From Wikipedia, the free encyclopedia
Ура́н (символы: ) — Ҡояш системаһындағы планета, алыҫлығы буйынса Ҡояштан етенсе урында, диаметры буйынса өсөнсө, ауырлығы буйынса дүртенсе урында. Ерҙән күренмәй. Телескоп ярҙамында асылған беренсе планета[1]. 1781 йылдың 13 мартында инглиз ғалимы Уильям Гершель абайлап ала һәм Ҡояш системаһының сиген киңәйтә. Уға боронғо гректарҙың күк аллаһы Урандың исеме бирелә. Был асышҡа тиклем күҙетеүселәр уны нурһыҙ йондоҙ тип уйлаған була[2].
Уран | |||||||||
Открытие | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Беренсе асыусы |
Уильям Гершель | ||||||||
Асылған урыны |
Бат, Бөйөк Британия | ||||||||
Асылған ваҡыты | |||||||||
Экзопланетаны табыу ысулы |
күҙәтеү | ||||||||
Орбита характеристикалары | |||||||||
Эпоха: J2000 | |||||||||
Перигелий |
2 748 938 461 км | ||||||||
Афелий |
3 004 419 704 км | ||||||||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
2 876 679 082 км | ||||||||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,044 405 586 | ||||||||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
30 685,4 көн | ||||||||
Әйләнеүҙең Синодик периоды |
369,66 көн | ||||||||
Орбита тиҙлеге (v) |
6,81 км/с | ||||||||
Уртаса аномалия;(Mo) |
142,955717° | ||||||||
Ауышлығы (i) |
0,772556° | ||||||||
Долгота восходящего узла (Ω) |
73,989821° | ||||||||
Перицентр аргументы (ω) |
96,541318° | ||||||||
Юлдаштары |
27 | ||||||||
Физик характеристикалар | |||||||||
Поляр ҡыҫылышы |
0,02293 | ||||||||
Экватор радиусы |
25 559 км | ||||||||
Поляр радиусы |
24 973 км | ||||||||
Өҫлөк майҙаны (S) |
8,1156·109 км² | ||||||||
Күләме (V) |
6,833·1013 км³ | ||||||||
Массаһы (m) |
8,6832·1025 кг | ||||||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
1,27 г/см³ | ||||||||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
8,87 м/с² (0,886 g) | ||||||||
Икенсе космик тиҙлек (v2) |
21,3 км/c | ||||||||
Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге |
2,59 км/с | ||||||||
Әйләнеү периоды (T) | |||||||||
Күсәр ауышлығы |
97,77° | ||||||||
Прямое восхождение северного полюса (α) |
17 сәғ 9 мин 15 с | ||||||||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
−15,175° | ||||||||
Альбедо |
0,300 (Бонд) | ||||||||
Күренгән йондоҙ дәүмәле |
5,9— 5,32 | ||||||||
Мөйөшсә диаметр |
3,3"—4,1" | ||||||||
Температура | |||||||||
| |||||||||
уровень 1 бара |
| ||||||||
0,1 бара (тропопауза) |
| ||||||||
Атмосфера | |||||||||
|
Башлыса водородтан һәм гелийҙанҙан торған газ гиганттары Сатурн менән Юпитерҙан айырмалы рәүештә Урандың һәм уға оҡшаш Нептундың эсендә металл водороды бөтөнләй юҡ, әммә юғары температуралы модификацияларында боҙ ифрат күп. Шул сәбәп буйынса белгестәр был ике планетаны айырым «боҙ гиганттары» категорияһына индерә. Уран атмосфераһының нигеҙен водород менән гелий тәшкил итә. Бынан тыш, унда метан һәм башҡа углеводород эҙҙәре табыла, шулай уҡ боҙ, ҡаты аммиак һәм водородтан болоттар ҙа бар. Ҡояш системаһында Уранда иң һалҡын планетар атмосфера, минималь температураһы — 49 К (-224 °C). Урандың болоттары ҡатмарлы ҡатламлы төҙөлөшкә эйә, унда һыу иң түбәнге ҡатламда, ә метан — юғарғы ҡатламда[3]. Урандың эсе, нигеҙҙә, боҙҙан һәм тау тоҡомдарынан тора.
Ҡояш системаһының газ гиганттарындағы кеүек үк, Уранда ҡулсалар системаһы һәм магнитосфера, бынан тыш уның 27 юлдашы бар. Урандың киңлектә билдәләнеше Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙан айырыла — уның әйләнеү күсәре был планетаның Ҡояш тирәләй әйләнеү яҫылығына ҡарата бер ни тиклем «ҡырын» ята. Шуға күрә лә Уран Ҡояш тирәләй йә төньяҡ полюсы, йә көньяҡ полюсы, йә экваторы, йә урта киңлектәре менән алмашлап боролоп әйләнә.
1986 йылда Американың «Вояжер-2» йыһан аппараты Ергә Уранды бик яҡындан фотоға төшөрөп ебәрә. Һүрәттәрҙә башҡа планета-гиганттарға хас болоттар һыҙаттары менән атмосфера штромдары булмаған «күрмәлекһеҙ» планета күҙ алдына баҫа[4]. Әммә әле, Урандың көн менән төн тигеҙләнеү нөктәһенә яҡынлашыуына бәйле, планетала килеп тыуған миҙгел үҙгәрештәре һәм һауа торошоноң әүҙемләшеүе һыҙаттарын ерҙән күҙәтеү мөмкинлеге тыуҙы. Уранда 250 м/с (900 км/сәғ) тиҙлектәге ел булыуы ихтимал.
Кешеләр Уильям Гершелгә тиклем дә Уранды күҙәтә, әммә уны йондоҙ тип уйлайҙар. Инглиз физик-астрономы Джон Флемстидтың яҙмаларын документлаштырылған иң тәүге яҙма мәғлүмәт тип һанарға кәрәк, ул уны 1690 йылда кәмендә 6 тапҡыр күҙәтә һәм Үгеҙ йондоҙлоғондағы 34-се йондоҙ булараҡ теркәп ҡуя. 1750 йылдан 1769 йылға тиклем француз астрономы Пьер Шарль ле Моньер Уранды 12 тапҡыр күҙәтә. Уға тиклем барлығы 1781 йылға тиклем Уран бөтәһе 21-се тапҡыр күҙәтелә[5].
Ошо хеҙмәте өсөн Гершель король Георг Өсөнсөнөң ғүмерлек стипендияһына (200 фунт стерлинг) лайыҡ була, әммә түбәндәге шарт менән: Гершель Виндзорға күсенергә тейеш, сөнки король ғаиләһе уның телескобынан күк йөҙөн күҙәтергә теләй[6].
Жозеф Лаланд планетаны уны асыусы хөрмәтенә «Гершель» тип атарға тәҡдим итә. Башҡа атамалар ҙа тәҡдим ителә: мәҫәлән, антик мифологиялағы алла Сатурн ҡатынының исеме Кибел[5]. Немец астрономы Иоганн Боде, ғалимдарҙан беренсе булып, грек пантеонының күк аллаһы хөрмәтенә планетаны Уран тип атарға тәҡдим итә, сөнки «Сатурн Юпитерҙың атаһы була, шуға ла яңы планетаны Сатурндың атаһы Уран хөрмәтенә атау дөрөҫ булыр»[6][7], тип иҫәпләй ул. Гершелдең вафатынан һуң бер йыл үткәс тә[8], 1823 йылда, ғилми эштә планетаның рәсми исеме Уран тип атала. Элекке «Georgium Sidus» исеме йәки «Георг» һирәкләп осрай, тик Бөйөк Британияла ғына 70 йыл дауамында планета элекке исеме менән йөрөтәлә. Ғәли йәнәптәренең «Nautical HM Almanac Office» Диңгеҙ альманахы нәшриәте 1850 йылда үҙенең исемлектәрендә Уран атамаһын нығытып ҡуйғандан һуң ғына планета аҙаҡ килеп Уран тип атала[7].
Ҡытай, япон, вьетнам һәм корея телдәренән һүҙмә-һүҙ тәржемәһе — планета «Йондоҙ/Күк батшаһы планетаһы»[9].
Планета Ҡояштан уртаса 19,1914 а. е. (2,8 млрд км) алыҫлыҡта ята. Уран Ҡояш тирәләй тулыһынса Ерҙәге 84 йыл эсендә әйләнеп сыға. Уран менән Ер араһындағы ара 2,6 млрд километрҙан 3,15 миллиард километрға[10] тиклем үҙгәреп тора. Орбитаның оло күсәре 19,229 а. е.-ға йәки 3 миллиард километрға тигеҙ. Бындай арала Ҡояш нурланышы интенсивлығы Ер орбитаһы нурланышынан 1/400 нисбәтендә тәшкил итә[11]. Тәүге тапҡыр Уран орбитаһы элементтарын 1783 йылда француз астрономы Пьер-Симон Лаплас иҫәпләп сығара, әммә ваҡыт үтеү менән планетаның күҙәтелгән тороштарын иҫәпләүҙәрҙә тап килмәүҙәрҙең булыуы асыҡлана. 1841 йылда британ Джон Кауч Адамс беренсе булып, иҫәпләүҙәрҙәге хаталар әлегә асылмаған планетаның гравитацияһы тәьҫире аҫтында тыуыуы ихтимал, тип фаразлай. 1845 йылда француз математигы Урбен Леверье Уран орбитаһы элементтарын иҫәпләү буйынса бойондороҡһоҙ эш башлай, ә 1846 йылдың 23 сентябрендә Иоганн Готфрид Галле яңы, аҙаҡ Нептун тип аталған планетаны Леверье атаған урында тип әйтерлек таба[12]. Уран үҙ күсәре тирәләй 17 сәғәт 14 минутта әйләнеп сыға. Әммә, башҡа планета-гиганттарҙағы кеүек үк, Уран атмосфераһының иң юғары ҡатламдарында күсәр тирәләй әйләнеү йүнәлешендә тиҙлеге 240 м/c тәшкил иткән бик көслө елдәр иҫә. Шулай итеп, көньяҡ киңлектең 60 градусына яҡыныраҡ күренгән ҡайһы бер атмосфера деталдәре планета тирәләй ни бары 14 сәғәттә әйләнеп сыға[13].
Уран экваторы яҫылығы уның орбитаһы яҫылығына ҡарата 97,86° мөйөш менән ауышҡан — йәғни планета ретроград(ҡәҙимгесә) «ҡырын ятып, башын бер аҙ аҫҡа эйеп» әйләнә. Тимәк Урандан йыл миҙгелдәре Ҡояш системаһындағы башҡа планеталарҙағы кеүек алмашынмай. Башҡа планеталар өйөрсөк кеүек әйләнһә, Урандың әйләнеше тәгәрәп барған шарға оҡшаш. Ошондай аномаль әйләнеүҙе, ғәҙәттә, планета формалашҡан саҡта уның ҙур планетезималь менән бәрелешеү ихтималлығы менән аңлаталар[14]. Ҡояш торошо мәлендә планета полюстарының береһе Ҡояшҡа табан йүнәлтелгән була. Тик экватор эргәһендәге тар һыҙатта ғына көн менән төн тиҙ алмашына; шул уҡ ваҡытта унда Ҡояш, ерҙәге поляр киңлектәрендәге кеүек, горизонт өҫтөнән саҡ ҡына ҡалҡып тора. Ярты йыл үткәс, (Урандағы) хәл ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә: «поляр көн» ярымшарҙың икенсе ғына килә. Һәр плюс Ерҙәге 42 йыл буйы ҡараңғыла — артабан тағы 42 йыл Ҡояш яҡтыһы аҫтында була. Көн менән төн тигеҙләнгәндә Ҡояш Урандың экваторы «янында» тора һәм башҡа планеталарҙағы кеүек көн менән төн алмашына. 2007 йылдың 7 декабрендә Уранда көн менән төн тигеҙләнеше күҙәтелде.
Төньяҡ ярымшарҙың | Йыл | Көньяҡ ярымшарҙа |
---|---|---|
Ҡышҡы ҡояш торошо | 1902, 1986 | Йәйге ҡояш торошо |
Яҙғы төндөң | 1923, 2007 | Көҙгө төндөң |
Йәйге ҡояш торошо | 1944, 2028 | Ҡышҡы ҡояш торошо |
Көҙгө төндөң | 1965, 2049 | Яҙғы төндөң |
Күсәренең шундай ауышлығы арҡаһында Урандың поляр өлкәләре экваториаль өлкәләргә ҡарағанда йыл дауамында Ҡояштан энергияны күберәк ала. Әммә Урандың экватораль өлкәләрендә поляр өлкәләргә ҡарағанда йылыраҡ. Энергияның шулай бүленешенең механизмдары әлегә билдәһеҙ.
Күсәренең ғәҙәти булмаған торошта әйләнеүе лә әлегә фаразлана ғына. Әммә Ҡояш системаһы формалашҡан мәлдә Ер ҙурлығындағы протопланета, Уранға килеп барелеп, уның әйләнеү күсәрен үҙгәрткәндер, тигән фараз өҫтөнлөклө[15]. Күп кенә ғалимдар был фараз менән килешмәй, ул сағында, ти улар, ни эшләп Урандың бер генә айы ла ауыш орбита буйлап әйләнмәй? Тағы ла бер фараз: Урандың бик ҙур юлдашы миллион йылдар дауамында әйләнеү күсәрен урынынан ҡумшытҡан, ә һуңынан юғалған[16].
1995 йылдан 2006 йылға тиклем Урандың күренгән йондоҙ дәүмәле +5,6m һәм +5,9m араһында тирбәлә, йәғни планетаны ябай күҙ менән күреү (яҡынса +6,0m)[17] мөмкин була. Төнөн, күк йөҙө асыҡ булғанда уранды ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин, ә бинокль ҡулланғанда ҡала шарттарында ла ул күренә[18]. Телескоп объективының диаметры 25 см булған осраҡта Урандағы болоттар һәм уның эре юлдаштары (Титания һәм Оберон) да күренә[19].
Уран — Ҡояш системаһындағыи планета-гиганттар араһында еңелерәк, ләкин Ерҙән 14,5 тапҡырға ауырыраҡ. Тығыҙлығы 1,270 г/см3, шуға ла Ҡояш системаһы планеталары араһында тығыҙлығы буйынса Сатурндан һуң икенсе урынға ҡуйыла[20]. Урандың радиусы Нептундыҡынан ҙурыраҡ булһа ла, массаһы бер аҙ кәмерәк[21], был факт уның, нигеҙҙә, һыу, аммиак һәм метан боҙҙарынан тороуын раҫлай[22]. Боҙҙарҙың массаһы, төрлө баһалар буйынса, 9,3-тән алып 13,5-кә тиклем ерҙәге массаныт әшкил итә[23]. Водород менән гелий дөйөм массаның бәләкәй генә өлөшөн тәшкил итә; ҡалған өлөшө тау тоҡомдарына тура килә (улар — планетаның йәҙрәһе, тигән фараз бар).
Урандың стандарт моделе, өс өлөштән тора, тип фаразлана: үҙәгендә — таш йәҙрә, уртала — боҙ ҡатламы, тышта — водород-гелий атмосфераһы[22]. Йәҙрәһе сағыштырмаса бәләкәй, боҙ мантияһы планетаның ҙур өлөшөн алып тора (дөйөм радиустың 60 процентын алып тора). Боҙ ҡабығы, ғәмәлдә боҙҙан түгел, ә эҫе, тығыҙ шыйыҡлыҡтан тора (һыу, аммиак һәм метан ҡатнашмаһы). Юғары электр үткәреүсәнлегенә эйә булған ошо шыйыҡсаны «аммиак һыуы океаны» тип тә атайҙар[24].
Урандың саҡ күренгән микрометрҙан метр өлөштәренә тиклемге диаметрҙағы ҡараңғы өлөшсәләрҙән торған ҡулсалар системаһы бар[4]. Был — Ҡояш системаһында табылған икенсе ҡулса системаһы (тәүгеһе Сатурндың ҡулсалар системаһы). Әлеге ваҡытта Уранда 13 ҡулса булыуы билдәле, иң сағыуы ε (эпсилон) . Урандың ҡулсалары, моғайын, ярайһы уҡ йәштер. Тимәк, ҡулсалар планета менән бергә барлыҡҡа килмәгән планеталарҙың ҡулсаһы менән бергә барлыҡҡа килгән. Бәлки, ҡулсалар элегерәк Урандың юлдаштарының береһе булғандыр, берәй күк есеме менән бәрелешкәндә йәки тулышыу көсөнән ыуалғандыр[25].
Уранды асҡан Уильям Гершелдең 1789 йылдың 22 февралендәге яҙмаһында ҡулсалар тураһында ла телгә алына. Күҙәтеүҙәренә яҙған иҫкәрмәләрендә ул Урандың ҡулсалары булыуы ихтимал тип фаразлай.. Шулай уҡ уларҙың ҡыҙыл төҫтә булыуы ихтималлығын да әйтеп үтә, уның был фаразы 2006 йылда Кека обсерваторияһында һуңғы ҡулсанан алдағыһын күҙәтеүҙәр мәлендә раҫлана. Уилям Гершелдең иҫкәрмәләре 1797 йылда Король йәмғиәте журналына барып эләгә. Әммә һуңынан, ике быуат дауамында тиерлек — 1797 йылдан алып 1979 йылға тиклем — әҙәбиәттә ҡулсалар бөтөнләй телгә алынмай, был, әлбиттә, ғалимдың хаталаныуын танырға хоҡуҡ бирә. Шуға ҡарамаҫтан, Гершелдең ярайһы уҡ теүәл итеп күргәндәрен тасуирлауы уның был күҙәтеүҙәрен һанға һуҡмай ҡалдырыу өсөн сәбәп була алмай[26].
Ер Урандың ҡулсалары яҫылығы аша үткәндә улар ҡабырға яҡтан күренә. 2007—2008 йылдарҙа быны күҙәтеү мөмкин булды[27].
«Вояжер-2» менән тикшереү башланғанға тиклем Урандың магнит ҡырын үлсәү бер ҡасан да үткәрелмәй. 1986 йылда йыһан аппараты Уран орбитаһына инер алдынан, ул ҡояш еле йүнәлешенә тап килергә тейеш, тип фаразлана. Был осраҡта геомагнит полюстар эклиптика яҫылығында ятҡан географик полюстар менән тап килергә тейеш. «Вояжер-2» үлсәүҙәре Урандың бик үҙенсәлекле магнит ҡырына эйә булыуын раҫлай магнит ҡыры планетаның геометрик үҙәгенән түгел, ә әйләнеү күсәренә ҡарата 59 градусҡа ауышҡан яҫылыҡтан йүнәлтелә[28]. Ысынында магнит диполе планета үҙәгенән яҡынса 1/3-кә планета радиусынан көньяҡ полюсҡа табан шылған. Был ғәҙәти булмаған геометрия асимметрик магнит ҡырына булдыра, көньяҡ ярымшар өҫтөндәге көсөргәнешлек 0,1 гаусс тәшкил итә ала, ә төньяҡ ярымшарҙа ул 1,1 гауссҡа тиклем етергә мөмкин. Планета буйынса был күрһәткес уртаса 0,23 был гауссҡа тигеҙ (сағыштырыу өсөн, Ерҙең магнит ҡыры ике ярымшарҙа ла бер төрлө, магнит экваторы яҡынса «физик экваторға» тап килә). Урандың диполь моменты ерҙекенән 50 тапҡырға артығыраҡ[29]. Урандан тыш, ошондай ауыш магнит ҡыры Нептунда ла күҙәтелә — шуның менән бәйле, тип фаразлайҙар, бындай конфигурация боҙ гиганттарына хастыр. Теорияларҙың береһе был феноменды түбәндәгесә аңлата: ер төркөмөндәге планеталарҙа һәм башҡа планета-гиганттарҙа магнит ҡыры үҙәк йәҙрәлә барлыҡҡа килә, ә «боҙ гиганттарында» магнит ҡыры сағыштырмаса бәләкәй тәрәнлектә барлыҡҡа килә: мәҫәлән, шыйыҡ аммиак океанында, тотороҡло ҡатламлы структураһы булған, шыйыҡ эске өлөшөн уратып алған нәҙек конвектив ярыла барлыҡҡа килә магнит ҡыры[24][30].
Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм төҙөлөшө буйынса Уран Ҡояш системаһы планеталары төҙөлөшө менән оҡшаш. Үҫешкән магнит ҡойроғо һәм радиация бүлкәттәре бар[28][29][31].Тотош алғанда Уран манитосфераһы буйынса Юпитерҙан айырылып тора һәм күберәк Сатурнды хәтерләтә. Планетаныэ магнит ҡойроғы миллиондарса саҡрымға һуҙыла һәм планетаның әйләненән кәкрәйгән. Магнит ҡырында ҙур яҫылыҡтар барлыҡҡа килтергән юлдаштары Урандың магнитосфераһында мөһим роль уйнай. Киҫәксәләр ағымы ярайһы уҡ юғары, улар 100 000 йыл дауамында айҙарының өҫтөн ҡараңғылап тороуы ихтимал. Бәлки, юлдаштарының һәм ҡулсалары киҫәксәләренең ҡараңғы төҫтө булыуы ла шунандыр. Уранда поляр балҡыш яҡшы үҫешкән[32]. Әммә Юпитерҙан айырмалы рәүештә Уранда поляр башҡыш термосфераны. энергетик балансы өсөн әллә ни мөһим түгел[33].
Урандың өҫтө ҡаты булһа ла, өҫтөндәге газға оҡшаш болоттарҙы уның атмосфераһы тип атайҙар[3]. Урандың атмосфераһы планетаның тыҡшы ҡатламынан баҫымы 100 бар һәм температураһы 320 K булғанда 300 км бейеклектә башлана[34]. «Атмосфера коронаһы»ның" радиусы "өҫтөнән 2 тапҡырға артығыраҡ һәм баҫымы 1 барға етә. Атмосфераны шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә мөмкин: тропосфера (-300 км — 50 км; баҫымы — 100 — 0,1 бар), стратосфера (50 — 4000 км; баҫымы — 0,1 — 10−10 бар) һәм термосфера/атмосфера коронаһы (планета йөҙөнән 4000 — 50000 км). Уранда мезосфера юҡ.
Уран атмосферыһының составы, гелий һәм молекуляр водород миҡдары бик күп булыу сәбәпле, планетаның ҡалған өлөштәре составынан ярайһы уҡ ныҡ ҡына айырыла. Гелийҙың мольная доляһы (бөтә атомдар һәм молекулалар һанына ҡарата гелий атомдары һанының нисбәте) юғары тропосферала а 0,15 ± 0,03 тигеҙ һәм 0,26 ± 0,05 масса доляһына тап килә. Был һан гелийҙың йондоҙға ҡаршы масса доляһына бик яҡын (0,275 ± 0,01)[35]. Башҡа газ гиганттарындағы кеүек Уранда гелий планета үҙәгендә генә тупланмаған. Уран атмосфераһының өсөнсө өлөшө — метан (CH4). Спектрҙың ҡыҙыл өлөшөндә яҡтылыҡты йотоусы метандың булыуы планетаға йәшелле-зәңгәрле төҫ бирә[36]. Аммиак, һыу һәм көкөрлө водород кеүек әллә ни оса алмаған берләшмәләрҙең атмосфера эсендә барлығы йәки юҡлығы бик аҙ өйрәгелгән[3][37]. Бынан тыш, Урандың юғары ҡатламдарында этан (C2H6), метилацетилен (CH3C2H) һәм диацетилен (C2HC2H) эҙҙәре табыла[38][39]. Был углеводородтар, тип фаразлайҙар, метандың ҡояштың ультрафиолет радиацияһында фотолизы продукты булып тора. Спектроскопия шулай уҡ һыу пары, һөрөм һәм углекислый газдарҙың эҙҙәрен таба. Күрәһең, Уранға улар тышҡы сығанаҡтарҙан киләлер (мәҫәлән, эргәһенән осоп үткән кометаларҙан)[38][39][40].
Дата | Асыу | Беренсе булып асыусы (асыусылар) |
---|---|---|
13 март 1781 | Уран | Уильям Гершель |
11 ғинуар 1787 | Титания һәм Оберон | Уильям Гершель |
22 февраль 1789 | Гершель Уран ҡулсалары тураһында телгә ала | Уильям Гершель |
24 октябрь 1851 | Ариэль һәм Умбриэль | Уильям Лассел |
16 февраль 1948 | Миранда | Койпер |
10 март 1979 | Урандың ҡулсалар системаһы | тикшеренеүселәр төркөмө аса |
30 декабрь 1985 | Пак | Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы |
3 ғинуар 1986 | Джульетта һәм Порция | Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы |
9 ғинуар 1986 | Кресс | Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы |
13 ғинуар 1986 | Дездемона, Розалинд һәм Белинда | Синнот һәм «Вояжер-2» станцияһы |
20 ғинуар 1986 | Корделия һәм Офелия | Террил һәм Вояжер-2 |
23 ғинуар 1986 | Бианка | Смит һәм «Вояжер-2» станцияһы |
6 сентябрь 1997 | Калибан һәм Сикоракс | тикшеренеүселәр төркөмө аса |
18 май 1999 | Пердита | Каркошка һәм «Вояжер-2» станцияһы (1986 йылдың 18 ғинуарындәғы һүрәттәр буйынса ) |
18 июль 1999 | Сетебос, Стефано һәм Просперо | тикшеренеүселәр төркөмө аса |
13 август 2001 | Тринкуло, Фердинанд һәм Франциско | тикшеренеүселәр төркөмө аса |
25 август 2003 | Маб һәм Купидон | Шоуолтер һәм Лизёр |
29 август 2003 | Маргарита | Шеппард һәм Джуитт |
23 август 2006 | Урандағы ҡара тап | Хаббл ис. йыһан телескобы һәм тикшеренеүселәр төркөмө |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.