Талбазы (Ауырғазы районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районындағы ауыл, район үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia

Талбазы (Ауырғазы районы)map

Талбазы (рус. Толбазы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл, район үҙәге. Талбазы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 10114 кеше[2][3]. Почта индексы — 453480, ОКАТО коды — 80205846001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Ауыл
Талбазы
рус. Толбазы
Thumb
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Талбазы

Координаталар

54°00′21″ с. ш. 55°53′39″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1747

Халҡы

10 114[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр, православие динен тотоусылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34745

Почта индексы

453480, 453481

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 846 001

ОКТМО коды

80 605 446 101

ГКГН номеры

0526341

Thumb
Талбазы
Талбазы
Thumb
Талбазы
Ябырға

Географияһы

Ауыл Өфөнән көньяҡҡа 78 саҡрым алыҫлыҡта һәм Стәрлетамаҡтан төньяҡҡа табан 35 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдың майҙаны: 1221,097 га.

Ауыл рельефы тулҡынлы-убалы, уйпатлыҡтарҙа быуалар һәм күлдәр урынлашҡан. Ауыл территорияһында тәбиғи күлдәр бар: Эскәрекүл, Ауылкүл, Арғыкүл, Урал һәм башҡалар. Һыу үткәргестәр ҡоролғанға тиклем күлдәр халыҡ өсөн төп эсәр һыу сығанағы булған.

Тарихы

Талбазы ауылына 1735 йылда 1734—1744 йылдарҙағы Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов күрһәтмәһе буйынса почта ямы булараҡ нгеҙ һалына. 1742 (башҡа мәғлүмәт буйынса 1747 йылдан), типтәрҙәр һәм мишәрҙәр Меркет-Мең улусының аҫаба башҡорттарынан оброк түләү шарты менән ер алып, керҙәшлек килешеүе төҙөгәндән һуң, билдәле була. Типтәрҙәр 5-се һәм 7-се командаларға ҡарай. Бында Түбәнге Новгород губернаһының Ҙур Ҡыҙыл Яр (Большой Красный Яр) ауылынан күсеп килгән хеҙмәтле татарҙар ҙа була. Һуңынан уларҙың күбеһе Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсенә.

1779 йылда шундай уҡ килешеү менән — яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килә. 1795 йылда улар 30 кеше, 64 йылдан һуң Талбазыла 3 мишәр һәм 40 типтәр йорто иҫәпләнә, унда 258 ир-ат һәм 267 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1795 йылда 5 яһаҡлы һәм 20 хеҙмәтле татар Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсенә[4].

1865 йылға тиклем ауыл Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Уны бүлгәндән һуң 1865 йылда Талбазының ике өлөшөнә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡарай башлай. 1865 йылда Талбазыла (Ғәҙелморатта) 64 йортта 570 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы булған.

1906 йылда мәсет, 3 бакалея кибете, запас иген һааҡлай торған мөгәзәй, почта бүлексәһе теркәлгән. XIX быуат аҙағында Талбазыға — XVIII быуат уртаһында нигеҙләнгән Ғәҙелморат ауылы, 1983 йылда 1893 йылда нигеҙләнгән Софиполь ауылы ҡушылған[5].

1930 йылдан алып ауыл Яңы Ҡарамалы районына инә.

1940 йылда район Ауырғазы тип үҙгәртелә, ә Талбазы уның административ үҙәге итеп билдәләнә.

Бөгөнгөһө

Иҡтисады

Ауыл хужалығын хеҙмәтләндереүсе тармаҡ предприятиелары һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятиелар урынлашҡан. 3 кирбес заводы, урман хужалығы, һөт заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты эшләй.

Транспорты

Ауыл аша Өфө-Ырымбур федераль юл (автоюл) үтә

Социаль өлкә

Ауылда башлыса бер ҡатлы ағас һәм кирбес йорттар төҙөлгән; шулай уҡ ике һәм өс ҡатлы йорттар бар. Ул көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ, көнсығыш, шулай уҡ «Софиполь» биҫтәләренә бүленгән. Иң оҙоно — Ленин урамы, ул бөтә ауыл буйлап төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған.

Ауыл тулыһынса электрлаштырылған, радиолаштырылған. Күп фатирлы йорттарҙы, производство объекттарын, учреждение һәм ойошма биналарын йылылыҡ менән тәьмин итеү тәбиғи газға күсерелгән үҙәк һәм квартал ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин ителә. Күп йорттар газ менән йылытыла. Һыу үткәргес эшләй.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

Талбазы лицейы, урта һәм төп мәктәп, һөнәри лицей һәм башҡорт гимназияһы, Б.Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе, 6 балалар баҡсаһы, район үҙәк дауаханаһы, район мәҙәниәт йорто (6 халыҡ художество үҙешмәкәр коллективы, шул иҫәптән, Ауырғазы халыҡ театры), үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, балалар ижады үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Ауырғазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Мәсет, сиркәү бар[6].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август1800
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар320115651636
1959 йыл 15 ғинуар255010761474
1970 йыл 15 ғинуар443821002338
1979 йыл 17 ғинуар681034573353
1989 йыл 12 ғинуар902243124710
2002 йыл 9 октябрь1016448435321
2010 йыл 14 октябрь1011447405374
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (62,1 %), сыуаштар (15,2 %), башҡорттар (10,2 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

1850 йылда[8] Талбазы ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Урамдары

  • Еңеүҙең 50 йыллығы урамы рус. улица 50 лет Победы
  • 7 Ноябрь урамы рус. улица 7 Ноября
  • 8 Март урамы рус. улица 8 Марта
  • Бәхти Ғәйсин урамы рус. улица Бахти Гайсина
  • Бикташев урамы рус. улица Бикташева
  • Вәлитов урамы рус. улица Валитова
  • Яҙғы урам рус. Весенняя улица
  • Волочаев урамы рус. Волочаевская улица
  • Көнсығыш урамы рус. Восточная улица
  • Гагарин урамы рус. улица Гагарина
  • Ғәликәйев урамы рус. улица Галикеева
  • Гәрәев урамы рус. улица Гареева
  • Гоголь урамы рус. улица Гоголя
  • Грибоедов урамы рус. улица Грибоедова
  • Гөлнәҙек урамы рус. улица Гульназек
  • Алыҫ урам рус. Дальняя улица
  • Юлсылар урамы рус. улица Дорожников
  • Дуҫлыҡ урамы рус. улица Дружбы
  • Имәндәр урамы рус. улица Дубки
  • Завод урамы рус. улица Заводская
  • Көнбайыш урам рус. Западная улица
  • Төҙөүсе урамы рус. улица Зодчего
  • Ибраһимов урамы рус. улица Ибрагимова
  • Интернациональ урам рус. улица Интернациональная
  • Ишмырҙин урамы рус. улица Ишмурзина
  • К.Иванов урамы рус. улица К.Иванова
  • Киров урамы рус. улица Кирова
  • Коллектив тыҡрыҡ рус. Коллективный переулок
  • Колхоз урамы рус. Колхозная улица
  • Комаров урамы рус. улица Комарова
  • Косенко урамы рус. улица Косенко
  • Крупская урамы рус. улица Крупская
  • Мәҙәниәт урамы рус. Культурная улица
  • Курчатов урамы рус. улица Курчатова
  • Кутузов урамы рус. улица Кутузова
  • Ленин урамы рус. улица Ленина
  • Урман урамы рус. Лесная улица
  • Лира Шарипова урамы рус. улица Лиры Шариповой
  • Логачев урамы рус. улица Логачева
  • Ломоносов урамы рус. улица Ломоносова
  • Болон урамы рус. Луговая улица
  • М. Ғафури урамы рус. улица М.Гафури
  • М.Горький урамы рус. улица М.Горького
  • Макаренко урамы рус. улица Макаренко
  • Малахов урамы рус. улица Малахова
  • Матросов урамы рус. улица Матросова
  • Маяковский урамы рус. улица Маяковского
  • Мирсәйетов урамы рус. улица Мирсаитова
  • Йәштәр урамы рус. Молодежная улица
  • Ноғоманов урамы рус. улица Нагуманова
  • Нәҙир Сәғәҙиев урамы рус. улица Надира Сагадиева
  • Николаев урамы рус. улица Николаева
  • Яңы Өфө урамы рус. Ново-Уфимская улица
  • Өлгөлө урам рус. Образцовая улица
  • Көҙгө урам —рус. Осенняя улица
  • Островский урамы рус. улица Островского
  • Парк урамы рус. Парковая улица
  • Партизан урамы рус. Партизанская улица
  • Беренсе Май урамы рус. Первомайская улица
  • Баҫыу урамы рус. Полевая улица
  • Дөрөҫлөк урамы рус. улица Правды
  • Дөрөҫлөк тыҡрығы рус. переулок Правды
  • Пушкин урамы рус. улица Пушкина
  • Р.Әхтәмов урамы рус. улица Р.Ахтямова
  • Шатлыҡ урамы рус. Радостная улица
  • Йәйғор урамы рус. Радужная улица
  • Миләш урамы рус. Рябиновая улица
  • С.Лазо урамы рус. улица С.Лазо
  • С.Юлаев урамы рус. улица С.Юлаева
  • Сабитов урамы рус. улица Сабитова
  • Яҡты тыҡрыҡ рус. Светлый переулок
  • Азатлыҡ урамы рус. улица Свободы
  • Төньяҡ тыҡрыҡ рус. Северный переулок
  • Ауыл урамы рус. Сельская улица
  • Сергеев урамы рус. улица Сергеева
  • Совет урамы рус. Советская улица
  • Ҡояш урамы рус. Солнечная улица
  • Софиополь урамы рус. Софиопольская улица
  • Социалистик урамы рус. Социалистическая улица
  • Төҙөлөш урамы рус. Строительная улица
  • Суворов урамы рус. улица Суворова
  • Титов урамы рус. улица Титова
  • Тыныс урам рус. Тихая улица
  • Хеҙмәт урамы рус. Трудовая улица
  • Туҡаев урамы рус. улица Тукаева
  • Уңышлы урамы рус. Успешная улица
  • Уңайлы тыҡрыҡ рус. Уютный переулок
  • Фрунзе урамы рус. улица Фрунзе
  • Химиктар урамы рус. улица Химиков
  • Игенселәр урамы рус. улица Хлеборобов
  • Сәскә урамы рус. Цветочная улица
  • Чанышев урамы рус. улица Чанышева
  • Чапаев урамы рус. улица Чапаева
  • Чкалов урамы рус. улица Чкалова
  • Шайморатов урамы рус. улица Шаймуратова
  • Шевченко урамы рус. улица Шевченко
  • Мәктәп урамы рус. Школьная улица
  • Энергетиктар урамы рус. улица Энергетиков
  • Энтузиастар урамы рус. улица Энтузиастов
  • Йәғәфәров урамы рус. улица Ягафарова[9].

Билдәле шәхестәре

Фоторәсемдәр

Видеояҙмаларҙа

  • YouTube сайтында Видео Сабантуй — 2021 в с. Толбазы Аургазинского района
  • YouTube сайтында Видео Встреча гостей IV Всемирной фольклориады в Аургазинском районе

Иҫтәлекле урындары

  • Тыл эшсәндәре һәйкәле[14]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Йылға-күлдәр:

  • Эскәрекүл күле, «эскәре»- «төпкөлдәге» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән яһалған[15]
  • Ауылкүл күле
  • Арғыкүл күле
  • Урал күле

Матбуғатта

  • В Толбазинскую райбольницу поступило новое оборудование[16], Ауырғазы хәбәрҙәре, 2 апрель 2022 йыл

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.