Карл Маркс
немец философы, иҡтисадсыһы һәм социологы, марксизмға нигеҙ һалыусы From Wikipedia, the free encyclopedia
Карл Маркс (нем. Karl Heinrich Marx; 5 май 1818 йыл — 14 март 1883 йыл) — философ, социолог, иҡтисадсы, яҙыусы, сәйәси журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмә хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы[1] формалаша. Был йүнәлештәр коммунистик һәм социалистик хәрәкәттең иделогияһына әүерелә һәм «марксизм» атамаһы ала. «Коммунистар партияһы манифесы» (1848 йылда тәүге тапҡыр баҫылған), «Капитал» (1867 йылда тәүгегә баҫылған) әҫәрҙәре авторы. Ҡайһы бер хеҙмәттәре фекерҙәше Фридрих Энгельс менән берлектә яҙылған.
- Маркс бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Маркс (мәғәнәләр).
Карл Маркс | |
Karl Heinrich Marx | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Трир, Пруссия |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми етәксеһе |
Бруно Бауэр |
Ниндәй өлкәлә танылған |
марксизмға нигеҙ һалыусы, өҫтәмә хаҡ теорияһы авторы |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Биографияһы

Үҫмер һәм йәшлек йылдары
Карл Маркс Трир адвокаты Һенрих Маркстың өсөнсө балаһы. Милләте — йәһүд.
Әсәһе — Һенриетта Маркс, ҡыҙ фамилияһы Прессбург (йәки Пресборк , нем. Henrietta Pressburg, нидерл. Henrietta Presborck), Нимвеген (бөгөнгө Неймеген ҡалаһынан, Нидерланддар).
1817 йылда Карл Маркстың атаһы суд кәңәшсеһе вазифаһын юғалтмаҫ өсөн христианлыҡ (протестантизм) ҡабул итә. Ғаилә ағзалары, шул иҫәптән Карл да, 1825 һәм 1824 йылда[2] суҡына.
1830—1835 йылдарҙа Карл Фридрих-Вильһельм (Friedrich-Wilhelm-Gymnasium (FWG)) гимназияһында уҡый һәм уны 17 йәшендә тамамлай.
Гимназиянан һуң Маркс университетҡа инә, башта Боннда (ике семестр), шунанБерлинда уҡый. Юридик белем алыуҙан тыш тарих һәм философия менән мауыға башлай.
1836 йылда Женни фон Вестфаленға (нем. Jenny von Westphalen) (1814 йылда тыуған) тәҡдим яһай, аҙаҡтан өйләнешәләр.
1849 йылға тиклем
1841 йылда Карл Маркс Берлин университетын экстерн менән тамамлай.
Ул саҡта Маркс Гегель ҡараштары менән мауыҡҡан идеалист була.
Профессор булыу ниәте менән Маркс Боннға күсә, әммә хөкүмәттең реакцион сәйәсәтен күреп, Маркс фән менән шөғөлләнмәҫкә ҡарар итә . Был ваҡытта Рейндың радикаль буржуаһы, һул гегельселәр йоғонтоһо аҫтында, Кёльндә «Rheinische Zeitung» оппозицион гәзит сығара.
1842—1843 йылдарҙа Карл Маркс ошо гәзиттә журналист һәм мөхәррир булып эшләй. Башта Маркс цензураны юҡҡа сығарыу тураһында әйтеп килә, шунан инде хөкүмәтте туранан-тура тәнҡитләй башлай. Уның күп мәҡәләләрен цензура үткәрмәй, йә бик ныҡ төҙәтеп бирәләр.
1843 йылдың башында Маркс прус монархияһын ҡолатырға саҡырып яҙа һәм уны демократия менән алыштырырға өндәй. Хөкүмәт сығырынан сыға һәм 1843 йылдың мартында, Маркс эштән китһә лә, гәзитте ябалар. Маркс гәзиттә эшләгәндә сәйәси иҡтисад, мәсьәләләрен яҡшы белергә кәрәклеге аңлай һәм журналист булып эшләһә лә, ошо фәнде ныҡлап өйрәнергә тотона

1843 йылда аристократка Женни фон Вестфален менән өйләнешәләр.
Прус хөкүмәте Марксты үҙ яғына ауҙарыр өсөн хөкүмәттә эш тәҡдим иткәндән һуң йәш ғаилә Парижға күсенә, унда Маркс Һенрих Һейне һәм Фридрих Энгельс менән дуҫлаша. Һуңғыһы менән ғүмере буйы дуҫ булып ҡала. Тап Энгельс Маркстың иғтибарын эшсе синыфтың хәленә йүнәлтә.

Парижда Маркс эшсе ойошмалар, радикаль даирәләр һәм шәхестәр менән бәйләнешкә инә.
1845 йылдың февралендә Маркс Париждан һөрөлә һәм Брюсселгә күсенә. Энгельс та унда урынлаша. Брюсселдә Маркс һәм Энгельс «Немец идеологияһы» тигән хеҙмәтен яҙа, бында Гегель идеяларына, гегельселәргә тәнҡит яңғырай. 1847 йылда Маркс менән Энгельс немец эмигранттарының йәшерен ойошмаһы — «Ғәҙелдәр берлеге» (аҙаҡ «Коммунистар берлеге» тип үҙгәртелә) — ағзаһы булып китә. Йәмғиәттең һорауы буйынса улар коммунистик ойошманың программаһын — данлыҡлы "Коммунистар фирҡәһе манифесы"н/0} яҙа, ул Лондонда баҫылып сыға (21 февраль 1848 йыл.)
Февраль революцияһынан һуң (1848 й.) Марксты Бельгиянан ҡыуалар. Парижға китә, ә март революцияһынан һуң Германияға, Кёльнға күсенә. Унда ҡыҫҡа ғына ваҡытта революцион «Neue Rheinische Zeitung» гәзитен аса. Тәүге һан 1848 йылдың 1 июнендә сыға. Мөхәрририәттә: Карл Маркс — баш мөхәррир, Һенрих Бюргерс, Эрнст Дронке, Фридрих Энгельс, Георг Веерт, Фердинанд Вольф, Вильгельм Вольф — мөхәррирҙәрр.
«Neue Rheinische Zeitung» Германиялағы һәм Европалағы революцион хәлдәргә тәрән баһа бирелә.
1849 йылдың 19 майында, Саксонияла, Рейн Пруссияһында, Көньяҡ-Көнбайыш Германияла баш күтәреүҙәр баҫтырылғандан һуң, гәзитте ябалар.
Лондонға эмиграция
Карл Маркс 1849 йылдың 16 майында Германиянан ҡыуыла, ғаиләһе менән Парижға күсенә, әммә бердемонстрациянан һуң унан да һөрөлә. Ахыр сиктә Маркс Лондонға күсенә һәм вафатына тиклем шунда йәшәй һәм тарихи «Капитал» хеҙмәтен, һәм иҡтисади әҫәрҙәрен яҙа.
Бик ауыр йәшәйҙәр, уға матди яҡтан Энгельс ҡына ярҙам итә, әҙләп гонорар килә

1864 йылда ул «Халыҡ-ара эшселәр ассоциацияһы» (International Workingmen’s Association, һуңғараҡ Беренсе Интернационал)) — беренсе халыҡ-ара эшселәр ойошмаһы төҙөй[3]
Маркс менән анархистар лидеры Михаил Бакунин коммунистик хәрәкәт тураһында уртаҡ фекер тапмайҙар һәм Гаага конгресында (сентябрь,1872 йыл) анархистар ойошманан ҡыуыла.[4] 1872 Беренсе Интернационал Нью-Йоркҡа күсенә, әммә 4 йылдан Филадельфия конференцияһында тарала.
1867 йылдың майында «Капитал»"дың беренсе томы донъя күрә.
Карл Маркс Лондонда 1883 йылда 64 йәшендә вафат була. Һайгейт зыяратында ерләнгән.
Төп фекерҙәре

Маркстың төп фекерҙәре:
- Тарихты материалистик нигеҙҙә аңлау концепияһы Маркстың донъяға ҡарашының нигеҙе булып тора һәм методологик әһәмиәткә эйә[5]. Уға таянып, Маркс үтә мөһим фәлсәфәүи һорауҙарға яуап бирә. Марксҡа тиклем кешелек йәмғиәтенең тыуыуына һәм үҫешенә идеалистик ҡараштар өҫтөнлөк иткән. Тарихи үҫештең төп этәргес көсө булып кешеләрҙең аҡылы (аң-зиһене) һаналған, ә төрлө тарихи дәүерҙәр уларҙа өҫтөнлөклө булған уй-фекерҙәр (идеялар) аша айырылып ҡаралған. Маркс материаль етештереүҙең әһәмиәтен һәм мөһимлеген аса. Ул йәмғиәтенең нигеҙе: кешелек йәмғиәте йәшәүенең кәрәкле шарты булыу менән бер рәттән материаль байлыҡтар етештереү ысулдары аша кешеләр торомошоноң бар яҡтарын да билдәләй.[6] Нәҡ етештереү өлкәһендә кешеләр төп эште башҡара: тышҡы донъяны һәм үҙҙәрен үҙгәртеү аша тарихты ижад итә.[7] Етештереү көстәре һәм етештереү мөнәсәбәттәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ (конфликт) тарихтың төп этәргес көсө булып тора.[8]
- Материализм һәм диалектиканы берҙәмлектә һәм үҙ-ара бәйләнештә өйрәнеп (ғилми ситез яһап), Маркс Гегель методына ҡапма-ҡаршы булған материалистик диалектика ысулын (методын) булдыра[9] һәм уны үҙенең «Капитал» исемле хеҙмәтендә капиталистик йәмғиәт үҫешен анализлауҙа ҡуллана. Үҫеш барышын (процессын) күрһәткән философик категорияларҙы абстрактлыҡтан конкретлыҡҡа күтәрелеү ысулы менән берҙәм системаға берләштерә.[10] Марксистик материалистик диалектикала үҫеш аңлатмаһы (материаль донъяның дөйөм һыҙаты) һәм дөйөм үҙ-ара бәйләнеш принцибы (бөтә предметтар һәм күренештәр ҙә үҙ-ара килешелгән) үҙәк урында тора.[11] Үҫеш дөйөм һыҙаттар менән билдәләнә: объекттың үҫеш сығанағы объекттың үҙендә (үҫеш ҡәтғи объектҡа эске яҡтан бирелгән процесс); үҫеш һәр саҡ кире ҡайтмаҫ, ҡотолғоһоҙ процесс (үҫешкән материаль системаның элекке торошона кире ҡайтыуы мөмкин түгел)[12]; үҫеш күсәгилешлелек һыҙаттарына эйә (үткәндәге ҡаҙаныш артабанғы үҫештә ҡулланыла); үҫеш аҫтан өҫкә, ябайҙан ҡатмарлыға күсеү йүнәлешендә ынтылышлы үргә барыу (үтелгән этаптарҙың ҡабаланыуы мөмкин түгел); үҫеш спираль буйынса бара (үҫеш процесындағы юғарғы стадияларҙа үтелгән стадияларҙың ҡайһы бер һыҙаттарының өлөшләтә ҡабатланыуы була)[13].
- Кешенең тарих субъекты булуыу хаҡындағы концепция марксизм философияһының иң мөһим донъяға ҡараш фекерҙәренең береһе. Кешенең асылы һәм уның көнитмешенең нигеҙе тәү сиратта аңлы практик йәшәү эшмәкәрлегендә һәм йәмәғәт етештереүендә сағыла. Уныһы үҙ сиратында йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе етештереү процесы ғына түгел, ә тарихи үҫеш барышында донъяны реаль үҙгәртеп ҡороуҙың берҙән-бер
ҡоралы.[14][15][16] Кеше хеҙмәте, бер яҡтан, бары тик кешенеке генә, ижади, ирекле, кешене һәм кешелекте формалаштырыусы һәм үҫтереүсе көс. Икенсе яҡтан, кешеләрҙең етештереү сараларына хосуси милекселек тыуҙырған ижтимағи йәшәү шарттары хеҙмәттең ситкә бирелешен (һатылышын) тыуҙыра. Был иһә кешенең һәм кешелектең имгәнеп-боҙолоуына алып килә. Тартып алынған, ситлаштерелгән (отчуждённый) хеҙмәт түбәндәге үҙенсәлектәр менән билдәләнә: кеше эшмәкәрлегенең ситләшеүе, хеҙмәт барышында кешенең ярлыланыуы һәм өмөтө өҙөлөүе;[17] хеҙмәт шарттарының хеҙмәттең үҙенән айырылыуы: был форманы хеҙмәттең материаль шарттары ғына түгел, уның интеллектуаль шарттары ла бер үк үҙенә ала; хеҙмәт барышында эшсенең үҙ әшмәкәрлегенән айырылыуы һәм унан ситләшеүе;[18] хеҙмәт һөҙөмтәләренең ситләшеүе һәм айырымланыуы, сөнки кеше етештергән әйберҙәр уның үҙенеке түгел;[19] эшләү хоҡуғы өсөн конкуренция һөҙөмтәһендә эшселәрҙең бере-береһенән ситләшеүе һәм барлыҡ кешеләрҙең тауарҙы һатыу өсөн конкуренция арҡаһында уҙ-ара йыраҡлашыуы;[20][21] йәмғиәттең иҡтисади үҫеш кимәленә лә, кеше тәбиғәтенә лә тап килмәгән ихтыяж формалаштырыу юлы менән аңды тормоштан айырыу[22]. Айырылыу, ситләшеү барлыҡ ҡиммәттәрҙең боҙолоуына һәм үҙгәреүенә алып килә. Әгәр кеше иҡтисади ҡиммәттәрҙе юғары маҡсат итеп ҡуя икән, ул рухи (мораль) ҡиммәттәрҙе һанға һуҡмай. Маркс уйынса, социализм бындай айырымлыҡтар бөтөрөлгән йәмғиәт һәм уның төп маҡсаты — кешенең ирекле үҫеше.
- Беренсе булып «эшсе көсө», «өҫтәмә хаҡ» кеүек айырым иҡтисад атамаларын тикшерә. Үҙе яҙғансы, уларҙы «аса».
- «Килем» (прибыль), «рента» (табыш), «ялланма хеҙмәт» (наёмный труд), «иҡтисади иҙеү» (экономическая эксплуатация) төшөнсәләренә үҙе аңлатмаһын бирә.
- Иҡтисади яңырта етештереүҙе (экономическое воспроизводство) үҙенә тиклемге иҡтисадсылар кеүек аҡса әйләнеше формаһында ғына ҡарамай, уны материаль байлыҡтар етештереү, эшсе көстәре һәм етештереү мөнәсәбәттәре берлегендә күрһәтә.
- Тарихи планда бер нисә етештереү ысулын билдәләй[уточ. 1], рассмотрел закономерности их развития, причины и формы смены способов производства.
- Капитализмға хас булған иҡтисади ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы ентекләп тикшерә, социализмға, унан һуң коммунизмға күсеүҙең ҡотолғоһоҙ булыуын нигеҙләй.
Карл Маркс хеҙмәттәре нигеҙендә философияла диалектик һәм тарихи материализм, иҡтисадта — өҫтәмө хаҡ теорияһы, сәйәсәттә — синфи көрәш теорияһы формалаша[1].
Китаптары
Хеҙмәттәре
- Экономическо-философские рукописи (1844)
- Святое семейство, или Критика критической критики. Против Бруно Бауэра и компании. (1845)
- Тезисы о Фейербахе (1845)
- Немецкая идеология (1846)
- Нищета философии. Ответ на «Философию нищеты» г-на Прудона (1847)
- Заработная плата и капитал (1847)
- Манифест коммунистической партии (1848)
- Очерк критики политической экономии (Grundrisse) (1857—1858)
- К критике политической экономии (1859)
- Статьи о Гражданской войне в США (1861)
- Капитал, т. 1. (1867)
- Гражданская война во Франции (1871)
- Критика Готской программы (1875)
- Восемнадцатое брюмера Луи Бонапарта (1885)
- Капитал, т. 2. (1885)
- Капитал, т. 3. (1894)
- Капитал, т. 4. (1905—1910)
- Математические работы 2016 йыл 6 март архивланған.
Баҫмалар
- Маркс К., Энгельс Ф. Соч.: 2-е изд. тт.1-50. — М., 1955—1981.
- Полное собрание сочинений на языке оригиналов: MEGA). Это международное издание полного собрания сочинений ещё не закончено, на данный момент издано больше 100 томов.
- Архив Маркса и Энгельса.
Маркстың роле
" XX быуатта Карл Марксҡа тиклем донъяға йоғонто яһаған башҡа бер кем дә юҡ " (Жак Аттали[23]).
1999 йылда BBC үткәргән фекер өйрәнеү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Маркс мең йылдың иң бөйөк фекер эйәһе тип танылған[24]. АҠШ Конгресы Китапханаһы каталогы буйынса, Марксҡа барыһынан да күберәк бағышлап китаптар яҙылған[25]. Ул тарихта иң ныҡ өйрәнелгән 100 кеше иҫәбендә.
Балалары
Маркстарҙың 7 балаһы булған, дүртәүһе бала саҡта үлгән:
- Женни Каролина (1844—1883), Шарль Лонгеның ҡатыны;
- Женни Лаура (1845—1911), Поль Лафарг ҡатыны;
- Эдгар (1847—1855);
- Генри Эдвард Гай («Гвидо») (1849—1850);
- Женни Эвелин Фрэнсис («Франциска») (1851—1852);
- Женни Джулия Элеонор (1855—1898), Эдуард Эвелинг ҡатыны;
- 1857 йылда тыуған бала исем бирерҙән алда уҡ үлә.
Шулай 1852 йылда хеҙмәтсе Һелен Демут тапҡан баланы ла уныҡы тип һанаусылар бар («Ленхен»).[26]
Иҫтәләген мәңгеләштереү
Карла Маркс тыуған ҡалаһы Трирҙа (Брюккергассе/Brückergasse, 664 — хәҙер Brückenstraße, 10), тыуған йортонда музей ойошторолған.
Рәсәйҙә 1917 йылдағы революциянан һуң күп үҙәк урамдар һәм географик объекттар уның исемен йөрөтә башлай. Мәскәүҙә «Охотный ряд» урамы Маркс проспекты тип яңы исем менән йөрөтөлә башлаған булған. Иҫке исем 1991 йылда кире ҡайтарыла. СССР-ҙың союздаш республикаларында ла был исем киң тарала. Памирҙа Солохсо Батша сусағына Карл Маркс сусағы исеме бирелә.
1919 йылда элекке немец колонияһы Екатериненштадт Марксштадтҡа әйләнә (1942 йылдан — Маркс ҡалаһы, Саратов өлкәһе).
Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Маркс исеме социалистик илдәрҙә лә бирелә башлай — ГДР-ҙа Хемниц ҡалаһы 1953 йылдан 1990 йылға тиклем «Карл-Маркс-Штадт» булып йөрөй. Берлинда Карл-Маркс-Аллее һәм уның аҫтында шул исемле метро станцияһы бар.
1991 йылдан Маркс исеме бирелгән күп объекттарға элекке исемдәре ҡайтарыла әммә Рәсәйҙә һаман һаҡланған урындар ҙа күп, мәҫәлән, Башҡортостанда, шул иҫәптән, Өфөлә.
Һәйкәлдәр
Тәүге һәйкәл Пензала асылған (1 май, 1918)[27]. Шуныһы ҡыҙык, совет осоронан һуң да һәйкәлдәр асылғылай. Мәҫәлән, 2003 йылда Карл Марксҡа һәйкәл Калугала ҡуйылған.
- Маркс ҡәберендә һәйкәл
- Мәскәүҙә театр майҙанында һәйкәл
- Лиховскийҙа һәйкәл (Каменск-Шахтинский ҡ.)
Филателияла
- СССР почта маркаһы, 1943 йыл
- СССР почта маркаһы, 1943 йыл
- СССР почта маркаһы,, 1948 йыл
- СССР почта маркаһы, 1948 йыл
- СССР почта маркаһы,, 1958 йыл
- СССР почта маркаһы, 1958 йыл
- СССР почта маркаһы, 1958 йыл
- СССР почта маркаһы, 1976 йыл
- СССР почта маркаһы, 1988 йыл
- ФРГ почта маркаһы,, 1968 йыл
- ГДР почта маркаһы,, 1971 йыл
- Карл Маркс портреты төшөрөлгән почта штемпеле
Кинола
- Игорь Кваша («Год как жизнь» СССР, 1965)
- Альфред Мюллер (Mohr und die Raben von London, ГДР, 1968)
- Вернер Крейндт («Фердинанд Лассаль», Ferdinand Lassalle, ФРГ, 1972)
- Леон Аскин («Meeting of Minds», телесериал, США, 1977)
- Ли Монтегю («Элеонора Маркс», телесериал, Англия, 1977)
- Юрген Рейтер («Маркс и Энгельс», «Marx und Engels — Stationen ihres Lebens», телесериал, ГДР, 1978-80)
- Венцеслав Кисев («Карл Маркс. Молодые годы», СССР-ГДР, 1979)
- Ив Рифо (Votre enfant m’intéresse, Франция,1981)
- Терри Джонс («Летающий цирк Монти Пайтона», «Monty Python’s Flying Circus», 1970; Monty Python Live at the Hollywood Bowl, 1982, США)
- Ульрих фон Бок («Генрих Гейне», Heinrich Heine — Die zweite Vertreibung aus dem Paradies ФРГ, 1983)
- Мед Хонда («1871», Англия-Франция, 1990)
- Карло Брандт («Женни Маркс», Jenny Marx, la femme du diable Франция, 1993)
- Мартин Хайдер («Лекции Марка Стила» «The Mark Steel Lectures», телесериал, Англия, 2003)
- Роберт Лор («Жизнь Генриха Гейне», Denk ich an Deutschland in der Nacht… Das Leben des Heinrich Heine ФРГ, 2006)
- Карел Затопек и Оливер Бойзен («Die Deutschen», телесериал, ФРГ, 2010).
- Андрес Матти («Coвременники», Франция-Швейцария, 2010)
Китаптары
- Маркс К., Энгельс Ф. Сочинения.Изд.2 Тома 1 — 50 в pdf-формате
- Маркс К., Энгельс Ф. Из ранних произведений.
- Маркс К., Энгельс Ф. Сочинения. Изд. 2 в формате doc
- Карл Маркс в электронной библиотеке Нестор
- Карл Маркс в русской секции Marxists Internet Archive
- Философско-экономические рукописи 1844 года
- Карл Маркс (инг.) Internet Movie Database сайтта
Шулай уҡ ҡарағыҙ
![]() |
Карл Маркс Викиөҙөмтәлә |
---|---|
![]() |
Карл Маркс Викикитапханала |
![]() |
Карл Маркс Викимилектә |
![]() |
Карл Маркс Викияңылыҡтарҙа |
- Марксизм
- Великие экономисты до Кейнса
- Закон народонаселения Маркса
- Кинофильм «Карл Маркс. Молодые годы»
- Каутский, Карл
- Ленин, Владимир Ильич
- Мао Цзэдун
- Марксизм-ленинизм
- Энгельс, Фридрих
Иҫкәрмәләр
Cығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.