Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (ҡаҙ. Қазақ Советтік Социалистік Республикасы, Ҡаҙаҡ ССР-ы) — СССР составында союздаш республика.

Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Телдәр ...
Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
ҡаҙ. Қазақ Советтік Социалистік Республикасы
Thumb Thumb
Флаг (1952—1992) Герб (1937—1992)

Девиз: ««Барлық елдердің пролетарлары, бірігіңдер!»»

Гимн: «Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт гимны»
ҡаҙ. Қазақ ССР-інің мемлекеттік гимні

Thumb

 
 
Баш ҡала

Алма-Ата

Телдәр

ҡаҙаҡ
рус

Аҡса берәмеге

СССР һумы

Майҙаны

2 717,3 мең км²
СССР-ҙа 2-се

Халҡы

16 711 мең кеше
СССР-ҙа 4-се

Идара итеү формаһы

Совет республикаһы

Сәғәт бүлкәттәре

+5, +6

Телефон коды

+31

Дәүләт башлыҡтары
Ҡаҙағстан КП ҮК 1-се секретары
  1937 — 1938

Мирзоян Левон Исаевич (республиканың тәүге башлығы)

Ҡаҙаҡ ССР-ы Президенты
  1990 — 1991

Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы (республиканың һуңғы башлығы)[1]

 Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә
Ябырға

Майҙаны — 2717,3 мең км² (СССР-ҙа 2-се урын). Халҡы — 16 536 мең кеше (1989). Баш ҡала — Алма-Ата.

Хәҙерге ваҡытта суверен дәүләт — Ҡаҙағстан Республикаһы.

Тарихы

1920 йылдың 26 авгусында РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола. 1925 йылда Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә. Ырымбур губернаһы Урта Волга крайы составына бирелгәс, республиканың баш ҡалаһы Ҡыҙылурҙа ҡалаһына күсерелә. 1927 йылда Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.

СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң, 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы РСФСР составынан сығарылып союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (Ҡаҙаҡ ССР-ы) тип атала башлай.

1990 йылдың 25 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1991 йылдың 10 декабрендә илдең атамаһы «Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы» урынына «Ҡаҙағстан Республикаһы» тип үҙгәртелә[2][3][4].

1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстан үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә[5].

Бүләктәре

Ленин орденыЛенин орденыЛенин орденыОктябрь Революцияһы орденыХалыҡтар Дуҫлығы ордены

Административ бүленеше

Ентеклерәк мәғлүмәт №, регион ...
регион административ үҙәк ойошторолоу датаһы майҙаны, км² халҡы, кеше
(01.01.1987)
1. Аҡтүбә өлкәһе Аҡтүбә 10 март 1932[6] 298 700 720 000
2. Алма-Ата өлкәһе Алма-Ата 10 март 1932[6] 105 100 2 032 000
3. Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Усть-Каменогорск 10 март 1932[7] 97 300 935 000
4. Гурьев өлкәһе Гурьев 15 ғинуар 1938[6] 113 400 403 000
5. Джамбул өлкәһе Джамбул 14 октябрь 1939[8] 144 200 1 016 000
6. Еҙҡаҙған өлкәһе Еҙҡаҙған 20 март 1973 313 400 477 000
7. Ҡарағанды өлкәһе Ҡарағанды 10 март 1932[9] 117 900 1 368 000
8. Ҡыҙылурҙа өлкәһе Ҡыҙылурҙа 15 ғинуар 1938[10] 228 100 625 000
9. Көкшетау өлкәһе Көкшетау 16 март 1944[11] 78 100 652 000
10. Ҡустанай өлкәһе Ҡустанай 29 июль 1936[12] 114 600 1 043 000
11. Маңғышлаҡ өлкәһе Шевченко 20 март 1973[13]
(1988 йылда бөтөрөлә;
1990 йылда тергеҙелә)
165 100 327 000
12. Павлодар өлкәһе Павлодар 15 ғинуар 1938[6] 127 500 934 000
13. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавловск29 июль 1936[14] 44 300 606 000
14. Семипалатинск өлкәһе Семипалатинск 14 октябрь 1939[15] 179 600 816 000
15. Талдыҡурған өлкәһе Талдыҡурған 16 март 1944
(1959 йылда бөтөрөлә;
1967 йылда тергеҙелә)
118 500 709 000
16. Турғай өлкәһе Арҡалыҡ 23 ноябрь 1970[16]
(1988 йылда бөтөрөлә;
1990 йылда тергеҙелә)
111 900 322 000
17. Уральск өлкәһе (1962 йылға тиклем — Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе) Уральск10 март 1932[6] 151 200 620 000
18. Целиноград өлкәһе (1960 йылға тиклем — Аҡмулла өлкәһе)Целиноград 14 октябрь 1939
(1960 йылда бөтөрөлә;
1961 йылда тергеҙелә)[17]
92 100 859 000
19. Шымкент өлкәһе (1962 йылға тиклем — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе) Шымкент 10 март 1932[6] 116 300 1 780 000
Ябырға

1960-сы йылдарҙа, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү планына бәйле, Ҡаҙаҡ ССР-ы территорияһында бер нисә өлкәләрҙе берләштергән 3 край ойошторола (улар 1964—1965 бөтөрөлә):

    • Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре), административ үҙәге — Аҡтүбә.
    • Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре), административ үҙәге — Целиноград.
    • Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре), административ үҙәге — Шымкент.
Thumb
1959 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы

Иҡтисады

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында СССР-ҙың көнбайыш райондарынан Ҡаҙаҡ ССР-ына яҡынса 150 ҙур заводтар һәм фабрикалар эвакуациялана. Һуғыш осоронда Текелий ҡурғаш-цинк комбинаты; Джезде (марганец), Березовск, Мирғалимсай һәм Байжансан рудниктары; Ҡаҙаҡ металлургия заводы, Аҡтүбә металлургия заводы төҙөлә.

Ҡарағанды күмер бассейнында етеҙ ысул менән тиҫтәләгән яңы шахталар, ә Эмба үҙәнендә яңы нефть ятҡылыҡтары сафҡа инә. Республика фронтҡа һәм тылға аҙыҡ-түлек, ә оборона сәнәғәтенә ҡиммәле стратегик сырье (күмер, нефть, баҡыр, ҡара ҡурғаш, хромит, марганец, вольфрам, молибден, цинк, кадмий, висмут һ.б.) тапшыра.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң, республикала яңы заводтар, фабрикалар, рудниктар, электростанциялар сафҡа инә. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең эре предприятиелары төҙөлә. Яңы ҡалалар һәм эшселәр ҡасабалары барлыҡҡа килә, тимер һәм автомобиль юлдары һалына.

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт йыл, халыҡ (мең кеше) ...
йыл халыҡ (мең кеше) шул иҫәптән ҡала халҡы тыуым (мең кешегә)
1926 6025 512  ?
1940 6148 1833 40,8
1959 9295 4067
1970 13009 6538 23,4
Ябырға

Төп халыҡ — ҡаҙаҡтар (1970 йылғы йәниҫәп буйынса 4161 мең кеше[18]). 1970 йылғы йәниҫәп буйынса башҡа милләттәр: рустар (5499 мең кеше[18]), украиндар (930 мең кеше[18]), татарҙар (288 мең кеше), үзбәктәр (208 мең кеше[18]), белорустар (198 мең кеше), уйғырҙар (121 мең кеше), корейҙар (82 мең кеше), дунгандар (17 мең кеше) һ.б.

Ентеклерәк мәғлүмәт Өлкә, Дөйөм халыҡ иҫәбе ...
1989 йылға ҡарата өлкәләр буйынса милләттәр[19]
ӨлкәДөйөм халыҡ иҫәбеҠаҙаҡтарРустарУкраиндарНемецтарТатарҙарҮзбәктәрУйғырҙарБелорустарӘзербайжандарКорейҙарПоляктарТөрөктәр
Аҡтүбә73265340722217328174547316281692475447361350
Уральск629494351123216514280924550127033535112847631
Маңғышлаҡ324243165043106801101591136519393716974568816
Гурьев4247083389986367337491401491310666573000
Ҡыҙылурҙа644125511976860421149721085934379781612182
Шымкент 181832310122652784733303344526346152850423488270491143020856*

11051

Джамбул10386675073022754243390370150166182151223355**3986116531336017145
Алма-Ата ҡалаһы 11213952520726632514559820117272884996408807459502916073
Алма-Ата өлкәһе97737340682329423618496612779993103704473118313490219146
Талдыҡурған71607636045323532912186353291003230469206113581
Еҙҡаҙған49360122740217227229467241791032267954430
Ҡарағанды1347636231782703588107098143529454813097111541
Көнсығыш Ҡаҙағстан931267253706613846161862276889084965518
Семипалатинск83441743276330058319503441131906340481035
Ҡустанай122270527945953471517798611039727767353564085
Төньяҡ Ҡаҙағстан59969611163137226338059392931501977044966324
Көкшетау66212519127526179755575819851150917228100025400
Целиноград10067932248094478449445512369924318286831961
Павлодар94231326851242765886651953422015212293924
Барлығы1646446464346166227549896240957518327982332017185301182601900831033155995649567
Ябырға

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.