22 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 356-сы көнө (кәбисә йылында 357-се). Йыл тамамланыуға 9 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әбдиев Рифғәт Фәйез улы (1926—6.04.2019), ғалим-философ, инженер. 1955 йылдан СССР Оборона министрлығының 4-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, конструктор бюроһы начальнигы; 1978 йылдан Бөтә Союз машиналар эшләү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1983 йылдан Мәскәү урман университеты, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Мәскәү техник университеты, 1995—2001 йылдарҙы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996).
- Горбанева Вера Александровна (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы мәктәптәренең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Сығышы менән ошо райондан.
- Ковалёва Лиана Ароновна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — ғәмәли (прикладной) физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2020) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (2006) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Нафиҡов Рим Ғәфүр улы (1956), медцина өлкәһе ветераны, ғалим-невропатолог. 1984 йылдан УфНИИГПЗ-дың ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2003 йылдан лаборатория мөдире, 2006 йылдан —өлкән ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Баһаутдинов Абрар Мөхәмәт улы (1917—31.01.1968), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө рангтағы хәрби табип. 1956—1968 йылдарҙа Учалы район дауаханаһының баш табибы һәм баш хирургы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1961). Сығышы менән Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Теләү улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Агаповка районы) Әбләз ауылынан.
- Конюкова Софья Нурый ҡыҙы (1922—4.12.2019), табип. 1957 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы, 1963 йылдан — поликлиника, 1966 йылдан — инфекция бүлеге мөдире, 1985—1991 йылдарҙа — табип-инфекционист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
- Одиноков Виктор Николаевич (1937), ғалим-химик-органик. 1970 йылдан Өфөләге Органик химия институтының, 1992 йылдан — Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире. 1995—2004 йылдарҙа «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР Фәндәр академияһының А. М. Бутлеров исемендәге премияһы лауреаты (1988).
- Фәрәхетдинова Мәнирә Әүхәт ҡыҙы (1947—30.03.2005), шағир, ғалим. Физика-математика фәндәре кандидаты. 1999 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Әҙәби конкурстар лауреаты. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Мусакаев Миҙхәт Биктимер улы (1952), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, 1996 йылдан — Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (1999). Бер нисә саҡырылыш Стәрлетамаҡ район советы депутаты, өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш совет рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән Түбәнге Уҫылы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1823: Жан Анри Фабр, Франция этномологы.
- 1858: Джакомо Пуччини, Италия композиторы.
- 1887: Сриниваса Рамануджан, Һиндостан математигы.
- 1937: Эдуард Успенский, СССР яҙыусыһы.
- 1943: Пол Вулфовиц, АҠШ сәйәсмәны, Халыҡ-ара банк президенты (2005—2007).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға