Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы (рус. Нигматуллин Акрам Агзамович; 16 февраль 1946 йыл — 5 март 2007 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) Юғары Советы һәм 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны 1-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2007
Һөнәр төрө агроном
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ябырға

Биографияһы

Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 1946 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Милләте - башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Баймаҡ районы колхозында баш агроном булып башлай, ВЛКСМ-дың Баймаҡ районы комитетында секретарь була.

1975—1990 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры, Сибай совхозы директоры, Йылайыр совхоз-техникумы директоры вазифаларында эшләй.

1990 йылдан — Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы[1].

Баймаҡ районы 163-сө Зауралье һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана Юғары Советтың Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[2].

Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 2007 йылдың 5 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хәтер

  • 2016 йылдың февралендә Баймаҡ районы хакимиәте бинаһына Әкрәм Ағзам улы Ниғмәтуллин хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылды[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.