14 май — григориан стиле буйынса йылдың 134-се (кәбисә йылында 135) көнө. Йыл аҙағына тиклем 231 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Әсәйҙәр көнө (майҙың 2-се йәкшәмбеһе)
- Ғәҙел сауҙа көнө.
- Вазелиндың тыуған көнө.
- Милли
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1878: АҠШ-та «вазелин» атамаһына сауҙа маркаһы патенты алына. Был матдәне 1872 йылдың 4 июнендә сығышы менән Британиянан булған химик Роберт Август Чезбро уйлап сығарған була.
- 1900: Парижда II Йәйге Олимпия уйындары асыла, уларҙа тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Британия спортсыһы Шарлотта Купер беренсе чемпион була.
- 1919: Башревком тарафынан Башҡортостан АССР-ының сәйәси һәм хужалыҡ тормошо менән идара итеү өсөн Уполномоченныйҙар советы ойошторола.
- 1946: Өфөлә һәм республика райондарында ат спорты бәйгеләре (һабантуй) уҙғарыу тураһында ҡарар сыға.
- 1955: Варшава ҡалаһында Советтар Союзы, Албания, Болгария, Венгрия, ГДР, Польша, Румыния һәм Чехословакия «Дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында» килешеү төҙөй, артабан ул «Варшава Килешеүе» исемен ала.
- 1999: Ишембайҙа Рәсәй Федерацияһында тәүге профессиональ шашка клубы — «Нефтяник» ойошторола.
- 2010: Берлинда Сит ил һәм Европа Берлеге илдәре башҡорттарының ҡоролтайы уҙғарыла, унда 90-дан ашыу делегат ҡатнаша.
- 2012: Өфө районында гидроэнергетик ҡоролмаларын етештереү буйынса «РусГидроАльстом» заводы төҙөлә башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Сафронов Леонид Павлович (1938), инженер, төҙөлөш тармағы, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. РСФСР Юғары Советы (1990—1993) һәм Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Чертова Кәмилә Йосоп ҡыҙы (1938), йырсы, йәмәғәтсе. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке вокалсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан, блокадала булыусы. Йырсы Наталья Дмитриеваның әсәһе.
- Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы (1958—14.11.2009), ғалим-педагог, спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1985—1992 йылдарҙа СССР профсоюздары ДСО-һы йыйылма командаһының өлкән тренеры. 2003 йылдан Бөтә донъя билбау көрәше федерацияһы президенты. Педагогия фәндәре кандидаты (2002). Донъя (1983) һәм СССР (1984) Кубоктарын яулаусы. Грек-рим көрәше буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1991) һәм СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2002). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Тәжетдинов Нур Азамат улы (1963), төҙөүсе. 2003 йылдан Сибай ҡалаһындағы «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Сибайҙың почётлы гражданы (2015) һәм ҡаланың Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Урманов Рифат Нур улы (1924―19.10.2006), электрик-инженер-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959 йылдан Урал тимер юл транспорты инженерҙары институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, проректоры, 1974—1987 йылдарҙа — ректоры. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1975). РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1984). 1-се (1985) һәм ике 2-се (1943, 1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра ауылынан.
- Йәнекәйев Рәүил Хәсән улы (1934), төҙөүсе-инженер. «Востокнефтезаводмонтаж» төҙөлөш ойошмаһының элекке технологы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996).
тулы исемлек
- Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (1964), юрист, йәмәғәтсе. 2007—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1885: Отто Клемперер, Германия дирижёры, композитор.
- 1900: Марио Соффичи, Аргентина кинорежиссёры, сығышы менән Италиянан.
- 1905: Ари Штернфельд, СССР ғалимы, хәҙерге заман космонавтикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1905: Николай Тихонов, дәүләт эшмәкәре, 1980—1985 йылдарҙа СССР Министрҙар Советы Рәйесе.
- 1930: Ген Шангин-Березовский, бард, йырҙар авторы һәм уларҙы башҡарыусы.
- 1945: Владислав Ардзинба, СССР-ҙың һәм Абхазияның дәүләт эшмәкәре, ғалим-шәрҡиәтсе, 1994—2005 йылдарҙа Абхазия президенты.
- 1965: Сергей Лемох, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Кар-Мэн» төркөмө етәксеһе.
- 1970: Ярослав Бойко, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1975: Святослав Вакарчук, Украина музыканты, «Океан Ельзи» төркөмө етәксеһе.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға