25 июль — григориан стиле буйынса йылдың 206-сы (кәбисә йылында 207-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 159 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Кулинарҙар көнө.
- Беларусь: Янғын һағы хеҙмәте көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Йылға полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Теш технигы көнө.
- Тажикстан: Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәбдрәхимов Рәшит Латип улы (1926), ауыл хужалығы эшмәкәре. Туймазы районы «Илсембәт» совхозының элекке директоры, районда теплица хужалығына нигеҙ һалыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Иҫке Туймазы ауылынан.
- Соков Борис Михайлович (1936), прокуратура органдары ветераны, юстицияның өлкән кәңәшсеһе. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1992), Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы районы Отнурок (Нура) ауылынан.
тулы исемлек
- Сорокин Валентин Васильевич (1936), СССР һәм Рәсәй шағиры, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан «Волга» (Һарытау ҡалаһы), 1968 йылдан «Молодая гвардия» (Мәскәү) журналдарының бүлек мөдире, 1970—1980 йылда Мәскәүҙәге «Современник» нәшриәтенең баш мөхәррире; 1983 йылдан М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстар етәксеһе; 1980—1983 йылдарҙа Мәскәү ҡала яҙыусылары ойошмаһы секретары, 1994—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше РСФСР-ың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы. (1986), Ленин комсомолы (1974), М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара (2000), С. В. Михалков исемендәге (2015), С. А. Есенин исемендәге (2015) һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1984), Дуҫлыҡ (2007) һәм сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Авашла утарынан (хәҙер бөткән).
- Яковлев Виктор Николаевич (1951), театр ветераны, актёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). 1977 йылдан Өфөләге «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының «Товарищ» халыҡ театры режиссёры—етәксеһе, 1979 йылдан — Псков ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге драма театры актёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Михеева Элла Анатольевна (1961), табип-физиотерапевт. 2-се Республика клиник дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Науразбаев Иҙрис Хәмит улы (1942), механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977).
- Девятова Розалия Ғилем ҡыҙы (1947), мәғариф ветераны. 1980-2010 йылдарҙа Кушнаренко мәктәп-гимназияһы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кәлимуллин Рим Сәлихйән улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1985—2010 йылдарҙа Дүртөйлө сорт һынау участкаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Баҡай ауылынан.
- Ибраһимов Рәшит Мәхмүт улы (1947), ауыл хужалығы ветераны. 1967 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Авангард» колхозы бригадиры, партком секретары, 1975 йылдан — рәйесе. 2006 йылдан район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ош райондың Ҡыҙыл таң ауылынан.
- Арыҫланбаев Вәли Сәмиғулла улы (1957), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1977—2011 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Аҡтау ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Нәсибуллин Хисбулат Ғәйфулла улы (1903—11.1979), партия һәм башҡарма органдар, матбуғат хеҙмәткәре. 1930 йылдан ВКП(б)-ның Бүздәк, 1931—1934 йылдарҙа Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары; 1938—1941 йылдарҙа Мәғариф халыҡ комиссариатының сәйәси-ағартыу эштәре идаралығы начальнигы, артабан — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әлшәй район комитетының икенсе, Байҡыбаш район комитетының беренсе секретары, Дүртөйлө район советы башҡарма комитетының мәҙәни-ағартыу бүлеге мөдире. 1954 йылдан «Советская Башкирия» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, 1956 йылдан — Дүртөйлө районының «Знамя труда» газитенең бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1945), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Матвеев Александр Александрович (1908—1975), йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке солисы, Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мөҡсин ауылынан.
- Полюдов Александр Фёдорович (1923—?), токарь. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1983 йылдарҙа Бөрө геология-эҙләнеү контораһы токаре, әүҙем рационализатор. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районының Десяткин ауылынан.
- Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы (1923—15.05.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы (1948), математик-ғалим. 1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Юғары етештереүсәнле иҫәпләү системалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1997 йылдан РФА-ның А.А.Дородницын исемендәге Иҫәпләү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире, 2009—2011 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Мәскәү авиация технологиялары институты, 1995—2010 йылдарҙа Мәскәү энергетика институты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Вәлиев Марат Хәниф улы (1953), полиграфист. «Мир печати» нәшриәт-полиграфия комплекстары һәм нәшриәте директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Шәрипова Альбина Хәмәтйән ҡыҙы (1953), мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр йырсы. 1971—2011 йылдарҙа Кушнаренко район мәҙәниәт йорто директоры, художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1985). Йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Тамаҡ ауылынан.
- Иванов Иван Прокофьевич (1958), зоотехник. 1980 йылдан Бишбүләк районы «Новомихайловский» совхозы бригадиры, зоотехнигы, «Россия» колхозының баш зоотехнигы; 1986 йылдан «Спартак» совхозының бүлексә идарасыһы, 2005 йылдан «Пионер» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға