Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (2 апрель 1946, Әндижан, Андижанская область[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР — 6 октябрь 2024 (78 йәш)) — СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1991). СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) дәүләт премиялары, Рәсәй Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (1996). Рәсәй Йөрәк һәм ҡан тамырҙары кардиологик ғилми-етештереү үҙәгенең А. П. Мясников исемендәге клиник кардиология институтының хирургияһы бүлеге етәксеһе. Медицинала юғары технологияларҙы үҫтереү дәүләт программаһы етәксеһе (1998).
Аҡсурин Ренат Сөләймән улы | ||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||||||
Вафат көнө |
6 октябрь 2024 (78 йәш) | |||||||||
Ил | ||||||||||
Ғилми даирәһе |
кардиохирургия | |||||||||
Эшләгән урыны |
ФГУ «Рәсәй кардиологик фәнни-етештереү комплексы» | |||||||||
Альма-матер |
И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институты | |||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1985) | |||||||||
Ғилми исеме | ||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||
Запись голоса Р. Акчурина | |
Записано 24 декабря 2012 | |
Помощь по воспроизведению |
Запись голоса Р. Акчурина | |
Записано 24 декабря 2012 | |
Помощь по воспроизведению |
Ренат Сөләймән улы Аҡсурин 1946 йылдың 2 апрелендә Үзбәк ССР-ының Әндижан ҡалаһында уҡытыусылар ғәиләһендә тыуған. Милләте татар[1]. Әндижан медицина институтында уҡый. 1971 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай. Медицина фәндәре докторы, профессор. СССР ПВО-һы зенит ракетаһы ғәскәрҙәренең элекке командующийы Рәсим Аҡсуриндың ағаһы.
1971 йылдан — участка табип-терапевы.
1972—1973 йылдарҙа — Реутовский ҡала дауаханаһында (Реутов Мәскәү өлкәһе) врач-травматолог. Шул уҡ ваҡытта, Мәскәүҙең 70-се дауаханаһында хирург һәм Мәскәү өлкәһенең Балашиха районында травматолог була.
1973—1975 йылдарҙа Бөтә союз хирургия ғилми-тикшеренеү институтында хирургия буйынса клиник һәм эксперименталь ординатурала эшләй.
СССР медицина фәндәре Академияһының Бөтә союз хирургия фәнни үҙәгендә ҡан тамырҙары микрохирургияһы бүлегендә:
1975 йылдың мартынан — кесе ғилми хеҙмәткәр.
1978 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1984 йылдан кардиохирургия өлкәһендә махсуслаша башлай. Шул йүнәлеш буйынса Хьюстон ҡалаһына билдәле америка хирургы Майкл Дебейка клиникаһында стажировкала була. Американан ҡайтҡас, Рәсәй кардиология фәнни-етештереү үҙәгенең (РАМН) А. Л. Мясников исемендәге кардиология клиник хирургия институтында йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләнә.
Ҡан тамырҙары һәм кардиохирургия өлкәһендә уникаль асыш яһаусы абруйлы белгес булып таныла. Реконструктив һәм пластик микрохирургия, аяҡ-ҡулдарҙың реконструктив һәм пластик хирургияһы буйынса танылыу ала. Шулай уҡ, коронар артериялары реконструктив микрохирургияһы, йөрәктең ишемия ауырыуы, ритмы боҙолоуын дауалау, йөрәк миокардын һаҡлау, лазер ангиопластика, йөрәкте күсереү өлкәләрендә эшләй. Илдә тәүгеләрҙән булып, аяҡ һәм ҡул бармаҡтарын, аяҡ табандарын күсереп ултыртыу (реплантация) операцияларын эшләй.
1996 йылда Рәсәй Федерацияһының беренсе президенты Б. Н. Ельциндың йөрәгенә коронар шунтирование операцияһын яһай[2].
300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Юғары технологиялар медицинаһы» программаһын төҙөүсе. М. Дебейки исемендәге халыҡ-ара хирургтар ойошмаһының директорҙар советы ағзаһы (1995). Рәсәй йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһының президумы ағзаһы (1994). Европа йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы ағзаһы (2000). Рәсәй Дәүләт академия бәләкәй театрында Бағыусылыҡ советы ағзаһы.
Өйләнгән. Ике ул үҫтерә: Максим Ренат улы (1973), Андрей Ренат улы (1978—2004)[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.