2 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 92-се (кәбисә йылында 93-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 273 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ивин Степан Мефодьевич (1925—6.04.2015), ғалим-инженер механик. 1947—1952 һәм 1964—1997 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1988 йылдарҙа теоретик механика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1973—1976 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1955), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Мишкә районы ҡала тибындағы Мишкә ҡасабаһынан.
- Ихсанов Рамазан Миңлехан улы (1930—12.11.1983), актёр. 1954 йылдан Салауат башҡорт драма театры, 1960—1983 йылдарҙа Әлмәт татар драма театры актёры. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Туҡтағол ауылынан.
- Әхмәҙуллин Камил Рамазан улы (1945), ғалим-инженер механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988 йылдан Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 1994—2010 йылдарҙа «Уралтранснефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Сафар ауылынан.
- Кәримов Булат Вил улы (1960), журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мостафин Рәйес Пётр улы (1960), спортсы, тренер. 1984—1990 йылдарҙа боҙҙағы мотоуҙыш буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 2003 йылдан Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Мотоспорт буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2012). СССР команда чемпионаттарының еңеүсеһе (1985—1986) һәм көмөш призёры (1984, 1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Радик Динәхмәтов (1965), музыкант, йырсы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Башҡортостандың халыҡ артисы (2023). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әсән ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Дятлов Александр Григорьевич (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1972 йылдан Салауат ҡала мәктәптәре һәм һөнәри-техник училищелары уҡытыусыһы; 1983 йылдан 27-се СПТУ, 1990 йылдан — 21-се мәктәп директоры; 2002—2005 йылдарҙа ҡала мәғариф бүлеге начальнигы; 2006 йылдан 8-се лицей директоры, 2010 йылдан — уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), РСФСР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1988), «Йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (1996, 1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Лесное ауылынан.
- Изгина Роза Ғата ҡыҙы (1947—2007), балет артисы, хореограф. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, 1993 йылдан — педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1985 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Аҡъюлов Камил Сөләймән улы (1957), педагог, йәмәғәтсе. Ейәнсура районы Яңы Николаевка мәктәбенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Зәйнуллин Вәлит Әхмәтшәриф улы (1957), педагог. 1999 йылдан Әбйәлил район мәғариф бүлегенең начальник урынбаҫары, 2001 йылдан — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Ҡәйепова Нәзилә Насирйән ҡыҙы (1957), педагог. 1988 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Рәсәйҙең алдынғы уҡытыусыларының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект буйынса үткәрелгән конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Өмөтбай ауылынан.
- Тихонов Владимир Валентинович (1957), төҙөлөш тармағы ветераны. 1976 йылдан Баҡалы юл төҙәтеү-юл һалыу участкаһы технигы, инженеры, 1989 йылдан — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Ахман ауылынан.
- Лаис Зөлҡәрнәй (Зөлҡәрнәйев Лаис Мәүлит улы; 1962), Башҡортостанда тыуып, Ҡазанда йәшәп ижад итеүсе журналист, шағир. 1983 йылдан «Ялкын», 1993 йылдан «Идел» журналдары мөхәррире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Михайлов Кирилл Андреевич (1983), инвалид спортсы, саңғысы-биатлонсы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары (2006, 2010, 2014) чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2008), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡайраҡ ауылынан.
- Гузовская Анна Юрьевна (1988), спортсы. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2001) һәм чемпионы (2002). Рәсәй беренселеге (2000—2002) һәм Үҫмерҙәрҙең халыҡ-ара спорт уйындары (2002) еңеүсеһе. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Орлов Виктор Семёнович (1929—22.09.2002), журналист. 1966—1990 йылдарҙа «Сельская жизнь» гәзитенең Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Устинова Раиса Алексеевна (1939—5.10.2023), театр артисы. 1973 йылдан Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актёры, «Арлекин» профессиональ хәйриә театрын ойоштороусы, уның художество етәксеһе һәм режиссёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһе Семёновка ауылынан.
- Хәмитова Фәниә Зәйнулла ҡыҙы (1939), педагог, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, 34-се ГПТУ-ның директор урынбаҫары, 1978 йылдан уҡыу-производство комбинатының директор урынбаҫары, 1982 йылдан — директоры. 1999—2009 йылдарҙа мәғариф музейы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2018). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Ғүмәров Вил Бәшир улы (1949—22.06.1994), инженер, драматург, прозаик һәм тәржемәсе. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (1949), төҙөүсе-инженер. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2024), «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Дөмәй ауылынан.
- Фәйрүзов Рауил Закирйән улы (1949—10.02.1996), эске эштәр һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Зарипов Шамил Әкрәм улы (1954), табип-ғалим, йәмәғәтсе. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эндоскописы. Башҡортостан эндоскопистар ассоциацияһы рәйесе. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шадрин Алексей Иванович (1954), спортсы, тренер, хәрби хеҙмәткәр. 1999—2001 йылдарҙа Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы тренеры. Полковник. Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры һәм СССР чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Дуҫлыҡ (1998) һәм Почёт (2003) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Кандаковка ауылынан.
- Маликов Рөстәм Илкәм улы (1959), иҡтисадсы-ғалим. Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, проект менеджменты һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Филимонов Владимир Петрович (1959), бухгалтер. 2012 йылдан Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2014). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Ҡариҙел районынан.
- Ғәҙиев Риф Рифғәт улы (1964—13.01.2021), спортсы, тренер. 2006 йылдан пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1840: Эмиль Золя, Франция яҙыусыһы.
- 1865: Павел Штернберг, Рәсәй империяһы астрономы, Мәскәү обсерваторияһы директоры.
- 1870: Всеволод Кащенко, Рәсәй империяһы һәм СССР педагогы, табип.
- 1875: Уолтер Крайслер, АҠШ сәнәғәтсеһе, «Chrysler» корпорацияһын ойоштороусы.
- 1895: Тициан Табидзе, Грузия һәм СССР шағиры, тәржемәсе.
- 1900: Роберто Арльт, Аргентина яҙыусыһы.
- 1905: Серж Лифарь, Франция бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер.
- 1910: Анатолий Серов, СССР-ҙың лётчик-истребителе, Испаниялағы Граждандар һуғышы геройы.
- 1925: Михаил Марутаев, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1940: Георгий Кавтарадзе, СССР һәм Грузия актёры, сценарист һәм режиссёр.
- 1955: Николай Сванидзе, СССР һәм Рәсәй журналисы, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.
- 1960: Линфорд Кристи, Бөйөк Британия спринтеры, олимпия (1992) һәм донъя (1993) чемпионы.
- 1985: Стефан Ламбьель, Швейцария фигурисы.
- 1990: Евгения Канаева, Рәсәй гимнасы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға