlx, Sigel, Tir, Beorc, Eh, Man, Lagu, Ing, Oeþel, Dæg тигән атама бирелгән.
Каролинг империяһының VIII һәм IX быуат ҡулъяҙмаларында табылған «De Inventione Litterarum» трактатында дөйөм герман һәм инглиз-сакс рундарының үҙенсәлекле ҡатнашмаһы ҡулланылған. Был рундарҙы, уларҙың маркомандарға бер ҡыҫылышы булмаһа ла, маркоманник рундар тип атағандар. Был ҡатнашма, моғайын, рундарҙы латин алфавитына яҡынайтыу маҡсатында сығарылғандыр[24].
IX быуат башында Скандинавия илдәрендә дөйөм герман рундары башҡа яҡҡа үҫеш алған. Боронғо скандинав телендә лә үҙгәрештәр булған, телдең өндәр теҙмәһе байыған, шунлыҡтан дөйөм герман рундары телдең өн составын сағылдыра алмай башлаған, әммә, инглиз-сакс рундарынан айырмалы, скандинав рундарында хәрефтәр кәмегән. Уларҙың алфавитынан g, w, ih-wh, p, z ŋ, d, chloe рундары алып ташланған. Инглиз-сакс рун алфавитынан Yr руны өҫтәлгән. Шулай итеп, скандинав алфавиты ун алты рундан торған. Уларҙың атамалары ла үҙгәргән: Fe, Ur, Þurs, Åss, Reið, Kaun, Hagall, Nauð, Iss, Ar, Sol, Tyr, Bjarkan, Maðr, Løgr. Һаҡланып ҡалған тәүскандинав рундың һәр береһе бер нисәшәр оҡшаш өндө аңлата башлаған: Ur руны — [u], [o], [ø], [w]; þurs — [þ], [ð]; Åss — [å], [ą], [æ]; Kaun — [k], [g], [ŋ]; Iss — [i], [e], [ø], [y]; Ar — [a], [æ], [e], [ø]; Tyr — [t], [d], [nd]; Bjarkan руны [p], [b], [mb] өндәрен аңлатҡан. Скандинав рундарының ике тибы — дат һәм швед-норвег рундары — бар[7]. Дат рундары ҙур үҙгәрештәр кисермәгән, улар IX—XI быуаттарҙа ҡулланылған. Швед-норвег рундары график кесерәйеүгә дусар ителгән. Мәҫәлән, s һәм y рундары бер һыҙыҡ ҡына булып яҙыла башлаған. Швед-норвег рундары IX—X быуаттарҙа ҡулланылған. Һуңғараҡ швед-норвег рундарынан норвег варианты айырылып сыҡҡан, график яҡтан ул дат алфавитына оҡшай башлаған. Скандинав рундарын һәм уларҙан һуңыраҡ барлыҡҡа килгәндәрен кесе йәки һуңғы осор рундары тип атайҙар[7].
Яҙылышының кесерәйеүгә ынтылышы Хельсинки рундарына ла хас. Был рундар Швецияла ҡулланылған. Хельсинки рундары менән яҙылған яҙмалар XI быуатҡа ҡарай[1].
XI—XII быуаттарҙа Мэн утрауында норвег рунының тағы ла бер варианты ҡулланылған. Унда 16-сы рун булмаған. Был рун яҙмалы текстар ике төргә бүленә: берәүҙәрендә дүртенсе рун ą өнөн, икенселәрендә о өнөн аңлата[1].
Пунктирлы рундар XI быуатта Дания һәм Норвегияла барлыҡҡа килгән. Улар скандинав рундарын камиллаштырыу маҡсатында сығарылған, сөнки өндәр күп булғанлыҡтан бер рун менән бер нисә өндө яҙырға тура килгән. Шунлыҡтан c, d, g, chloe, p, v, ð, æ, -, z өндәре өсөн яңы тамғалар өҫтәлгән. Был йүнәлештә алфавитты үҫтереү инглиз-сакс рундары өлгөһөндә барған. Был рун алфавиты атамаһы ð өнөнән — þ; b өнөнән — p; y өндәрен нөктәләр өҫтәп хасил итеү арҡаһында килеп сыҡҡан[7][1].
Исланд рундары тип пунктирлы рундарҙан үҫешкән вариантты һанарға була. XII—XIV быуаттарҙа улар Исландияла ҡулланылған. Һуңынан был рундарҙың яҙылышы үҙгәргән. Мәҫәлән y рунының формаһы , p — ә q — d (), e (). (Viktigste islandske særformer): (d), (e), (к), (q), (s), (х), (y), (z), (ö)[25][26][27][28].
Гренланд рундары шулай уҡ пунктирлы рундан барлыҡҡа килгән. Улар Исландия рундары менән бер ваҡытта ҡулланылған. Барлығы Гренландияла 60 рун яҙмаһы, шуларҙың 35-е — Көнсығыш Торамала, 20-һе — Көнбайыш Торамала табылған. Гренландияның иң боронғо рун яҙмаһы XIV быуатҡа ҡарай, ул Юлианехоб ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштағы Нарсак ҡалаһында табылған[29][30].
Далекарлий йәки даль руны Даларнала (Швеция) XV быуаттан XIX быуаттың башына тиклем ҡулланылған. Графикаһы буйынса улар латин алфавитына оҡшаш, мәҫәлән, (Ä, Ö, Å, G) хәрефтәре . Был вариант иң һуңғыһы булған һәм латин алфавиты менән алмаштырылған.[6][10][31].
Епископ Вульфила грек һәм латин алфавиты нигеҙендә, рундарҙы ла ҡулланып, гот яҙмаһын сығарған. Гот алфавиты рун алфавитынан хәрефтәрҙең бер аҙ үҙгәртелгән атамаларын алған: ahsa, bairkan, giba, dags, aihvus, quairtha, iuja, hagl, thiuth, eis, kusma, lagus, manna, nauths, jer, urus, pairthra, raida, sauil, teiws, winja, faihu, iggwis, hwair, othal. Рун яҙмаһына шулай уҡ urus, othal готт хәрефтәре лә ҡарай.
Иҫке инглиз һәм исланд алфавиттарының латиницаға нигеҙләнгән өҫтәлмә хәрефтәре[7] Þ (торн) һәм Ƿ (винн) шулай уҡ рун яҙмаһынан баш ала.
Рун тамғаларын шифрлап яҙыуҙың бер нисә ябай ысулы бар. Бер нисә рунды бер һыҙыҡҡа бәйләп яҙыуҙан торған «бәйләм рундар»ысулы, шулай уҡ рун урынына уның алфавиттағы Эттир һанын һәм Эттир рәтендәге һанын яҙыу ысулы бар. Бындай алым скандинав рундарына хас[1][8]. Тик Эттирҙарҙың һаны киреһенсә күрһәтелгән. Мәҫәлән, 1-се Эттир 3-сө тип, ә 3-сөһө-1-се тип , 2-сеһе — 2-се тип яҙылған. «Тарбаҡлы рундар» (kvistrunir) алымында оҙон һыҙыҡтарҙан бәләкәс кенә һыҙыҡтар үткәрелгән, уларҙың һул яҡтағы һаны Эттирҙың һанын, ә уң яғы рундың һанын күрһәткән. «Сатыр рундар» йәки «арҡысаҡ рундар» (Tjaldrunir) бәләкәс һәм ҙур һыҙыҡтар менән яҙылған, тик бер тамға ике өндө аңлатҡан[1]. Был ике төр ҙә Рёкала табылған ташта бар. Шартлы яҙыуҙың икенсе төрөндә Эттир һаны дөйөм герман руны менән, ә рундың һаны швед-норвег руны менән яҙылған. Ташта «oossoosss» тип яҙылған, ул «ni» тигәнде аңлата. Шул уҡ ташта Эттир һаны — дөйөм кире яҡҡа ҡараған герман руны ih-wh менән, ә рундың һаны ғәҙәттәгесә дөрөҫ ih-wh дөйөм герман руны менән тамғаланған. Бергенда табылған ике ағас таҡта «тарбаҡлы рундар» менән яҙылған. Берген рун яҙмаһында f; u рундары — ff; þ — fff; o — o; r — oo; k — ooo руны менән яҙылған, рундар шифрланмаған. «Codex Salisburgensis, 140» ҡулъяҙмаһында һуҙынҡы өндәр нөктәләр менән алмаштырылған: а — бер нөктә менән, е — ике, і — өс, o — дүрт, u биш нөктә менән яҙылған. Шулай уҡ рундарҙы киреһенсә ҡуйып яҙылған яҙмалар ҙа осраған, мәҫәлән,Тёрвикиҙа табылған ташта шулай яҙылған[8].
Шулай уҡ «мәңгелек календарҙар» ҙа булған. Уларҙы Данияла римстоктар (rim — «календарь» һәм stok — «таяҡ» һүҙҙәренән) тип, ә Норвегияла проистав (prim — «алтын һан») тип атап йөрөткәндәр. Улар таяҡ рәүешендә, оҙонлоҡтары яҡынса 5 фут булған. Был календарҙар XIV быуатта иң тәүҙә табылғандар иҫәбенә инә[1]. Фән өсөн иң ҡыҙыҡлыһы — Оле Вормдың «Computus Runicus» тигән ҡулъяҙмаһы (уның күсермәһе 1328 йылда эшләнгән), унда рун календары тулыһынса яҙылған. Таяҡтың бер яғында — 14 апрелдән алып 13 октябргә тиклемге көндәр (был ваҡыт йәйҙе аңлатҡан), икенсе яғында 14 октябрҙән алып 13 апрелгә тиклемге көндәр (ҡыш) яҙылған булған. Көндәр баштан уҡ ете рунға бүленгән. Календарҙа ун туғыҙ «алтын һан» тулған айҙың алмашыныуын күрһәткән[1]. Ун туғыҙ һандың һәр береһе тәғәйен рун менән билдәләнгән, ә етмәгән өс рунды яҙыр өсөн Arlaug (17 һаны), Tvimaður (18 һаны) , Belgþor (19 һаны) тигән яңы рундар сығарылған. Байрам көндәре һәр бер байрамдың билдәһен аңлатҡан һүрәттәр менән тамғаланған. Һуңыраҡ һүрәттәр урынына ябай һыҙыҡсалар яҙғандар, ә ун туғыҙ «алтын һан» — ғәрәп цифрҙары йә икенсе төрлө тамғалар менән билдәләнгән[8].
Иң боронғо рун яҙмалары боронғо герман телендә яҙылған. Был яҙмалар төрлө төбәктәрҙәге телдәрҙең үҙенсәлектәрен тулыһынса күрһәтмәй. Һуңғыраҡ осорҙоң рун яҙмалары инглиз-сакс, боронғо скандинав телендә яҙылған. Иң һуң яҙылған рун иҫтәлектәре швед телендә яҙылған. Ғөмүмән алғанда, рун яҙмалары ҡыҫҡартыуҙар һәм тәүге осорҙарҙа һүҙҙәргә бүленмәү арҡаһында аныҡ ҡына итеп уҡылмай[32].
Б.э.т. I быуатта Юлий Цезарь германдарҙың йәрәбә таяҡтары менән юрағанлығын әйткән[33]. Тацит был турала тулыраҡ мәғлүмәт ҡалдырған:
Емеш ағасынан ҡырҡып алынған ботаҡты ярҡалап киҫәләр һәм, уларға айырым билдәләр төшөрөп, ап-аҡ туҡыма өҫтөнә һибеп ебәрәләр. Шунан һуң, әгәр юрау йәмәғәт өсөн эшләнһә, — ҡәбилә жрецы, хосуси маҡсатта булһа — ғаилә башлығы, аллаларға доғалар ҡылып һәм ҡарашты күккә төбәп, өс тапҡыр берәр ярҡаны ала ла уларға ырып төшөрөлгән билдәләр буйынса киләсәкте әйтә[34].
Әле боронғо герман халыҡтары уҡ рундарҙың тылсым көсөнә ышанған бар тип иҫәпләгән. Мәҫәлән. "Өлкән Эдда"ла рундарҙы хәүеф-хәтәрҙән, алданыуҙан һаҡланыр, дауаланыр өсөн бетеү итеп ҡулланыу тураһында яҙылған[35].
Клену тинга кольчуг
даю я напиток,
исполненный силы
и славы великой;
в нём песни волшбы
и руны целящие,
заклятья благие
и радости руны.
Руны победы,
коль ты к ней стремишься, —
вырежи их
на меча рукояти
и дважды пометь
именем Тюра!
Руны пива
познай, чтоб обман
тебе не был страшен!
Нанеси их на рог,
на руке начертай,
руну Науд — на ногте.
Рог освяти,
опасайся коварства,
лук брось во влагу;
тогда знаю твердо,
что зельем волшебным
тебя не напоят.
Повивальные руны
познай, если хочешь
быть в помощь при родах!
На ладонь нанеси их,
запястья сжимай,
к дисам взывая.
Руны прибоя
познай, чтоб спасать
корабли плывущие!
Руны те начертай
на носу, на руле
и выжги на веслах, —
пусть грозен прибой
и черны валы, —
невредимым причалишь.
Целебные руны
для врачевания
ты должен познать;
на стволе, что ветви
клонит к востоку,
вырежи их.
Познай руны речи,
если не хочешь,
чтоб мстили тебе!
Их слагают,
их составляют,
их сплетают
на тинге таком,
где люди должны
творить правосудье.
Познай руны мысли,
если мудрейшим
хочешь ты стать!
Хрофт разгадал их
и начертал их,
он их измыслил
из влаги такой,
что некогда вытекла
из мозга Хейддраупнира
и рога Ходдрофнира.
Стоял на горе
в шлеме, с мечом;
тогда голова
Мимира молвила
мудрое слово
и правду сказала,
что руны украсили
щит бога света,
копыто Альсвинна
и Арвака уши
и колесницу
убийцы Хрунгнира,
Слейпнира зубы
и санный подрез,
лапу медведя
и Браги язык,
волчьи когти
и клюв орлиный,
кровавые крылья
и край моста,
ладонь повитухи
и след помогающий,
стекло и золото
и талисманы,
вино и сусло,
скамьи веселья,
железо Гунгнира,
грудь коня Грани,
ноготь норны
и клюв совиный.
Руны разные
все соскоблили,
с медом священным
смешав, разослали, —
у асов одни,
другие у альвов,
у ванов мудрых,
у сынов человечьих.
То руны письма,
повивальные руны,
руны пива
и руны волшбы, —
не перепутай,
не повреди их,
с пользой владей ими;
пользуйся знаньем
до смерти богов!
Теперь выбирай,
коль выбор предложен,
лезвия клен, —
речь иль безмолвье;
решай, а несчастья
судьба уготовит.
Рундарҙың тылсымлы көсө тураһындағы иң тәүге ҡулъяҙма (Computus Runicus) Дания табибы Оле Ворм тарафынан 1328 йылғы ҡулъяҙманан күсереп алынған.
Хәҙерге рундар менән күрәҙәлек итеүҙе XX быуатта немец тикшеренеүсеһе, оккультсы Гвидо фон Лист уйлап сығара һәм бының өсөн «арманик футарк» тигән рун алфавитын эшләй. Был алфавит өсөн ул скандинав рундарын ҡуллана, уға ике тамға өҫтәй, рундарҙың исемдәрен дә үҙгәртә. Түбәндә уларҙың исеме алфавит тәртибендә бирелгән:Fa, Ur, Thorr, Os, Rit, Ka, Hagal, Nauth, Is, Ar, Sol, Tyr, Bar, Laf, Man, Yr, Ef, Fyfros.
Хәҙерге көндә рундар күрәҙәлек символдары булып тора. Күрәҙәлек итеү өсөн 24[36] йәки[37] рун ҡулланыла. Улар татуировкалар эшләгәндә һәм бетеүҙәр яҙыуҙа ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, рундарҙы ташҡа йәки ағасҡа һәм һөйәккә яҙалар[37]. Күрәҙәселәр тоҙға баҫылған ҡамырҙан да рундар яһай[36].
Зигфрид Кюммер рундарҙы кеше менән арийҙарҙың[38] аллаларын «тоташтырып тороусы күпер» тип һанай. Уның уйынса, һәр бер рун кеше тәненең бер ағзаһы менән бәйле. Ул шулай уҡ рундарҙың төрлө комбинацияларын йырларға кәрәк тигән фекерҙә булған. Уның теорияһы йоғонтоһонда һуңыраҡ Адольф Гитлер рундарҙы нацист символикаһында ҡуллана[39].
SS символында рун тамғалары бер нисә тапҡыр осрай. Шулай уҡ был тамға SS дивизия төрҙәрендә лә ҡабатлана.
Гиммлерҙең күрһәтмәһе буйынса СС символикаһында 14 футарк руны ҡулланылған, улар менән СС ойошмаһы ағзаларының карьера үҫеше билдәләнгән[40][41]. СС ритуалдарында рундар менән биҙәлгән балдаҡтар, йоль яҡтыртҡыстары, кинжалдар ҡулланғандар.
Айлы һәм кирт рундары дөйөм герман алфавитынан сығып Толкин тарафынан төҙөлгән, уларҙың мәғәнәһе Урта Ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйле булған[42][43][44][45][46].
Unicode 3.0 версияһынан башлап Юникодта рундарға айырым позициялар бирелгән (16A0—16F8)[47][48]. Юникодҡа бөтәһе 76 рун тамғаһы индрелгән. Шулай уҡ бында һүҙҙәр араһына ҡуйыл торған нөктә, ике нөктә, арҡысаҡ тамғалары, шулай уҡ «алтын һандар» өсөн arlaug (16EE), tvimaður (16EF) һәм (16F0)16EF) тамғалары өҫтәлгән.
Рундар ирекле Юникод шрифтарында яҙыла: Junicode, Free Mono, Caslon Roman; шартлы түләүһеҙ Code2000, Everson Mono һәм TITUS Cyberbit Basic ҡулланыла.
Тышҡы оҡшашлығы арҡаһында рун менән бөтөнләй бәйле булмаған ҡайһы бер телдәрҙең яҙмаларын да рун яҙмаһы тип йөрөтәләр. Был бигерәк тә Себерҙәге Орхон-Йәнәсәй яҙмаһына ҡағыла[49].
Болгар рун яҙмаһын һәм боронғо венгр яҙмаһын да рун тип йөрөтәләр. Венгр рундары төркиҙәрҙекенә оҡшаш булһа ла, улар араһындағы бәйләнеш иҫбатланмаған[1][49].
XIX—XX быуаттарҙа рун проблемаларын ғалимдар ныҡлап тикшергән, ә һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр эҙәрмәндәр ҙә уның менән шөғөлләнә башлаған[1].
Рәсәй, Белоруссия[50], Украина һәм Латвия территорияһында герман рундары менән яҙылған күп кенә яҙмалар табылған. Әммә Иҫке Ладогала һәм Новгородта уҡылмаған ике рун яҙмаһы табылған, улар икеһе ике төрлө, бер телгә лә тура килмәгән рун яҙыуы менән яҙылған. Монах (черноризец) Храбр үҙенең «О письменах» тигән трактатында мәжүси славяндарҙың күрәҙәлек итеү өсөн төрлө һыҙыҡтар төшөрөүе, әммә ул ваҡытта әле славяндарҙың яҙмаһы булмауы тураһында яҙа[51]. «Велесовая книга» славян рундарына оҡшаш яҙма менән яҙылған тип һанала, тик фәнни йәмәғәтселек уны XIX—XX быуаттар ялғаны тип раҫлай[52].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.