25 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 25-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 340 көн ҡала (кәбисә йылында 341).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Отпуск планлаштырыу көнө.
- Ирланд ҡәһәүәһе көнө.
- Гондурас: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Һиндостан: Туризм көнө.
- Һайлаусылар көнө.
- Беларусь Ҡаҙағстан: Рәсәй Федерацияһы: Украина: Студенттар (Татьяна) көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү дәүләт университетының тыуған көнө.
- АҠШ: Инфузия яһаусы шәфҡәт туташтары көнө.
- Аргентина: Милли фотожурналист көнө.
- Мысыр: Полиция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флоты штурманы көнө.
- Ҡораллы Көстәрҙең Генераль штабы көнө.
- Тажикстан: Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1858: Феликс Мендельсондың «Туй маршы» беренсе тапҡыр башҡарыла.
- 1905: Көньяҡ Африка Республикаһында 3106 каратлы иң ҙур «Куллинан» алмасы табыла.
- 1918: Совет Рәсәйендә Хеҙмәтсәндәр һәм иҙелгән халыҡ хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителә.
- 1924: Францияның Шамони ҡалаһында I Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
- 1941: Хәҙерге Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы ойошторола.
- 1996: Башҡортостан Республикаһы Европа төбәктәре ассамблеяһы ағзаһы итеп ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Глушарин Иларий Казимирович (1895—22.08.1963), актёр, режиссёр. 1936—1938 һәм 1944—1961 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы һәм режиссёры. 1937 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1946—1952 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Кузьмичёва Евдокия Яковлевна (1930—1.06.2002), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1952—1985 йылдарҙа «Шкаповнефтестрой» тресы 2-се төҙөлөш идаралығының (Бәләбәй ҡалаһы) биҙәкләү эштәрен башҡарыусылар бригадиры. СССР-ҙың 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982). Ленин (1960) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Дияш ауылынан.
- Шәрипов Борис Усман улы (1940), ғалим-инженер механик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2001 йылдарҙа авиация технологик системалары факультеты деканы, 2003 йылдан – Борисоглебск педагогия институтының математика һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Исламов Тимерғәли Әхмәтғәли улы (1940), ветеран-педагог. Ейәнсура районы Бикбау урта мәктәбенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы (1945), ғалим-инженер механик. 1963—1997 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1997—2009 йылдарҙа Өфөләге «Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау» ғилми үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005).
- Түлебаев Мөхәмәт Усман улы (1945), ветеран-педагог, ҡурайсы. 1963—1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан Белорет районы Шығай урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—2007 йылдарҙа мәктәптәге ҡурай түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә — Мәскәү), Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы, 1990; Гран-при), Төбәк-ара ҡурай байрамы (Октябрьский ҡалаһы, 2005; Гран-при) лауреаты.
- Ғәлин Рауил Әхтәрйән улы (1950), актёр. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Яңы Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Андреев Сергей Александрович (1960), спортсы, юғары категориялы тренер. Олимпия резервының Өфө ҡалаһындағы 7-се спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Харисова Илмира Миңнулла ҡыҙы (1960—4.04.2007), ғалим-гигиенист, дәүләт хеҙмәткәре. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан — йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире. 2001 йылдан Өфө ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы, 2003—2007 йылдарҙа – хакимиәт башлығы урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Рәхимова Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (1970), театр актёры, педагог. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Башҡорт драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2004—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. Башҡортостандың халыҡ артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Туйыш ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Пулькин Григорий Степанович (1916—12.01.1945), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия батареяһы тимерсеһе (1939—1940), рядовой; артиллерия взводы, батареяһы, артиллерия дивизионы командиры (1941 йылдан), гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡортостанда тыуғандар араһынан был юғары исемгә беренсе лайыҡ булыусы.
- Баҙыков Рәйеф Карам улы (1946), матбуғат ветераны, фотохәбәрсе һәм фоторәссам. 1980 йылдан «Вечерняя Уфа», 1983 йылдан — «Республика Башкортостан» гәзите фотокорреспонденты. СССР-ҙың Журналистар (1985) һәм Фоторәссамдар (1991) союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1995), «Рәсәйҙең иң яҡшы фотоһүрәттәре» Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү, 2010) һәм Р. Исламов исемендәге премия (1999) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
- Тамара Ғәниева (Ғәниева Тимербикә Әхмәтшәрип ҡыҙы; 1951), шағир, тәржемәсе һәм драматург. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2019) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
тулы исемлек
- Әмиров Фәрит Ғизулла улы (1951), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы «Күмертау» совхозының элекке механизаторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Куликова Марина Германовна (1961), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал буйынса концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Солтанова Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы (1966), журналист. 1990 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы мөхәррире, хәбәрсеһе, өлкән мөхәррире һәм комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты (2009).
- Артур Дәүләтбәков (1971), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Волконский Григорий Семёнович (1742—17.06.1824), кенәз, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1803—1817 йылдарҙа Ырымбур хәрби губернаторы.
- Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (1907—09.07.1986), театр актёры, режиссёр. 1931–1939 һәм 1941–1947 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры, 1939—1941 һәм 1947—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).
- Әмирхәнов Әнүәр Хабибулла улы (1912—03.03.1986), ғалим-химик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының ғилми хеҙмәткәре, 1954 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы; 1974—1986 йылдарҙа Химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғөзәиров Баҡый Мөхәмәтхәй улы, (1917—2007), хәрби хеҙмәткәр, майор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Таганов Леонид Александрович (1927—1994), агроном. Хәйбулла сорт һынау участкаһының элекке мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Елизарьев Валентин Егорович (1937), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим—иҡтисадсы. 1958—1979 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972 йылдан Аммиак заводының баш инженеры, 1974 йылдан — директоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Тарабирҙе ауылынан.
- Мөхәмәтова Зуля Ғәлим ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1962—1998 йылдарҙа Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы һәм машина менән һыйыр һауыу операторы. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Күкҡуян ауылынан.
- Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (1957—14.10.2020), театр һәм кино актёры. 1983—2020 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).
- Казаков Рауил Яғмур улы (1982), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Фәтихова Алёна Александровна (1992), спортсы. Өфө ҡалаһы Дим районының «Батыр» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Билбаулы көрәш буйынса Рәсәй спорт мастеры. Донъя чемпионы һәм төрлө кимәл чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәтйәнов Шәһәҙәт Төхвәтшә улы (1933—28.10.2016), нефтсе. 1962—1988 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1982), нефть сәнәғәте отличнигы (1967). Ленин (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Үрге Сәрҙек ауылынан.
- Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы (1938), спортсы, бейеүсе. Спорт гимнастикаһы (1958) һәм саңғыла уҙышыу (1959) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959). Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика конкурсы лауреаты (2011).
- Ивах Александр Федорович (1948—20.08.2013), инженер. 2008—2013 йылдарҙа Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының генераль конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2009). Сығышы менән Польшаның Лигниц ҡалаһынан, Совет Армияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре ғаиләһенән.
- Калинушкин Николай Александрович (1948—20.04.2004), скульптор. педагог, йәмәғәтсе. 1977—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультеты, 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (1966). 1991—2004 йылдарҙа Башҡортостандың Рәссамдар союзының идара рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡортостандың (1993) атҡаҙанған рәссамы.
- Усманов Әхмәткирәй Сәлим улы (1958), механизатор. «Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы – Күгәрсен юл һалыу-юл төҙәтеү идаралығының элекке бульдозер машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғирфанов Вәкил Кәли улы (1909—10.05.1980), агробиолог-ғалим, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының директор урынбаҫары, директоры. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
- Фәтхуллин Бәлхи Фәиз улы (1909—?), медик-педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте майоры. 1947—1950 йылдарҙа Өфө фельдшер-акушер мәктәбе (хәҙер Өфө медицина колледжы) директоры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
тулы исемлек
- Зәки Мәхмүтов (1934—17.02.2008), йырсы, педагог. 1976 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1998—2007 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1976) артисы.
- Әбдрәшитова Роза Фәррәх ҡыҙы (1934), элемтәсе. 1951—1995 йылдарҙа Ишембай ҡала элемтә үҙәге телеграфисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ районының 1970 йылдарҙа күсерелгән Аллағыуат ауылынан.
- Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (1939—21.04.2005), педагог, мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Вәлиев Ильяс Иштуған улы (1949), педагог-ғалим. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000).
- Исмәғилев Фоат Ришат улы (1949) химик-технолог-ғалим. 2004 йылдан Өфөләге «Текойл» йәмғиәте директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2010 йылдан — Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (2000).
- Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы (1954), журналист, бер нисә киң мәғлүмәт сараһының элекке мөхәррире. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостанда экологик йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашыусы. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздарыы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001).
- Афонин Сергей Иванович (1959), инженер, иҡтисадсы-ғалим, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы, 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2012—2018 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999), 2-се (1999—2003) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Күмертауҙың почётлы гражданы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Кривошеев Александр Сергеевич (1964), математик-ғалим. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1845: Герман Лопатин, революционер, Карл Маркстың «Капитал»ын руссаға беренсе тәржемә итеүсе.
- 1915: Иван Разволяев, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1928: Эдуард Шеварднадзе, СССР һәм Грузияның дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Грузияның 1995—2003 йылдарҙағы президенты.
- 1933: Корасон Акино, Филиппиндың 1986—1992 йылдарҙағы президенты.
- 1935: Станислав Жук, СССР фигурисы, илдең йыйылма командаһы тренеры.
- 1935: Риф Хәйретдинов, СССР-ҙың тарихсы ғалимы, Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991).
- 1938: Владимир Высоцкий, актёр, шағир, йырҙар яҙыусы һәм башҡарыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- 1953: Ботгрос Николай, СССР һәм Молдавия скрипкасыһы һәм дирижеры, Молдова дәүләт филармонияһының «Лэутарий» халыҡ музыкаһы ансамбле художество етәксеһе.
Был көндө вафат булғандар
- 1945: Латипов Ғабдрахман Хәким улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.