Remove ads
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Сыңғыҙ (рус. Чингизово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 622 кеше[3]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846004.
Сыңғыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таулыҡай ауыл Советы, Баймаҡ районы, Йылайыр кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны |
578 кеше (2002)[1], 622 кеше (2009)[1], 573 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453678 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1816 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 573 | 281 | 292 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Сыңғыҙ – Бөрйәндәрҙең боронғо ауылы. Ғалим-тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иҫәпләүенсә, ауыл сама менән 1603-1605 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ауыл Ярмайылға һәм Күсәбә йылғаларының Һаҡмарға ҡойған тамағында урынлашҡан. Уны Ҙур һәм бәләкәй Һәрешҡужа, Алсынбай, Туңғайын, Сәлийәүһәр, Ялпаҡ тауҙары уратып алған. Ауылдан район үҙәгенә тиклем 25 км.
Ауылда бронза дәүеренән ҡалған ауылсаҡ һәм керамика һауыттар табылған. Шунлыҡтан Сыңғыҙҙы борон күсмә халыҡтарҙың йәшәү урыны булған тип һанайҙар. Шулай уҡ ошо төбәктә боронғо ҡаласыҡ (ҡәлғә) табылған. Бының турала рус ғалиме һәм сәйәхәтсеһе Р.Г. Игнатьев былай тип яҙған: «Деревня Чингизово. В 4 верстах от деревни на левом берегу реки Сакмара, в устье реки Аснан (Аселе) находятся остатки вала окружностью 84 сажени с 2 воротами, по преданию, «ставка Чингисхана».
Сыңғыҙ хандың бында булыуы икеле, ләкин уның вариҫтары һәм сыңғыҙ (монаш) ырыуы кешеләре йәшәгән. Археологтар ауылдың хәҙерге зыяраты эргәһендә Алтын-Урҙа дәүеренән ҡалған кургандар тапҡан.
Сыңғыҙ – боронғо ырыу булһа, Монаш – түбә-аймаҡ исеме. Монаштарҙың хәҙерге Татарстан ерендә Кама йылғаһы буйында, Баймаҡ районының Темәс, Ҡолсора, Иҙрис, II Этҡол, Таулыҡай ауылдарында йәшәүҙәре билдәле. Ә инде Сыңғыҙ ырыуының тәүге йәшәгән урыны Ҡаҙағстан еренә барып тоташа.
Ауыл аҡһаҡалдары Фәтхетдин Солтангилдин, Вәрғитдин Мортазиндар үҙҙәренең яҙмаларында, ауыл 1675-1685 йылдарҙа төҙөлгән, тип яҙалар. Рус ғалимы М.А. Голубцов «Башкирия в 1730-1750» исемле картаһында Сыңғыҙ ауылын беренсе тапҡыр рәсми рәүештә сағылдырған. Картала күренеүенсә, ауыл аша почта тракты үткән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.