Капитали́зм — етештереү һәм бүлеүҙең хосуси милеккә, эшҡыуарлыҡтың бар яҡлап юридик тигеҙлегенә һәм иркенә нигеҙләнгән иҡтисади система. Капиталды арттырыуға һәм табыш алыуға ынтылыш иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төп критерий булып тора[1][2].
Капитализм — иҡтисади абстракция (йәғни конкрет булмаған төшөнсә: предметты уның үҙенсәлектәренән йәки бәйләнештәренән айырып күрһәтеү). Капитализм төшөнсәһендә иҡтисадтың бары тик билдәле бер осрона хас үҙенсәлектәр генә сағылыш тапҡан, әҙ әһәмиәтлеләре бөтөнләй иҫәпкә алынмаған[3][4][5][6]. Конкрет илдәрҙең реаль иҡтисады бер ваҡытта ла бары тик хосуси милеккә генә нигеҙләнмәй һәм эшҡыуарлыҡҡа тулы ирек бирмәй. Унда һәр саҡ теге йәки был дәрәжәлә капитализмға хас булмаған үҙенсәлектәр осрай — юғары ҡатламдың (сословиеның) өҫтөнлөктәре (привилегии — айырым хоҡуҡтары); мөлкәткә эйә булыуҙа, шул иҫәптән күсемһеҙ милектең йә ер бүлеменең ҙурлығы буйынса сикләүҙәр; таможня тотҡарлыҡтары; көнәркәшлек (конкурентлыҡ) көрәше һ.б. Уларҙың ҡайһылары алдағы дәүерҙәрҙең мираҫы булһа, бер өлөшө — капитализмдың үҙенең үҫеш һөҙөмтәһе.
- Капитализм —етештереү сараларының хосуси милектә булыуына һәм ялланма хеҙмәттең капитал тарафынан иҙелеүенә (эксплуатацияланыуына) нигеҙләнгән ижтимағи-иҡтисади формация. Феодализмды алмаштыра, коммунизмдың тәүге (беренсе) фазаһы булған социализмдан алда килә. (Большая советская энциклопедия)
- Капитализм — тауар етештереүҙең баҙарға нигеҙләнгән хәҙерге заман иҡтисади системаһы. «Капитал» йәки эшселәрҙе яллауға тотонолған хаҡ (ҡиммәт) менән контролләнә. (Оксфорд философия һүҙлеге)[7]
- Капитализм (баҙар иҡтисады, ирекле эшҡыуарлыҡ) — Көнбайыш донъяла феодализм ҡолағандан һуң өҫтөнлөк итеүсе иҡтисади система. Унда етештереү сараларының күп өлөшө хосуси милектә була, ә етештереү һәм табышты бүлеү баҙар мөнәсәбәттәре нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Британник (Британия) энциклопедияһы)
Оригинал текст (инг.)
also called free market economy, or free enterprise economy
economic system, dominant in the Western world since the breakup of feudalism, in which most of the means of production are privately owned and production is guided and income distributed largely through the operation of markets.
- Ысын, дөрөҫ капитализм', ирекле конкуренция капитализмы (ингл. pure capitalism, франц. Laissez faire capitalism) — материал байлыҡтар хосуси милектә булған иҡтисади система, ә баҙар һәм хаҡтар иҡтисади эшмәкәрлеккә йүнәлтмә биреү һәм уны көйләү өсөн ҡулланыла. (Кэмпбелл Р. Макконнелл, Стэнли Л. Брю, «Экономикс»)[8].
- Капитализм — етештереү саралары хосуси милекселәрҙә булған иҡтисади система. Предприятиелар һорау-ижтыяж һәм тәҡдим идара иткән баҙар өсөн тауар етештерә. Иҡтисадсылар йыш ҡына капитализм тураһында «конкуренция идара иткән ирекле баҙар» тип һөйләй. Әммә бындай өлгөлө мәғәнәләге капитализмды донъяла табып булмай. Бөгөнгө көнбайыш илдәренең иҡтисад системалары ирекле конкуренция менән хөкүмәт контроленең ҡушылмаһынан ғибәрәт. Хәҙерге капитализмды шәхси эшҡыуарлыҡ менән дәүләт контроленең ҡушымтаһы (комбинацияһы) тип ҡарарға мөмкин. (Америка энциклопедияһы)
Оригинал текст (инг.)
