Мостай Кәрим (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951–1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.
Мостафа Сафа улы Кәримов | |||||||||||||||||||||
Псевдонимдары: |
Мостай Кәрим | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||||||||||||||||||||
Тыуған урыны: |
Келәш ауылы, Сәфәр улусы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы[1] | ||||||||||||||||||||
Вафат булған көнө: |
21 сентябрь 2005 (85 йәш) | ||||||||||||||||||||
Вафат булған урыны: | |||||||||||||||||||||
Гражданлығы: | |||||||||||||||||||||
Эшмәкәрлеге: |
шағир, прозаик, драматург | ||||||||||||||||||||
Ижад йылдары: |
1930-сы йылдар — 2005 | ||||||||||||||||||||
Йүнәлеше: |
социалистик реализм | ||||||||||||||||||||
Жанр: |
шиғырҙар, поэма, пьеса, повесть | ||||||||||||||||||||
Дебют: |
«Отряд ҡуҙғалды» шиғырҙар йыйынтығы | ||||||||||||||||||||
Премиялары: |
| ||||||||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||||||||
Ҡултамғаһы: |
[[Рәсем: BSU Internet Centre сайтынан фотография|128px|Ҡултамғаһы]] | ||||||||||||||||||||
Биографияһы
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.
Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә, |
Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.
1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.
2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында[3] ерләнгән.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- КПСС съездары делегаты итеп һайлана. 1955—1980 йылдарҙа РСФСР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты була.
Иң билдәле әҫәрҙәре
- Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»
- Повестары: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Ярлыҡау».
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979)
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004)
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1995)
- Ике Ленин ордены (1967, 1979)
- I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
- II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1962)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)
- Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963)
- Башҡортостан Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)
- Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
Хәтер
- Мостай Кәрим исемен Башҡортостан Республикаhы милли йәштәр театры йөрөтә.
- Өфө, Сибай ҡалалары, Шишмә, Келәш ауылдары һ. б. урамдарының береһенә Мостай Кәрим исеме бирелгән.
- Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһы һәм Келәш урта мәктәбе уның исемен йөрөтә[4].
- Өфөлә әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[5].
- Өфөлә Мостай Кәримгә һәйкәл[6], ә Оло Ыҡтамаҡта — бюст ҡуйылған[7].
- Өфөлә Мостай Кәрим һәйкәле янында Мостай Кәрим исемендәге сквер булдырылған.
- Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыған студенттар өсөн әҙиптең стипендиялары һәм гранттары булдырылған[8].
- «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажир авиалайнерҙарының береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтә[9].
- Ҡабарҙы-Балкар Республикаһының Кавказ һыртында, Чегем тарлауығында, 3555 метр бейеклектәге түбәгә Мостай Кәрим исеме бирелде[10] (2018).
- Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһының Ете һыу районындағы урамға Мостай Кәрим исеме бирелде[11].
- Рәсәй Президенты Указы менән 2019 йылдың 31 майында «Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде[12].
- 2023 йылдың ғинуарында Мостай Кәрим исеме Төмән өлкәһе Нижневартовск ҡалаһындағы урамға бирелде[13].
Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы саралар
- 2020 йыдың 27 авгусында Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды[14].
- 2020 йылдың мартында Екатеринбург ҡалаһының Октябрь районы урамына Мостай Кәрим исеме бирелде. Ул быға тиклем булған Сыңғыҙ Айытматов исемендәге урамдан йыраҡ түгел урынлашҡан[15].
- 2019 йылдың 5 сентябрендә Рәсәй Банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы[16].
- Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты, ул әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған[17].
- 2019 йылдың 10 апрелендә Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы концерт була[18].
- Ҡазан ҡалаһындағы бер урамға Мостай Кәримдең исеме бирелә[19].
- Рәсәйҙең яңы круиз лайнерына Мостай Кәрим исеме бирелә[20].
- Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның көндәлек яҙмалары һәм хаттары донъя күрергә тейеш[21].
- Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә[22].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.