Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы, | ||
Ил | |||
Ғилми даирәһе | |||
Эшләгән урыны | |||
Альма-матер |
Мәскәү дәүләт университеты (1958) | ||
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Биографияһы
Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров 1934 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 3 йәшлек сағында әсәһе вафат була. Бөйөк Ватан һуғышы башланып атаһы фронтҡа алынғас, бер аҙ ваҡыт Әнүәрҙе өләсәһе тәрбиәләй. Өләсәһе мәрхүм булғас, Баймаҡ балалар йортона эләгә. 1950 йылда Иркутск өлкәһенә фабрика-завод мәктәбенә уҡырға ебәрелеү маҡсатында, ул башҡа балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән бергә Өфөгә юллана. Әммә Әнүәр Себергә бармай һәм Өфөнөң 9-сы башҡорт мәктәбендә белем ала[1]. Был мәктәпте 1953 йылда тамамлай[2].
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1965 йылғаса Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә уҡыта.
1968—1974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
1974 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында тарих факультетында уҡыта.
Ғилми эшмәкәрлеге
«Можно без преувеличения сказать, что количество сделанного Анваром Закировичем не уступает объему работы целого института...Анвар Закирович — летописец истории нашей республики.[3]»
XVII, XVIII һәм XIX быуаттарҙағы башҡорт ғаиләhе тураhында яҙған китабы «Башҡорт халҡының ғаиләhе» тип атала.
Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа авторҙар коллективы менән берлектә «Өфө тарихы» китабын яҙалар. Ул 1976 йылда донъя күрә. «Өфөгә нигеҙ hалыу», «XIX быуаттың беренсе яртыhында Өфө» тигән бүлектәрҙе яҙғанда халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән эшләй.
1990 йылдан 2002 йылға тиклем 10 китабы донъя күрә. Башҡортостандың 54 районының 41-нең ауылдар тарихы яҙылды. Ошо китап йоғонтоhонда ауылдар тарихына бағышланған 15-ләп китап донъя күрҙе.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу алдынан профессор Әсфәндиәров тарафынан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн этнография һәм тарих йәһәтенән тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһе булараҡ «Западные башкиры. По переписям 1795—1917 гг.» китабы донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа ғалим бик әүҙем эшләй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы уңайынан уның «Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.)», «Кантонное управление в Башкортостане», «Башкирские тарханы» китаптары баҫылып сыға һәм башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә ҙур лайыҡлы урын алып тора.
Китаптары
- Олатайҙарҙың бар тарихы… — Өфө: Китап, 1996. — 224 бит. — ISBN 5-295-01672-2.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 1: Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы. Кн. 1. — Уфа: Китап, 1997. — 222 с. ил. — ISBN 5-295-02027-4.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Баймакский, Белорецкий, Архангельский, Ишимбайский, Стерлибишевский, Федоровский, Кугарчинский, Гафурийский, Кармаскалинский, Уфимский, Белтачевский, Краснокамский, Ермекеевский районы. Кн. 2. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991. — 191 с. ил.. — (История сёл и деревень Башкирской ССР Справочник). — ISBN 5-295-00573-9.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Кн. 3. — Уфа: Китап, 1993—208 с.ил. — На пер. авт. не указан. — ISBN 5-295-01143-7
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 4: Шаранский, Туймазинский, Илишевский, Аскинский районы. Кн. 4. — Уфа: Китап, 1993. — 205,[2] с.ил.. — ISBN 5-295-01345-6.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 5: Татышлинский, Янсульский, Бураевский районы. Кн. 5. — Уфа: «Китап», 1994. — 173 с. — ISBN 5-295-01457-6.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 6: Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы. Кн. 6. — Уфа: «Китап», 1995. — 147,[2] с.карта. — ISBN 5-295-01673-0.
- История сёл и деревень Башкортостана: Справочник. Книга 7: Альшеевский, Миякинский, Нуримановский, Иглинский, Бижбулякский, Давлекановский районы. Кн. 7 — Уфа: «Китап», 1997. — 189,[2] с. — ISBN 5-295-01916-0.
- История сёл и деревень Башкортостана: Книга 8: Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей. Кн. 8. — Уфа: Китап, 1999.
- История сёл и деревень Башкортостана: Книга 9: Караидельский, Дуванский, Салаватский, Кигинский, Мечетлинский, Белокатайский районы. Кн. 9 — Уфа: Китап, 2001.
- История сёл и деревень Башкортостана: Книга 10: История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей. Кн. 10 — Уфа: Китап, 2002.
- Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с.
- Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 179—192. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
- Башкирская семья в прошлом (XVIII — первая половина XIX в.) — Уфа: Китап, 1997. — 104 с. — ISBN 5-295-01979-9.
- Западные башкиры. По переписям 1795—1917 гг. — Уфа: Китап, 2001. (авторҙаш)
- Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). — Уфа: Китап, 2005. — 256 с. — ISBN 5-295-03586-7.
- Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006.
- Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.) — Уфа: Китап, 2006.
- А. 3. АСФАНДИЯРОВ. ИСТОРИЯ СЕЛ И ДЕРЕВЕНЬ БАШКОРТОСТАНА И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ 2019 йыл 20 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 декабрь 2020)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2009)
- Салауат Юлаев ордены (2004)
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге халыҡ-ара премияһы (1997)
- В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы (1994)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)
Хәтер
- 2021 йылдың 11 июнендә Өфөнөң Менделеев урамындағы Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йорт стенаһына ғалим хөрмәтенә мемориаль тактаташ ҡуйылды[4].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Видеояҙмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.