From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево); шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше[1]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.
Ауыл | |
Бәхтегәрәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
1812 йылда Кинйәбулат ауылы кешеләре (35 ғаилә) Урғаҙа йылғаһы буйында утар урынында яңы ауылға нигеҙ һалалар[2].
Ауыл 79-йәшлек Бәхтегәрәй Ҡасимовтың исемен йөрөтә башлай. Уның улдары — Хизбулла, Ғөбәйҙулла, Ирназар, Нурали, Ирғәли (уның улы Байтүрә). Халыҡ араһында Манһыр ауылы тип йөрөтәләр — йорт старшинаһы Манһыр Бикбулатов хөрмәтенә, атаһы — Бикбулат Әликашев. Манһырҙың улдары — Сабит, Трүхмән, Хәмит (аҙансы), Хәмзә (сотник), Сәғит, Ғәббәс, Гәбит (старшина) Манһыровтар. бында шулай уҡ Кинйәбулаттын улы Әзибай күсенә. Әзибәйҙең улдары — Ибаҡан (указлы мулла, уның улдары — Ялалетдин, Хисамитдин, Сиразитдин) һәм Юлбарыҫ[3].
Ауылға Ырымбур сик буйы комиссияһы йүнәлтеүе буйынса Урал йылғаһы аша сыҡҡан ҡаҙаҡтар ҙа индерелә. Улар 12 йыл дауамында һалымдарҙан азат ителәләр. Улар араһында Танай, Тума, Ямантай Туғановтар, Бикташ Мунтаев, Бурсуҡ Дәүләтов, һуңғараҡ улар башҡа бөрйән ауылдарына таратыла[3].
1834 йылда 71 йортта 388 кеше йәшәй. 1885 йылда — 344 кеше һәм 53 йорт, 1920 йылда — 501 кеше һәм 88 йорт иҫәптә тора. 1839 йылда 75 йорттан 54 арбала йәйләүгә сығалар. 420 кешегә 1571 йылҡы малы, 629 һыйыр, 603 һарыҡ, 322 әзә тура килә. Ауыл халҡы сағыштырмаса етеш йәшәгән.
Шулай уҡ иген сәскәндәр: 51 дисәтинәлә 24 бот ужым һәм 786 бот ярауай иген[3]. Октябрь революцияһына тиклем малсылыҡ һәм алтын йыуыу менән шөғөлләнгәндәр. Коллективлашыу йылдарында крәҫтиәндәр «Урғаҙа» колхозына берләшәләр, 1957 йылдан алып Йылайыр игенселек совхозы составында була[2].
Хәҙерге ваҡытта ауылда Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың ейәндәре йәшәй. Ауылда мәсет төҙөлгән, Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өйҙә музей ойошторолған. Хәҙрәт шишмәһе, ҡәберлеге тәртиптә тотола.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 5 | 2 | 3 | 40,0 | 60,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.