Remove ads
Ҡаҙағстандың иң ҙур ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Алматы[14][15][16] (ҡаҙ. Алматы ); 1921 йылға тиклем — Верное; Урта быуатта хәҙерге Алматы территорияһында Алмату ерлеге булған) — Ҡаҙағстандың иң ҙур ҡалаһы, шулай уҡ «Көньяҡ баш ҡалаһы» атамаһы менән дә билдәле. 2015 йылдың 1 февраленә ҡарата, ҡала халҡы 1 552 349 кеше[17]. 2 460,4 мең кешеле (2015 йылдың 1 ғинуарына) Алматы агломерацияһының үҙәге лә[18][19].
1927 йылдан 1936 йылға тиклем Алматы Ҡаҙаҡ АССР-ның икенсе баш ҡалаһы, 1936—1991 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ның баш ҡалаһы, 1991—1997 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһының иң ҙур ҡалаһы һанала. Республиканың мәҙәни, финанс-иҡтисади үҙәге, шулай уҡ берҙән-бер миллионер ҡала. Алматы Иле Алатау битләүенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, үҙенсәлекле, йомшаҡ климатлы һауа, ғәҙәти булмаған яҡшы экология торошо менән үҙенсәлекле.
1997 йылда баш ҡаланы Аҡмолаға (1998 йылдың 6 майынан — Астана) күсерәләр, Алматыға «Көньяҡ Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы» статусы нығытыла. Шул ваҡыттан башлап был термин матбуғатта йыш ҡулланыла[20].
Һуңғы Урта быуаттарҙа был ерҙә төрки һәм монгол күскенселәре йәшәгән Алмату торалары булған́, 1854 йылда уның урынында Иле аръяғы хәрби нығытмаһына нигеҙ һалынған, һуңынан Ве́рное, 1867 — Алматы, 1867—1921 — Ве́рный, 1921 йылдан — Алма́ты, 1993 йылдан Ҡаҙағстандың дәүләт органдарында урыҫ һәм ҡаҙаҡ телендә ҡаланы Алматы́ тип йөрөтәләр, Рәсәйҙә иһә Алма́-Ата́ атамаһы ҡуллана.
Атаманың «алма́» [ɑlˈmɑ] (алма) һәм «ата́» [ɑˈtɑ] (олатай) һүҙҙәренән килеп сығыуын 1921 йылдың 5 февралендә үткән Төркөстан АССР-ның ЦИК Президиумы ултырышында, этимологияһын аңлатырға теләгән саҡта, килеп сыҡҡан[21]. «Алма-Ата» исемен «Алма-Олатай» (совет баҫмаларында «Алмалар олатаһы» тәржемәһен йөрөткәндәр) тип тәржемә итергә була.
Алматы климаты континенталь[22][23] һәм тау-үҙән циркуляцияһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килә, был үтә ныҡ ҡаланың төньяғында, тау битләүҙәре уйһыулыҡҡа күскән ерҙә, беленә.
Һауаның уртаса йыл температураһы 10 °C, иң һыуыҡ айҙа (ғинуар) −4,7 °C, иң йылы ай (июль) —23,8 °C. Ҡырау 14 октябрь тирәһендә төшә, 18 апрелдә тамамлана. Тотороҡло һалҡындар уртаса 67 тәүлек тора — 19 декабрҙән 23 февралгә тиклем. Алматы үҙәгендә «йылы утрау» бар — ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ ситтәрендәге уртаса тәүлек һауа торошо айырмаһы 3,8 % һәм 0,8 °C һыуыҡ ваҡытта, 2,2 % һәм 2,6 °C йылы саҡта тәшкил итә. Шуға күрә үҙәктә ҡырау 7 көнгә һуңғараҡ төшә һәм 3 көнгә иртәрәк үтә[22].
Ҡала аша Оло Алматинка, Бәләкәй Алматинка, шулай уҡ уларҙың ҡушылдыҡтары — Һынай (Весновка), Ремизовка, Жарбулак (Казачка), Ҡараһыу аға. Барлыҡ йылғалар сели ҡурҡынысы менән янай, улар барыһы ла Балхаш ябыҡ күле бассейнына ҡарай. Йылғалар һыуы төбәктең сәнәғәт, хужалыҡ һәм рекреацион ихтыяждарына файҙаланыла. Алматы ҡала ландшафтының үҙенсәлеге булып күп тармаҡлы арыҡтар селтәре тора.
Оло Алатау Иле тауы эргәһендә булыу сәбәпле, Алматы ҡалаһында тәбиғәт-климат зоналары һәм бүлкәттәре, тупраҡ төрө лә төрлө. Медео тәбиғи сиге урман-болонло урта тау зонаһына ҡараһа ла, урман-болонло дала зонаһына инә, уңдырышлы һелтеле ҡара тупраҡ, һоро урманлы дала һәм тау болонло урман һыулы ерҙәр. Аҫтараҡ дала тау алды зонаһы урынлашҡан, унда киләһе бүлкәттәр инә: ҡара тупраҡлы юғары тау алды (1000-дән 1200—1400 м тиклем) һәм тау алды ҡара-көрән тупраҡ (750-нән 1000 м тиклем). Ҡара тупраҡ күбеһенсә Әл-Фараби проспектының түбән еренән Таусамалы (Каменка) ҡасабаһына тиклем һуҙыла, үҫеш буйынса тулы, хатта артҡан профилле, донъялағы иң уңдырышлы тупраҡтарҙың береһе (8-13 % серетмә һәм башҡа файҙалы матдәләр). Тянь-Шандең тәүге тикшереүселәре үк (П. П. Семёнов, Н. А. Северцов, А. Н. Краснов) бындағы үҙенсәлекле мәҙәни йәки баҡса бүлкәтен һыҙыҡ аҫтына ала[24]. Тап бында XIX б. икенсе яртыһында селекционер Н. Т. Моисеев билдәле Алматы апорты алма сортын сығара, аҙаҡ ул ҡаланың үҙенсәлегенә әйләнә[25].
Ҡаланың төньяғы тәбиғи шарттар менән айырыла, йылғалы һәм үҙәнле һарҡыу тигеҙлек урын алған. Тупраҡ төрлө культуралар өсөн уңдырышлы[24].
Боронғо ҡомартҡыларға таянып, был ерҙә борондан күсмә һәм ярымултыраҡ ҡәбиләләр йәшәүен әйтергә була. Был төбәктә б. э. т. VI—III бб сактар ҡурғандары, уларҙың иң бейектәре 20 м һәм нигеҙ диаметр 100 м ашыу, Оло һәм Кесе Алматинка, Есентай (Весновка), Аҡсай йылғалары буйында урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ҡурғандарҙың күбеһе төҙөлөш объекттары аҫтында ҡалған[26].
Артабанғы усуней ҡабиләһе археологтар тапҡан ҡомартҡыларға ҡарата (ураҡ, игенҡырғыс, ябай дымландырыу системалары), ер эшкәртеү менән булышҡан, даими йәшәгән урындары булған.
Һуңынан Етеһыу ере бер-бер артлы Көнбайыш-төрки, Түргеш һәм Ҡарлуҡ ҡағанаты, Ҡарахан дәүләте эсенә ингән. Ҡарлуҡтар заманында ҡышлау урындарында ултыраҡ эр эшкәртеү менән шөғөлләнгән, ауылдар һәм юғары ҡатлам кешеләре өсөн ҡалалар барлыҡҡа килгән.
VIII—X бб хәҙерге Алматы ерендә бер нисә ауыл, уларҙың берәүһе Бөйөк Ебәк юлында урынлашҡан Алмату (Алматы)[27] ауылы булған[28].
XIII б. Алматы төбәген монголдар баҫып ала. Ул ваҡиғалар Заһир әд-Дин Мөхәммәт Бабур исемле дәүләт эшмәкәренең мемуарында урын алған, Алматы емерелгән ҡалалар араһында атала. XIV б. сығанаҡтарында ҡала Алмалыҡ тип атала. XVI б. бында Алматуның Оло йөҙ дулаттары ҡаҙаҡтары йәшәүсе бер өлөшө генә ҡала[29].
Хәҙерге ҡалаға нигеҙ 1854 йылдың 4 февралендә һалына: урыҫ хөкүмәте Кесе Алматинка йылғаһының һул ярында хәрби нығытма төҙөргә була.
1855 йылдан бында урыҫ күскенселәре килә башлай. 1859 йылда Петербургтан килгән геодезист Голубев Верное нөктәһен ҡуя, шунан алып был ер тәү тапҡыр донъя карталарында килеп сыға.
1867 йылдың 11 апрелендә Верный ҡалаһы Етеһыу өлкәһе үҙәге булып, Төркөстан генерал-губернаторлығы составына инә. 1887 йылдың 28 майында ер тәтрәп, күп кеше һәләк була, өйҙәр емерелә. Ул ваҡыт биналары һаҡланып, архитектура, тарих һәйкәлдәренә әйләнгән, дәүләт тарафынан һаҡлана[29].
