Ишмөхәмәт сәсән

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ишмөхәмәт сәсән (төп исеме Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 7 июль 1781 йыл1878 йыл) — заманының атаҡлы йырсыһы, ҡурайсы һәм ҡобайырсы.

Ҡыҫҡа факттар Исеме, Тыуған көнө ...
Ишмөхәмәт сәсән
Исеме

Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы

Тыуған көнө

7 июль 1781({{padleft:1781|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан ауылы[1]

Вафат булған көнө

1878({{padleft:1878|4|0}})

Гражданлығы

 Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

йырсы, ҡурайсы

Ябырға

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районының (элекке Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү волосы) Яңы Балапан ауылында тыуған. Ул 1839 йылда Хиуа ханлығына походта В. А. Перовский янында йөрөгән ҡурайсы музыканттар төркөмөндә ҡатнаша. Перовский уны исемле ҡылыс менән бүләкләй.

Ишмөхәмәт сәсән бик күп йырҙарҙың авторы: «Саңды үҙәк», «Малбай», «Бүҙекәй кантон», «Юлтый ҡараҡ». Шул иҫәптән ул үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижадын, мираҫын һаҡлаусы ла. Ул боронғо шәжәрәләр, ҡулъяҙмаларҙы туплау эше менән дә шөғөлләнгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.