16 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 47-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 318 көн ҡала (кәбисә йылында 319).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Милли
- АҠШ: Инновациялар көнө.
- Әрмәнстан: Изге эштәр һәм милли бурыс көнө.
- Һөнәри
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флоты разведкаһы көнө.
- Энергетика министрлығы архивы көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (1937), сәнғәт өлкәһе һәм педагогик хеҙмәт ветераны, йырсы. 1960—1963 йылдарҙа һәм 1968 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1980—2013 йылдарҙа — хәҙерге 2-се Өфө педагогия колледжы, бер үк ваҡытта 1998 йылға тиклем хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2003—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Микулин Иван Иванович (1942—2.03.2016), СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, 1994—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Кәримова Земфира Баян ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны, китапханасы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Марат Кәримовтың ҡатыны.
- Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәми ҡыҙы (1947), ауыл хужалығы ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1964—1984 йылдарҙа Мәсетле районы «Коммунист» колхозы һауынсыһы, 1985—2002 йылдарҙа һөтсөлөк фермаһы мөдире. Ленин (1980) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән Теләш ауылынан.
- Ермакова Лариса Васильевна (1967), табип. Республика клиник психиатрия дауаханаһының суд-психиатрия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (1928—8.12.2000), ғалим-тау инженеры. 1965—1970 йылдарҙа Өфө нефть институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР-ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Мухин Виктор Сергеевич (1938), ғалим-инженер-механик. 1975—2003 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007).
- Хәсәнов Мөсәлим Хәкимйән улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957 йылдан Хәйбулла районы «Матрай совхозы тракторсыһы, 1968 йылдан — баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1984—1997 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987). Сығышы менән ошо райондың Рафиҡ ауылынан.
- Хәкимова Венера Миҙхәт ҡыҙы (1958), ғалим-социолог, инженер-иҡтисадсы, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2015—2020 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Социология фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Рәсмәкәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мирсәлих Биксурин (1819 —7.03.1903), тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәтсе. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырыусы. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (1929—19.06.1982), Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта йәшәп ижад иткән СССР яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, журналист һәм рәссам. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
тулы исемлек
- Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (1929—27.09.1996), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы. 1968—1975 йылдарҙа Белорет районының Егәҙе ауыл советы рәйесе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967).
- Сөнәғәтов Борис Лоҡман улы (1934—2003), нефтсе. 1958 йылдан «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры, участка начальнигы, өлкән һәм баш инженеры, 1982 йылдан Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводының цех начальнигы һәм директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Шибаева Вера Михайловна (1949—20.11.2000), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Привокзальный ҡасабаһынан.
- Ключарёва Рима Шәһит ҡыҙы (1954), театр артисы. 1990 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан (1997) һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғиззәтуллина Мөнирә Сәхиулла ҡыҙы (1959), шәфҡәт туташы. 1981 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһы 2-се поликлиникаһының участка шәфҡәт туташы, 2001 йылдан терапея бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәләлов Фәнил Рифхат улы (1959), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2011 йылдан Ҡариҙел районы Урғыш ауыл хакимиәте башлығы, 2017 йылдан «Зуев» йәмғиәте агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Анощенков Андрей Иванович (1969—15.08.1999), Рәсәй эске ғәскәрҙәренең хәрби осоусыһы, майор. Өфө юғары хәрби авиация осоусылар училищеһын 1991 йылда тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң). Сығышы менән Архангельск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1893: Михаил Тухачевский, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1905: Алексей Румянцев, СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, академик.
- 1920: Николай Андреев,СССР һәм Рәсәй лингвисы.
- 1925: Валерий Гинзбург, СССР кинооператоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
- 1925: Евгений Родыгин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1925: Джон Шлезингер, Бөйөк Британия кинорежиссёры.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға