Remove ads
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Баҡалы (рус. Бакалы) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Баҡалы районының һәм ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 9568 кеше булған[3]. Почта индексы — 452650, ОКАТО коды — 80207807001.
Ауыл | |
Баҡалы башҡ. Баҡалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Андреев Александр Георгиевич |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
мосолман-сөнниҙәр, православтар |
Этнохороним |
бакалинец, бакалинцы [2] |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34742 |
Почта индексы |
452650 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Баҡалы ауылы — (1930—1963 йылдар һәм 1964 йылдан) Баҡалы районы һәм Баҡалы ауыл Советы үҙәге. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 175 километрҙа, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 75 километрҙа, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы һәм Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Баҡалы—Үрге Йәркәй автомобиль юлында, Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан.
2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй.
Баҡалыла ике урта мәктәп, шул иҫәптән 1-се һанлы Баҡалы урта мәктәбе, насар ишетеүсе балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернаты бар, балалар сәнғәт мәктәбе, профессиональ лицей, 3 балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют, үҙәк район дауаханаһы, 2 Мәҙәниәт йорто (4 художество үҙешмәкәр халыҡ коллективы), «Керәшен» милли-мәҙәни үҙәге, үҙәк һәм балалар китапханалары, музей, сиркәү, мәсет бар.
XVII быуатта Ҡырғыҙ, Биләр һ. б. улустарҙың аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә йәшәгән. Аҫаба башҡорттар игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XVIII быуат башында, 1736 йылдан яңы суҡындырылған татар-керәшендәр күсеп килгән.
1730-сы йылдар — төбәккә Кама аръяғы нығытмаларын төҙөү менән бәйле, урыҫтар килә. Аҫаба башҡорттар ерендә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре һәм ҡатнаш милләтле ауылдар барлыҡҡа килә. Шул осорҙан урыҫ мәҙәниәте — крайҙағы рухи тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө. Бер үк ваҡытта Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәт үтеүсе татар-керәшендәр урындағы мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйай. Нуғайбәк-казактар һуңыраҡ, 1842 йылда, Силәбе өлкәһе территорияһына күсерелгән.
Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда төбәктә В. И. Торнов һәм И. И. Ульянов етәкләгән баш күтәреүселәр менән генерал А. Л. Ларионов командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаты һуғыштар барған. Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре Башҡортостандың көнбайышында мөһим стратегик пункт булған, шуның өсөн уларҙың һәр ваҡыт ҡаршы яҡтарҙың иғтибар үҙәгендә булыуы осраҡлы түгел.
1834 йылда бында дәүләт һәм биләмә крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары теркәлгән.
1865 йылда 166 хужалыҡта 1001 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, тимерселек менән шөғөлләнгәндәр.
XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында крайҙа баҡыр мәғдәне табылған, һәм ул Г. И. Осокиндың Үрге Троицк заводын тәьмин иткән. Ул заманда край территорияһының 80%-н тәшкил иткән урманды (бигерәк тә поташный заводтарына сеймал сифатында) сәнәғәттә файҙаланыу ҙур ҡолас алған. XIX быуаттан уҡ Баҡалы төбәктең төп мәҙәни һәм сауҙа-сәнәғәт үҙәге булған
XIX быуаттың уртаһынан Ҡазан, Минзәлә, Бәләбәй һәм Алабуға сауҙагәрҙәре эре сауҙа килешеүҙәре төҙөгән.
1917 йылға тиклем Баҡалыла улус идаралығы, 2 училище, земство дауаханаһы, дарыухана, 20-нән ашыу кибет булған, баҙар һәм йәрминкәләр ойошторолған.
1906 йылда 2 сиркәү, земство мәктәбе, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, дарыуханаһы булған земство дауаханаһы, һыу тирмәне, 6 тимерлек, слесарь һәм ауырлыҡ үлсәү оҫтаханалары, 8 бакалея, 7 мануфактура, 2 тимерҙән эшләнгән әйберҙәр, 2 башлыҡ, һыра һәм 2 шарап кибете, икмәк запасы һаҡлау мөгәзәйе булған.
1918 йылдың февралендә район сираттағы крәҫтиән һуғышы үҙәге була, Баҡалы ауылында «Ҡарағош» штабы урынлашҡан.
1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем район Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе составындағы улус була. 1918—1924 йылдарҙа Баҡалы районы биләмәһенә 9 улус, шул иҫәптән Илеш, Шаран улустары, ингән. Һуңынан 1930 йылға тиклем Баҡалы биләмәһе Башҡорт АССР-ның Бәләбәй кантоны Баҡалы улусы тип аталған.
Баҡалы районы 1930 йылдың 20 авгусында СССР Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән ойошторола. 1930-сы йылдарҙа ҡул хеҙмәте күп була әле. Халыҡ тракторҙарға, полуторка машиналарға ғәжәпләнеп ҡараны, ләкин кешеләр, көстәрен йәлләмәй, хеҙмәт итте.
Тәүге клубтар, балалар баҡсалары һәм яслиҙар төҙөлә, радио барлыҡҡа килә.
1933 йылда ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләй башлайҙар. 1923 йылда Баҡалы районында тәүге коллектив хужалыҡ өлгөләре барлыҡҡа килә. Шул йылда Буғабаш ауыл советы биләмәһендә «Аң» һәм Кольцов исемендәге ике бәләкәй коммуна барлыҡҡа килә. 1925 йылда, берләшеп, «Фордзон» тракторын һатып алалар, ул МТС ойошторолғанға тиклем районда берҙән-бер трактор була. 1930 йылда 15 колхоз булған. 1932 йылдың яҙында МТС ойошторола. Ул сәсеү майҙаны 20 мең гектарҙан ашыу булған 30 колхозды берләштергән. 1933 йылда районда ударник-колхозсыларҙың I слёты була.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында баҡалылар әүҙем ҡатнаша. Баҡалы районы 16,5 мең самаһы улын фронтҡа оҙата, һәм 6 мең самаһы ир-егет яу яланында ятып ҡала. Уларҙың батырлығын наградалары дәлилләй. Тылда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар эшләгән.
Баҡалы ере алты Советтар Союзы Геройы бирҙе: Әһлетдинов Фәйзулла Хажи улы, Карманов Афанасий Георгиевич, Нурҡаев Талип Латип улы, Петров Михаил Петрович, Соколов Михаил Анисимович, Утин Василий Ильич.
Костин Яков Дмитриевич, Туснолобов Степан Сергеевич, Варфоломеев Василий Михайлович, Зотов Виктор Никифорович Дан орденының тулы кавалерҙары булып ҡайта.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында партизандар хәрәкәтен ойоштороусы һәм етәкләүсе, Чехословакия Геройы Даян Баян улы Мурзин, Польшаның милли геройы Александр Васильевич Кузнецов кеүек кешкләр Баҡалы районын данланы.
Хәрби традицияларҙы йәштәр дауам итә. 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәне. 11 егет башын һалды.
XX быуаттың 50-се йылдарында электр уты тоҡандырыла. Баҡалынан 5 саҡрым алыҫлыҡта Сөн йылғаһында һигеҙ колхоз көсө менән 105 КВт ҡеүәтле гидроэлектростанция төҙөлгән. Йорттарҙа ут барлыҡҡа килгән, шунан электрҙы колхоз производствоһында файҙалана башлағандар. 1962 йылда территория үҙгәртеп ҡорола, территория Туймазы районы составына инә. 1964 йылда Баҡалы районы ҡайтанан тергеҙелә, 1967 йылда Баҡалы районынан Шаран районы бүленеп сыға. 1960-сы йылдарҙа төҙөлөш комплексы әүҙем үҫешә башлай. Район үҙәгендә генә түгел, башҡа ауылдарҙа ла типовой мәктәптәр, балалар баҡсалары, төҙөкләндерелгән айырым йорттар барлыҡҡа килгән. 1970-се йылдарҙа бер биш йыллыҡта ике биш йыллыҡ йөкләмәләре үтәлгән. Мәҫәлән, И. А. Селиванов етәкселегендәге «Совет» колхозы ҡошсолары В. Бикбов, Р. Саватеев, Е. Исавлина, Т. Измайлова әҙерләү пунктына план буйынса 1 450 000 урынына 2 млн 910 мең йомортҡа тапшырған.
Иң лайыҡлы хеҙмәтсәндәр республика, район исеменән съездарҙа сығыш яһаны, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) наградалары алды. 1970 йылдың авгусында Баҡалыла Сөн йылғаһы аша күпер төҙөлә. Һуңғы егерме биш йылда районда ҙур темптар менән төҙөлөш алып барылған. Район үҙәгендә ике ҡатлы йорттар һәм биналар төҙөлдө. Мәҙәниәт һарайы асылды. Районда газ үткәрелә, юлдарға асфальт түшәлә, киң ҡоласлы шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелә. Билдәле игенселәр, малсылар, оҫталар һаны йылдан-йыл арта барған[4][5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1906 | 1200 | ||
1920 йыл 26 август | 2400 | ||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 4439 | 2120 | 2319 |
1959 йыл 15 ғинуар | 5079 | 2505 | 2574 |
1970 йыл 15 ғинуар | 6150 | 3080 | 3070 |
1979 йыл 17 ғинуар | 7903 | 4288 | 3615 |
1989 йыл 12 ғинуар | 8057 | 3771 | 4286 |
2002 йыл 9 октябрь | 9514 | 4491 | 5023 |
2010 йыл 14 октябрь | 9568 | 4541 | 5027 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Биш меңдән ашыу кеше орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Бөгөн яугирҙәр иҫтәлегенә Баҡалының иң матур урамдары уларҙың исемдәре менән атала. Тыуған ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштарҙа һәләк булған баҡалылар хөрмәтенә район үҙәге Баҡалыла һәм башҡа ауылдарҙа обелисктар һәм һәйкәлдәр ҡалҡып сыҡты.
Баҡалы ауылы эргәһендәге Маты йылғаһы тамағындағы Ҡарағай урмандары — тәбиғәт һәйкәле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.