8 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 281-се көнө (кәбисә йылында 282-се). Йыл аҙағына тиклем 84 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя йомортҡа көнө.
- Йылмайыу көнө.
- Африка пингвиндары көнө.
- Күсеп йөрөүсе ҡоштар көнө.
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Подиатрия көнө.
- АҠШ: Гәзит таратыусылар көнө.
- Беларусь: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Рәсәй Федерацияһы: Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Һыу аҫты, һыу өҫтө һәм һауа карабы командирҙары көнө.
- Украина: Юристар көнө.
- Һиндостан: Хәрби-һауа көстәре көнө.
- Әрмәнстан: Танкистар көнө.
тулы исемлек
- 1926: футбол матчы беренсе тапҡыр радио аша трансляциялана.
- 1961: Кремлдә Съездар һарайы асыла.
- 1967: Бөйөк Британияла водителдәрҙең алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауын билдәләү өсөн тәүге тапҡыр махсус көпшә (трубка) ҡулланыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғөбәйҙуллин Рөстәм Мансур улы (1946), сәнғәт өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, музыкант-пианист. 1971—1998 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2009). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Литваның Друскининкай ҡалаһында уҙған ике (2006, 2007) Халыҡ-ара «Музыка без границ» конкурс-фестивале лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-математик. 1969 йылдан Өфө нефть институты, 1988 йылдан хәҙерге Төмән нефть-газ университеты уҡытыусыһы, нефть-газ сығарыу процестарының моделен әҙерләү һәм уларға идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002—2007 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (2008). В. И. Муравленко исемендәге премия лауреаты (1997).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Купцов Валентин Михайлович (1937—2009), урмансы. 1975—1998 йылдарҙа Баҡалы урман комбинатының тракторсы-машинисы. Башҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан.
- Ковалёв Михаил Михайлович (1947—1998), рәссам, дизайнер. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ежов Александр Анатольевич (1957), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө сәнғәт галереяһы директоры. Рәсәй Рәссамдар союзының почётлы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Йәнгиров Азат Вәзир улы (1977), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәғәрифты үҫтереү институты ректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (2007).
- Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (1982), спортсы, спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклда уҙышыуҙа Европа чемпионы, шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1892: Марина Ивановна Цветаева, СССР шағиры.
- 1911: Алексей Ляпунов, Рәсәй математигы, кибернетикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1911: Марк Бернес, СССР-ҙың кино актёры һәм эстрада артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1931: Юлиан Семёнов, СССР яҙыусыһы.
- 1936: Леонид Куравлёв, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1946: Александр Горшко́в, СССР фигурисы, олимпия, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970).
- 1956: Рәшит Нурғәлиев, 2004—2012 йылдарҙа Рәсәйҙең эске эштәр министры, армия генералы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға