биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге. From Wikipedia, the free encyclopedia
Гистология (от грек. «туҡымалар» + λόγος «белем, фән») — биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге.
Гистология | |
Гистология Викимилектә |
Ғәҙәттә,өйрәнеү өсөн ярҙамында туҡыманан йоҡа ғына ҡатлам ҡырҡып алына.
Анатомиянан айырмалы рәүештә, гистология организм төҙөлөшөн туҡыма кимәлендә өйрәнә.
Кеше гистологияһы — медицинаның кеше организмындағы туҡымалар төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге
Патогистология (гистопатология) — зарарланған туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Был патоморфологияның (патологик анатомия) мөһим инструменты булып тора. Сөнки яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙың теүәл диагнозы өсөн зарарланған туҡыма өлгөһөн тикшереү талап ителә.
Суд-медицина гистологияһы — суд медицинаһы бүлеге. Тәндәге йәрәхәттәрҙе туҡыма кимәлендә өйрәнә.
Күләмле (һанлы, иҫәп) истология— туҡымаларҙың эшмәкәрлек һәм үҫеш законлылыҡтарын өйрәнә. Бының өсөн үҙгәреү кисерә торған параметрҙарҙың һанлата ҡиммәтен һәм гипотезаны тикшереүҙең ҡәтғи алымдарын ҡуллана .
Туҡымаларҙы гистологик тикшереүҙәр хирургиянан, биопсиянан йәки аутопсиянан башлана.
Гистология фәне микроскоп барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ барлыҡҡа килгән. Туҡымаларҙың тәүге һүрәтләмәләре Аристотель, Гален, Әбүғәлисина , Везалий хеҙмәттәрендә үк табыла.
1665 йылда Р. Гук күҙәнәк төшөнсәһен индерә, ҡайһы бер туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Шулай уҡ, М. Мальпиги, А Левенгук, Я Сваммердам, Н. Грю һәм башҡалар гистологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Фәндең яңы үҫеш этабы эмбриологияға нигеҙ һалыусы К. Вольф һәм К. Бэк исемдәре менән бәйле.
XIX быуатта гистология фәне тулы хоҡуҡлы академик дисциплина булып китә.
XIX быуат уртаһында Келликер, Лейдинг һәм башҡа күп кенә ғалимдар туҡымалар тураһындағы хәҙерге тәғлимәт нигеҙҙәрен булдыра. Цитология фәне өлкәһендәге асыштар һәм күҙәнәк тураһында тәғлимәт барлыҡҡа килеү гистологияның үҫешенә көслө этәргес бирә.
Р. Вирхов күҙәнәк һәм туҡыма патологияһы үҫешенә башланғыс һала.
Фән үҫешенә И. Мечников һәм Л.Пастерҙың тамаша төп иммун системаһы хаҡында башланғыс төшөнсәләр биргән хеҙмәттәре ҙур йоғонто яһай.
Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһын 1906 йылда ике гистолог бирергә ҡарар итәләр: Камилло Гольджа һәм Рамон Сантьяго-и-Кахалға.
Улар баш мейеһенең нервы төҙөлөшөн күрһәткән һүрәттәргә ҡарата ҡапма-ҡаршы фекерҙә булалар.
Xx быуатта методологияны камиллаштырыу дауам итә. Был хәҙерге гистология фәнен барлыҡҡа килтерә. Гистология цитология, эмбриология, медицина һәм башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән.
Гистология үҫеш законлылыҡтарын, күҙәнәктәрҙең һәм туҡымаларҙың махсуслашыу, күҙәнәк һәм туҡыма кимәлендә яраҡлашыу законлылыҡтарын, туҡымалар һәм ағзаларҙың тергеҙелеү (регенерация) проблемаларын һәм башҡа күп кенә һорауҙар менән шөғәлләнә. Патологик гистология ҡаҙаныштары медицинала киң ҡулланыла. Сирҙәрҙең механизмдарын асыҡларға ярҙам итә. Ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеге биргән ысулдарҙы тәҡдим итә.
Гистологияның тикшеренеү методтары гистологик препараттар әҙерләү һәм артабан уларҙы яҡтылыҡ йәки электрон микроскоп ярҙамында өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.
Гистологик препараттар лайла (мазок) алыу, ағзаларҙың табын (отпечатки) һәм йоҡа ғына киҫемдәрен алыу, махсус буяу менән эшкәртеү, предмет быялаһына урынлаштырып консервациялау, ҡапланғыс быяла менән ҡаплау юлы менән .эшләнә.
Гистологик препараттар әҙерләү эҙмә-эҙлекле бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Өйрәнә торған материалды махсус әҙерләк үткәргәндән һуң ғына тикшереп була.
Мөхиттең һәм ҡаплағыс быяларың нур һындырыу коэффициенты тура килергә тейеш. Бындай мөхит булып канада бәлзәме, полистирол тора (йәбештереүсе махсус мөхит). Бындай препаратты бик оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була.
Полистирол ҡулланғанда ғына препарат әкренләп асыҡлығын юғалта һәм юғалта, ә полистирол үҙе сатнай башлай. Етешһеҙлекте кәметеү өсөн полистиролға пластификатор (мәҫәлән, дибутилфталат) өҫтәйҙәр. Был осраҡта гистологик препараттың һаҡланыу ваҡыты (хатта ҡаплағыс быялаһыҙ ҙа) 10 йылға тиклем арта. Ә өс йыл дауамында бөтөнләй үҙгәреш кисермәй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.