Байыш (Баймаҡ районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Байыш (рус. Баишево, икенсе атамаһы Ҡасимғол) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 505 кеше[3]. Почта индексы — 453652, ОКАТО коды — 80206825002.
Байыш | |
Байыш | |
Рәсми атамаһы | Байыш |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ишмөхәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны |
581 кеше (2002)[1], 594 кеше (2009)[1], 505 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453652 |
Тораҡ пунктына 1795 йылда Байыш Аҡҡусҡаров менән Йомаш, Ярат, Мырҙаҡай ауылдарынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙ һалынған[4]. Башҡа мәғлүәмәттәр буйынса, 1812 йылда Йомаш ауылынан 9 ғаилә Ҡасымғол ауылына нигеҙ һала. Ауыл элекке утар урынында барлыҡҡа килә. Ҡасымғолдоң ике улы булыуы билдәле: 1768 йылда тыуған һәм Ислам һәм 1777 йылғы Миңлеш (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Исмаҡ һәм Минеш[5]). Дүрт йылдан Байыш Аҡҡусҡаров етәкселегендә тағы ла 14 ғаилә күсеп килә. Ауылдың исемен үҙгәртеп, Байыш тип йөрөтә башлайҙар. Байыш Аҡҡусҡаровтың йәшәгән йылдары — 1747—1823. Уның ике улы була: Йәрмөхәмәт һәм Ласын. Артабан Мырҙаҡайҙан — 8 кеше, Яраттан — Әхмәр Яратов балалары Ярулла, мөхәмәтша, мөхәмәйәр менән, Ғәҙелбайҙан (Ширмайҙан) — Даутбай, Амангилде, Нарымбай, Арғынбай Килмөхәмәтовтар, айытбай Әлибаев, Ишҡыуат Солтанморатовтар һәм бер ҡаҙаҡ кешеһе Ишҡара Иштанов күсенәләр[6].
Һуңыраҡ Байыш ауылынан Теләкҡабул ауылына — 11, Әбсәләмгә — 2, Мырҙаҡайға- 2, Йәнйегеткә — 6, Ғәҙелбайға — 1 кеше күсертелә[6]. 1834 йылда ауылда — 24 йорт, 1859 йылда 77 (452 кеше, 1885 йылда 80 йорт (520 кеше), 1920 йылда — 162 йорт (756) иҫәптә була[6]. Ауыл халҡы Ялтыр, Мәсетле йорт, Юлалы таш күлдәре тирәһендә йәйләүҙә йәшәй. 1839 йылда ауылда 448 йылҡы малы, 590 һыйыр, 227 һарыҡ һәм 165 кәзә була. 1843 йылда 20 дисәтинә ерҙә 256 ярауай иген сәселә[6].
Ырыу аралары: түпәй (Исҡужиндар), мәсекәй (Байышевтар, Ласыновтар, Йәрмөхәмәтовтар), өршәк (Ҡотлоғужиндар), ас hәм туҡ эсәк (Арғынбаевтар, Дауытбаевтар), онтораҡ (Рәхмәтуллиндар), бүреләр (Ҡолмөхәмәтовтар, Юлыевтар, Шәйәхмәтовтар), ҡалмаҡ (Исмаҡовтар, Миңешевтар, Рәсүлевтар), мәкәш (Әширбаевтар, Дәүләтшиндар, Мәзитовтар), ҡазаҡтар (Әблүзиндар, Әхмәтовтар, Ғүмәровтар, Яналиндар, Йәнбәковтар), ҫонтор (Әлибәковтар)[5]).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 452 | 230 | 222 | 50,9 | 49,1 |
1920 йыл 26 август | 756 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 447 | 205 | 242 | 45,9 | 54,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 536 | 267 | 269 | 49,8 | 50,2 |
2002 йыл 9 октябрь | 581 | 285 | 296 | 49,1 | 50,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 505 | 253 | 252 | 50,1 | 49,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Урал йылғаһы ҡушылдығы Урғаҙа йылғаһы янында урынлашҡан[6].
Ҡыңғырташ — ауыл янында урынлашҡан ҡая.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.