Верный ҡалаһында 1897 йылда 22 744 кеше, 1913 йылда 41 мең кеше йәшәгән, 59 сәнәғәт предприятиеһы эшләп килгән.[30]
1918 йылда Верный ҡалаһында совет власы булдырыла. Ҡала һәм өлкә РСФСР составындағы Төркөстан автономияһына (ТАССР) инә. 1921 йылдың 5 февралендә Верный атамаһын Алматыға, төбәктең тарихи исеменә, алмаштарырға булалар. 1927 йылдың 3 апрелендә Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Ҡыҙыл Урҙанан Алматыға күсә. 1936 йылдан (Ҡаҙаҡ ССР-ы барлыҡҡа килеү менән) Алматы баш ҡала була.
1997 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡарары менән баш ҡала статусын Акмолаға күсә, ярты йылдан һуң ул Астана исемен ала. Хәҙер Алматы дәүләттең фәнни, мәҙәни, тарихи, етештереүсе һәм матди үҙәге. Бында Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы, ҡайһы бер дәүләт илселектәре урынлашҡан, башҡа хөкүмәт учреждениелары Астанаға күскән. 1998 йылдың 1 июлендә ҡаланың махсус статусы тураһында закон ҡабул ителде. Алматыны халыҡ араһында «Көньяҡ баш ҡалаһы» тип йөрөтәләр[31].
1936 йылдың 12 сентябрендә ҠазАССР ЦИК Президиумында Алматыла 4 район барлыҡҡа килә: Пролетар (1957 йылдан — Октябрь), Ленин, Сталин (1957 йылдың 10 мартынан — Совет) һәм Фрунзе[32]. 1966 йылда Калинин, ә 1972 йылда Ленин һәм Калинин райондарын берләштереп, Ауэз районы ойошторола[32].
1980 йылдың 17 октябрендә Алатау һәм Мәскәү райондары төҙөлә[32].
1993 йылда Алатау районын Ауэз районы менән берләштерәләр. 2008 йылда Алатау районы яңы территорияларҙа тергеҙелә[33].
2014 йылдың 2 июлендә яңы Наурызбай районы барлыҡҡа килә[34].
Алматы ҡалаһының рәсми сиктәре ҡала картаһында күрһәтелгән 2014 йыл 6 октябрь архивланған..
Ҡала аҡимы (мэр) Ҡаҙағстан Республикаһы президенты тарафынан мәслихәт (ҡала йыйылышы) хуплауы менән тәғәйенләнә.
1981 йылдың 19 декабрендә ҡаланың миллионсы кешеһе тыуған[35][36]. Ҡала үҙенсәлеге булып күп теллелек тора, урыҫ һәм ҡаҙаҡ теле киң ҡулланыла.
Этнос | Халыҡ һаны |
Өлөшө |
---|---|---|
Ҡаҙаҡтар | 936 063 | 56,99 % |
Урыҫтар | 467 541 | 28,47 % |
Уйгурҙар | 88 926 | 5,41 % |
Корейҙар | 30 376 | 1,85 % |
Татарҙар | 23 193 | 1,41 % |
Әзербайжандар | 10 969 | 0,67 % |
Украиндар | 10 842 | 0,66 % |
Үзбәктәр | 9 851 | 0,60 % |
Төрөктәр | 8 536 | 0,52 % |
Дунгандәр | 8 298 | 0,50 % |
Ҡырғыҙҙар | 7 230 | 0,44 % |
Немецтар | 7 074 | 0,43 % |
Көрдтәр | 3 259 | 0,20 % |
Ингуштар | 2 599 | 0,16 % |
Чечендар | 2 582 | 0,16 % |
Әрмәндәр | 2 153 | 0,13 % |
башҡалар | 19 842 | 1,21 % |
БӨТӘҺЕ | 1 642 334 | 100,00 % |
Ҡалала төрлө дин вәкилдәре бар: 28 мәсет, Урыҫ православие сиркәүенең 12 приходы, синагога, будда йәмғиәте һ.б.
Алматыла 2011 йылда Ҡышҡы Азия уйындары үтә. Уның өсөн заманса ареналар төҙөлгән: боҙ стадионы, саңғы һәм биатлон стадиондары, яңы тау саңғыһы базаһы, 90 һәм 120-метрлыҡ трамплиндар, сана-бобслей трассалары.
Алматыла киң мәғлүмәт саралары яҡшы күрһәтелгән: 13 телеканал, 12 FM-радиостанцияһы, 50-гә яҡын урындағы урыҫ, 20 ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан гәзиттәр[42], төҫлө журналдар, юлдаш телевидениеһы, интернет провайдерҙары, шәхси типографиялар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.