Remove ads

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (2 ғинуар 1895 йыл — 28 март 1919 йыл) — шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Шәйехзада Бабич
Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабич
Thumb
Тыуған көнө

2 ғинуар 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Әсән ауылы

Вафат булған көнө

28 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (24 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны[2] Йылайыр ауылы

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

сәйәси эшмәкәр, шағир

Атаһы

Мөхәмәтзакир

Әсәһе

Сажиҙәбанат

 Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Викимилектә
Ябырға

Биографияһы

Thumb
Шәйехзада Бабич «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре араһында.

Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.

Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорто, Бабичевтар[3] менән 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам хатибы булараҡ күсерелә. Шәйехзаданың әсәһе — Сажиҙәбанат хәҙрәт Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдиновтың ҡыҙы булған[4]. Бабичевтар шәжәрәһе артабанғыса булған: Бабич (1688—1749) → Мөхтәр (1742—1822) → яу есаулы Ишбулды (1778—1814) → указлы мулла Ғилуан (Ғәлийән) (1811—?) → Мөхәмәтзакир (1847—1922) → Шәйехзада (1895—1919)[5]. Ҡайһы бер документтарҙа Бабич үҙенең сығышын «Ҡаңлы башҡорто» тип яҙа, ә «Башҡорт» гәзитендәге мәҡәләһендә — «Ҡаңлы балаһы» тип ҡултамға ҡуя[6][7]. Шағирҙың ижадында ла уның башҡортлоғо асыҡ сағылыш таба[4].

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала.

1910—1911 йылдарҙа Ҡаҙағстанда Кустанай яҡтарындағы Дүсәнбай ауылында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта[8].

Шәйехзада Бабич 1911—1916 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә.

1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас, артабан бер йыл дауамында Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет янындағы мәҙрәсәлә уҡытыу эше менән шөғөлләнә, «Аҡмулла» журналын сығарыуҙа ҡатнаша. Һуңынан Ырымбур ҡалаһында «Ҡармаҡ» сатирик журналында эшләй.

1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына делегат була. 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә үҙған Икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза итеп һайлана[9], һәм шураның секретары булараҡ мөһим фармандарҙы, шул иҫәптән Башҡортостан милли-территориаль автономияһын ойоштороу тураһындағы 2-се һанлы фарманды, төҙөүҙә ҡатнаша[10].

Thumb
Шәйехзада Бабич һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов әҙиптәр араһында. Өфө, 1917 йыл

III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола[11]. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана[12]. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора[6].

1918 йылдың 1 сентябрендә башҡорт йәштәре конференцияһында «Тулҡын» ойошмаһының рәйесе итеп Г. Ҡарамышев, уның урынбаҫары булып Ш. Бабич, секретарь итеп Х. Ғәбитов һайлана. Конференцияла ойошманың нәшриәте янында «Ҡурай» әҙәби журналының асылыуы тураһында ҡарарға киләләр[13].

1919 йылдың 21 февралендә уҙған I Бөтә башҡорт хәрби съезының секретары була. 1919 йылдың 25 февралендә Башревкомдың матбуғат бүлеге хеҙмәткәре итеп тәғәйенләнә[6].

1919 йылдың 28 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Йылайыр ауылында, типографияны күсереү эштәре менән шөғөлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй Иркәбаев менән берлектә 1-се Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл армеецтары тарафынан үлтерелә. Был фажиғә Башҡорт армияһы Ҡыҙылдар яғына күскән осорҙа булған бутаусылыҡ һәм большевистик террор арҡаһында барлыҡҡа килә.

Remove ads

Ижады

Ҡыҫҡа факттар
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Шәйехзада Бабич
Ябырға

Шәйехзада Бабичтың 1912 йылда төҙөлгән шиғри ҡулъяҙма йыйынтығы һаҡланып ҡалған[8]. Уның тәүге баҫмалары 1913 йылда «Шура» һәм «Аҡмулла» журналдары биттәрендә Бәбәйчуб, Сытырман, Шөпшә псевдонимдары аҫтында баҫылып сыға.

1914 йылда яҙылған «Халҡым өсөн» шиғыры шағирҙың үҙәк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Р. Т. Бикбаев буйынса халыҡ Бабичтың ғүмер буйы табынасаҡ оло мөхәббәтенә әүерелә[8].

1916 йылда Бабич төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Тормош» гәзите редакцияһына үҙенең «Көтәм» тигән шиғырын алып килә һәм нисек башҡорт телендә яҙылған шулай баҫтырыуҙы һорай, гәзит мөхәррире быны хупламай һәм үҙгәртеп баҫтырырға тәҡдим итә, әммә шағир үҙ һүҙендә ҡала[14]. «Көтәм» шиғырында шағирҙың туған халҡына мөхәббәте, уның киләсәгенә бағлаған өмөттәре һәр юлында күренә[8].

1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — «Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә. Был китаптағы шиғырҙар һәм поэмалар, шағирҙың башҡа күп кенә әҫәрҙәре һымаҡ, Башҡортостан автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух менән һуғарылған. 1919 йылда донъя күргән «Башҡорт халҡына көйлө хитап» шиғыры Башҡорт милли хәрәкәтенең асылын аңлата[15].

Шәйехзада Бабич шиғырҙарының үҙенсәлеге — мотлаҡ рәүештә биш ижекле юл ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғыр. Һуңыраҡ шиғри әҫәрҙең бындай ритмик төҙөлөшө «Бабич строфаһы» тип атала, һәм уны башҡорт шиғриәтендә Мәжит Ғафури, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Хәй Мөхәмәтйәров һәм тағы ҡайһы берҙәр уңышлы ҡуллана[15].

Remove ads

Китаптары

Thumb
1918 йылда Ырымбурҙа баҫылып сыҡҡан «Йәш Башҡортостан» китабы.
  • Йәш Башҡортостан. — Ырымбур, 1918. (онлайн версияһы(недоступная ссылка))
  • Бабич шиғырҙары. — М.: Центральное издательство народов СССР, 1925. (онлайн версияһы(недоступная ссылка))
  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1958.
  • Шиғырҙар, поэмалар, эпиграммалар. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985. — 400 б.
  • Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар. — Өфө, 1994.
  • Весенняя песнь: поэзия, проза. — Уфа, 1995.
  • Халҡым өсөн. — Өфө, 2005.
  • Весенняя песнь. — Уфа: Китап, 2015.
Remove ads

Хәтер

Thumb
Силәбе ҡалаһында Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы бинаһы
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Remove ads

Һылтанмалар

Видеояҙмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads