Remove ads
фин-уғыр телдәренең береһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Мари теле (ялан мари Марий йылме, тау мари Мары йӹлмӹ, иҫкергән атамаһы сирмеш теле (черемис)) — фин-уғыр телдәренең береһе (Волга буйы төркөмө). Марий Эл республикаһындағы дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 йылда Башҡортостанда мари телен (ялан—көнсығыш диалекты) белгән кеше һаны — 92,4 меңдән ашыу, шуларҙың 91,6 меңгә яҡыны — мариҙар.
Мари теле | |
Классификация | |
---|---|
Категория | |
Яҡын телдәре: Мокша теле һәм Эрзя теле | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
мач 445 |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла.
Мордва теленә яҡын. Фин—Волга тәү теленә (ҡара: Урал—Алтай телдәре) барып тоташа, тип фаразлайҙар. Хәҙәрге мари теленда 4 диалекттан тора: көнсығыш, тау, ялан һәм төньяҡ—көнбайыш, уларҙың һәр береһе айырым һөйләштәргә бүленә. Әҙәби теле XX быуатта 20—30—сы йылдарҙа формалаша; ул 2 төргә бүленә: тау диалекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән тау мариҙары теле һәм туғай, ҡайһы бер көнсығыш диалекты нигеҙендәге ялан-көнсығыш теле.
Төп мари һүҙҙәренең башында [б], [г], [д], [ж], [з], [ф], [х], [ц] тартынҡылары юҡ; тел арты танау сонанты [ҥ] һүҙҙәрҙең уртаһында һәм аҙағында һуҙынҡыларҙан һуң килә, мәҫәлән: «оҥа» (таҡта), «поҥго» (бәшмәк) һәм башҡалар. Морфологияла күплек һандағы исемдәрҙең бер нисә күрһәткесе булыуы хас: -влак, -влӓ, -шамыч, -мыт, -ла, мәҫәлән, «пӧртвлак» (өйҙәр), «кайыкшамыч» (ҡоштар), «ялла» (ауылдар) һәм башҡалар; сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһенә төрки сығанаҡлы -рак аффиксы хас: сағыштыр: мари телендә «сайрак» — башҡортса «яҡшыраҡ», «кӱчыкрак» — «ҡыҫҡараҡ» һәм башҡалар Һүҙьяһалыштың иң продуктив алымы — һүҙҙәрҙе ҡушыу, мәҫәлән, «ача-ава» (ата—әсә), «уш-акыл» (аҡыл), «олмапу» (алмағас) һәм башҡалар. Синтаксиста башлыса эйәртеүле ҡушма һөйләм конструкциялары таралған. Мари теле лексикаһындаурыҫ теленән, төрки телдәренән һәм башҡалар үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Башҡортостан мариҙары теленә башҡорт теленең төньяҡ—көнбайыш диалекты йоғонто яһай.
Хәҙәрге мари теленда алфавиты 36 һәм 37 хәрефтән тора.
Ялан теле алфавиты
А а | Б б | В в | Г г | Д д | Е е | Ё ё | Ж ж |
З з | И и | Й й | К к | Л л | М м | Н н | Ҥ ҥ |
О о | Ӧ ӧ | П п | Р р | С с | Т т | У у | Ӱ ӱ |
Ф ф | Х х | Ц ц | Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы |
Ь ь | Э э | Ю ю | Я я |
Тау теле
А а | Ӓ ӓ | Б б | В в | Г г | Д д | Е е | Ё ё | ||
Ж ж | З з | И и | Й й | К к | Л л | М м | Н н | ||
О о | Ӧ ӧ | П п | Р р | С с | Т т | У у | Ӱ ӱ | ||
Ф ф | Х х | Ц ц | Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | ||
Ӹ ӹ | Ь ь | Э э | Ю ю | Я я |
Башҡортостанда мари телен уҡытыу Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл райондарында алып барыла; Благовещен, Борай, Илеш, Нуриман, Тәтешле, Шаран райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларҙа мари теле предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында (Бөрө социаль—педагогия академияһы) һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле буйынса белгестәр әҙерләйҙәр. «Дружба», «Калтаса ужара» («Калтасинская заря») һәм «Чолман» гәзит мари теле сыға.
Ғалим Абукаева Любовь Алексеевна мари теленең тарихи һәм экспрессив синтаксисын, мари фольклорын тикшерә. 90-дан ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография, 1 һүҙлек авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.