From Wikipedia, the free encyclopedia
Конкуренция (лат. concurrentia, лат. concurro — бәрелешәм) — иҡтисади субъекттар араһында етештереү факторҙарын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланыу өсөн көрәш.
Иҡтисадтахужалыҡ итеүсе субъекттар конкуренцияһы тураһында һүҙ барғанда, баҙар шарттарының баҙарҙа ҡатнашыусылар тәртибенә бәйлелеге күҙҙә тотола. «Конкуренцияны яҡлау тураһында» № 135-ФЗ 26.07.2006 Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы, конкуренция — ул хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың бер-береһе менән ярышыуы, конкуренция ваҡытында уларҙың тауар баҙарында тауарҙар әйләнешенә бер яҡлы йоғонто яһау мөмкинлеге бөтә йә сикләнә.
Иҡтисади күҙлектән, конкуренция 3 төп йүнәлештә ҡарала:
Камил конкуренция булғанда баҙар күп һанлы һатыусыларҙан һәм һатып алыусыларҙан тора, улар араһында етештереүселәр күп, етештереүселәрҙең һәр береһе баҙарҙа ҙур булмаған урынды биләй һәм тауар һатыу-һатып алыу шарттарын үҙгәртә алмай. Хаҡтар, уларҙың хәрәкәте, башҡа төбәктәрҙәге һәм ҡалаларҙағы һатыусылар һәм һатып алыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр һәр кемгә билдәле. Етештереүсе баҙарға үҙ ихтыярын, тауарға үҙ хаҡын көсләп таға алмай, хаҡтарҙы һорау һәм тәҡдим хасил итә.
Камил конкуренция бер тармаҡта ла тулы сифатта осрамай. Моделгә яҡынайыу ғына ихтимал.
Идеаль баҙар (идеаль конкуренция баҙары) билдәләре:
Камил конкуренцияның идеаль моделен барлыҡҡа килтереү барышы бик ҡатмарлы. Был төргә иң яҡын торған тармаҡ — ауыл хужалығы.
Камил булмаған конкуренция ваҡытында айырым етештереүселәр үҙ тауарҙарына хаҡтарҙы контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә. Уның төрҙәре — монополистик конкуренция, олигополия һәм монополия.
Камил булмаған конкуренция билдәләре:
Камил булмаған конкуренция килтергән юғалтыуҙар:
Монополия — кемдең дә булһа берәй нимәгә яңғыҙының хоҡуғы. Иҡтисадта — етештереүгә, һатып алыуға, һатыуға бер кеше, бер төркөм йәки дәүләт кенә эйә булған хоҡуҡ. Капиталдың һәм производствоның күпләп үҙәкләшеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә. Маҡсаты — үтә юғары табыш алыу. Бик юғары йәки бик түбән хаҡтар монополияһын урынлаштырыу юлы менән яһала. Баҙар иҡтисадында конкуренцияны баҫа, хаҡтар үҫешенә һәм диспропорцияһына килтерә.
Монополия моделе:
Тәбиғи монополия менән бутарға ярамай, йәғни демонополизациялау маҡсатҡа ярашлы булмаған йә мөмкин булмаған тармаҡтар бар: коммуналь хужалыҡ, метрополитен, энергетика, һыу тәьминәте һ.б.
Олигополия ваҡытында тармаҡта бер нисә фирма хужалыҡ итә. Йәғни монополия шарттарынан айырмалы, етештереүселәр күберәк, ләкин камил конкуренцияла булырға тейешленән әҙерәк.
Донъяның бөтә алдынғы илдәрендә лә монополияға ҡаршы ҡануниәт бар. Ул монополияларҙың һәм уларҙың берләшмәләренең эшмәкәрлеген сикләй.
Рәсәйҙә монополияға ҡаршы көйләү системаһы башланғыс стадияла тора һәм тамырҙан яҡшыртыуға мохтаж. Рәсәйҙә монополияға ҡаршы көйләү органы — Рәсәй Федерацияһы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең хаҡтарҙы көйләү мөмкинлектәре бәхәсле. Хаҡтар монополист эшмәкәрлеге йәки картель килешеүе һөҙөмтәһендә артҡанда ғына, был хеҙмәт сауҙа өҫтәмәһен кәметеүҙе талап итә ала.
сауҙа өлкәһе, тейешле закондар булмауынан файҙаланып, хаҡтарҙы бер ниндәй сикләүһеҙ арттырыуға юл ҡуя. Һөҙөмтәлә халыҡтың һатып алыу һәләте кәмей: былтыр ил граждандары 2015 йыл менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлекте, тауар күләмендә иҫәпләгәндә, 13 процентҡа, сәнәғәт тауарҙарын 16 процентҡа кәмерәк алған[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.