Capitalism is an economic system in which the means of production are owned privately. Business organizations produce goods for a market dominated by the forces of SUPPLY AND DEMAND. Economists often speak of capitalism as a free-market system ruled by competition. But capitalism in this ideal sense cannot be found anywhere in the world. The economic systems operating in Western countries today are mixtures of free competition and governmental control. Modern capitalism may be thought of as a hybrid, combining private enterprise and state control
- Төшөрмәләр
Акулов В. Б., Акулова О. В. «Экономическая теория», Учебное пособие. Петрозаводск: ПетрГУ, 2002 «Теперь мы можем выявить критерии, которыми руководствуется капитал при принятии решения о сфере собственной деятельности. Очевидно, что предприниматель будет ориентироваться на прибыль, которую он может получить, вложив капитал в данный бизнес (ожидаемую прибыль). Учитывая мотивы поведения капиталистов, достаточно просто сделать вывод, что капитал будет интересоваться только теми сферами деятельности, где с достаточно высокой степенью можно получить прибыль не ниже средней.»
Капитализм XXI века 2009 йыл 12 февраль архивланған. Фридрих Август фон Хайек «Критериями капиталистического общественного порядка в экономике должны быть понятия: „норма прибыли“ и „свободная конкуренция“… Критериями капиталистического порядка в общественной сфере должны быть понятия: „частное лицо“, „гражданское общество“ и „индивидуальная свобода“.»
Философский словарь. ФИЛОСОФИЯ ИСТОРИИ К. МАРКСА: «Разнообразие материала, долженствующего быть „подведенным“ под Марксовы категории „феодализм“, „капитализм“, потребовало структурной организации… Абстракции „капитализм“, „социализм“ и др. еще и сейчас используются для введения в политический праксис эффективных ценностных ориентации.».
Philosophy, Oxford Un-ty Press, 1995, р. 119
- К.Маркс «Капитал» Том первый
- Бём-Баверк О. Капитал и прибыль. История и критика теорий процента на капитал
- Бём-Баверк О. Критика теории Маркса: пер. с нем. — Челябинск: Издательство «Социум», 2002. — 283 с — ISBN 5-901901-08-8.
- Балибар, Э., Валлерстайн, И. Раса, Нация, Класс. Двусмысленные идентичности, Пер. А.Кефал, П.Хицкий, М., 2004. ISBN 5-8163-0058-x
- Фридмен М.: Капитализм и свобода (HTML версия)
- Макс Вебер «Протестантская этика и дух капитализма»
- Шумпетер Й. А. Капитализм, Социализм и Демократия: Пер. с англ. /Предисл. и общ. ред. В. С. Автономова. — М.: Экономика, 1995. — 540 с. — (Экон. наследие) — ISBN 5-282-01415-7
- А. Ф. Хайек. 'Пагубная самонадеянность. Ошибки социализма = The Fatal Conceit: The Errors of Socialism. — Москва: «Новости», 1992. — ISBN 5-7020-0445-0.
- Кокшотт, В.Пол & Котрелл, Ф.Аллин, Пер.Ю.Жиловец. Информация и экономика: Критика Хайека. — Москва, ноябрь, 1996.
- Алекс Каллиникос. Маркс: Хит и Миф. — Маркс: Хит и миф, 1999.
- en:Anthony Giddens. Runaway World: How Globalization is Reshaping Our Lives. — London, 1999.
- Giddens, Anthony. Capitalism and Modern Social Theory. An Analyses of the writings of Marx, Durkheim and Max Weber. — Cambridge, 1971.
Был иҡтисад буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.