From Wikipedia, the free encyclopedia
Сафронов Леонид Павлович (14 май 1938 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Сафронов Леонид Павлович | |
Тыуған көнө | 14 май 1938 (86 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт техник университеты |
Сафронов Леонид Павлович 1938 йылдың 14 майында Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серги ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1961 йылда Куйбышев индустриаль институтын тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын 1961 йылда «Башэлектромонтаж» тресының Салауат монтаж идаралығында мастер булып башлай. артабан бүлек мөдире, баш инженер була. 1968—1980 йылдарҙа ошо уҡ треста управляющий урынбаҫары, баш инженер булып эшләй. 1980 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала комитетында икенсе секретарь. 1987 йылдан СССР Госснаб Башҡортостан идаралығында начальник. 1991 йылдан Башҡортостан коммерция-производство предприятиеһының генераль директоры. [2]
Мишкә районы 240-сы Камай һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса комиссия ағзаһы.[3]
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.