Remove ads
Көнсығыш Төркөстандың, хәҙерге ҠР Синьцзян автоном районының төп халҡы From Wikipedia, the free encyclopedia
Уйғырҙар (уйғ. ئۇيغۇرلار, Уйғурлар, ҡыт. 维吾尔, Wéiwú'ěr) — Көнсығыш Төркөстандың, хәҙерге ҠР Синьцзян автоном районының, төп халҡы. Дин буйынса — мосолман-сөнниҙәр. Уйғыр теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай. Уйғырҙар — күп өлөшө Ҡытай көнсығышы сигендә урынлашҡан Синьцзян регионында йәшәүсе төрки телле халыҡ.. [7]
| |||||||
Үҙ атамаһы |
Уйғурлар,ئۇيغۇرلار | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |||||||
Барлығы: ~ 10 млн.
| |||||||
Тел | |||||||
Дин |
ислам суннизм | ||||||
Раса тибы |
ҡатнаш: | ||||||
Халыҡ |
Алтай телдәре | ||||||
Туғандаш халыҡтар | |||||||
Килеп сығышы |
тохарҙар, ҡарлуктар, |
«Уйғыр» этнонимы иң тәүҙә беҙҙең эра башындағы сығанаҡтарҙа осрай башлай. Башта ул төрки телле телес ҡәбиләләрең береһенең исеме була, ә өсөнсө уйғыр ҡағанаты дәүерендә (8-9 бб.) 19 ҡәбиләне берләштергән конфедерацияға ингән ҡәбиләләрҙең уртаҡ атамаһына әйләнә. Шулай уҡ был осорҙа «уйғыр» этнонимы менән йәнәшә «токкуз огуз»[8]. экзоэтнонимы ла киң ҡулланыла. Уйғыр ҡәбиләләре Көнсығыш Төркөстан территорияһына күскәндән һуң (9б.), Турфан, Кумул, Кучи халыҡтары төркөмдәре XVI—XVII бб Көнсығыш Төркөстандың ерле халҡын исламлаштырыу процесы тамамланғанғансы «уйғыр» атамаһында йөрөйҙәр. [9][10][11].Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, Көнсығыш Төркөстан халҡы үҙен, төрки сығышлы һәм мосолман динле булыуын берҙәй тип танып, «мосолмандар» йәки «төркиҙәр» тип йөрөтә башлай. Шулай уҡ үҙҙәренең этнографик төркөм (юрту?) исемдәре буйынса ҡашғар, долан, мәсен, тарансы тип тә аталалар. Оҙаҡ ваҡыт уйғыр мөхитендә, ҡаһы саҡ хәҙер ҙә осрап ҡуйған, йәнле телдә ҡулланылған «йәрлик» (яҡташ, урындағы халыҡ) һүҙе теләһә ҡайһы оазистан сыҡҡан уйғыр халҡын тасуирлап биреүҙә ҡулланыла. Дөйөм этник үҙатамаһы булмауға ҡарамаҫтан, уйғырҙар- килеп сығыштарының һәм мәнфәғәттәренең уртаҡлығын аңлаған, дөйөм теле, тарихи йолалары, мәҙәниәте булған, мосолман динле урта быуатта ойошҡан халыҡ. Күрше халыҡтар ҙа уйғыр юрталарын берҙәм халыҡ итеп ҡабул итәләр, урта азия халыҡтары уларҙы ҡашғарҙар, монголдар — хотондар, ҡытайҙар — чантоу[12] тип йөрөтәләр. Ил оҙаҡ ваҡыт Моғул, Ҡашғар атамалары менән рәттән Уйгырстан, Уйғыристан тип йөрөтөлә. Был турала төрлө сығанаҡтарҙа билдәләнелә; Мухаммад Имин Садр Кашгари үҙенең «Асар аль футух» (1790) әҫәрендә илде Уйғыристан тип атай, унда алты ҡала ингәлеген билдәләй.[13]
«Көнсығышта был ил Алты шәһәр (алты ҡала), Уйғыристан йә Ҡашғар тип йөрөтөлә, Европала Бәләкәй Бохара,Көнсығыш Татария, Көнсығыш йә Ҡытай Төркөстаны исеме аҫтында билдәле була, ҡайһы саҡ Ҡашғар иле тип тә әйтәләр.»— Чокан Валиханов, 1859 г.
Этнонимдың юҡҡа сығыуы мосолман йолалары менән бәйле була. Көнсығыш Төркөстан халҡының аҡһөйәктәр, руханиҙар йөҙәндәге уҡымышлы өлөшө үҙҙәренең уйғырҙарҙан килеп сыҡҡанын танығандар. Был турала 19 б. быуатта йәшәгән, урындағы юғары ҡатлам (бектәр) һәм руханиҙар (ахундар) менән яҡшы аралашҡан өйрәнеүселәр, атап әйткәндә, Вәлиханов, боронғо уйғыр нәҫеленән булған төрки халҡының, долон һәм нюгейттарҙың (һуңғылары- моғул нәҫеленән) уйғыр телендә һөйләшеүҙәре тураһында яҙа.[12]. Инглиз илсеһе Беллью Артуш бек (юғары ҡатлам) тураһында яҙғанда уның уйғыр нәҫеленән сыҡҡан татар булыуын билдәләй.[15] . Бартольд шулай уҡ зыялыларҙың үҙҙәрен уйғырҙар тип атауҙы өҫтөн күреүҙәрен дә билдәләп үтә[16].
Халыҡтың юғары ҡатламы (руханиҙар, аҡһөйәктәр, зыялылар) был этнонимды ҡабул итеүҙә инициатива күрһәтәләр. 1921 йылда Урта Азиялағы милли-территориаль бүленешкә ҡағылышлы Ташкентта үткәрелгән Көнсығыш Төркөстандың төрки халҡы вәкилдәре съезында «уйғыр» үҙатамаһын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.[17]. «Уйғыр» этнонимы этиологияһының бер-нисә версияһы бар:
Рәшит әд-Дин буйынса легендар Уғыҙ хан «уйғыр» атамаһын үҙенә ярҙам итергә ҡушылған ҡәбиләгә биргән.
Төрки телендә был һүҙ «эйәреүсе, ҡушылыусы»[18] тигәнде аңлата.
Хәҙерге тарихи уйғыр этносы Көнсығыш Төркөстан регионында ҡатмарлы сәйәси-географик шарттарҙа бер-береһенән алыҫ урынлашҡан төрлө этник сығышлы халыҡтарҙан формалашҡан. Уйғыр этносында төрлө этнографик төркөмдәргә бүленеү һаҡлана (субэтностар) — юрталар (уйғ. юртлар):
|
|
|
|
|
Һәр этник төркөмдөң үҙенә хас мәҙәниәте бар. Был төркөмдәрҙең күпселек өлөшө, этно-территориаль төркөм булараҡ, бер-береһенән һиҙелерлек алыҫ арала урынлашҡан, йәшәргә яраҡһыҙ Таҡла-Маҡан сүллеге менән бүленгән боронғо сүллектәрҙә формалашҡан. Ҡайһы бер төркөмдәр алдағы булған ырыуҙар бүленеше һөҙөмтәһендә, йә башҡа этник төркөмдәрҙең тамамланмаған ассимиляцияһы арҡаһында барлыҡҡа килгәндәр.
Антропологик яҡтан уйғырҙар монголоид һәм европеоид расаһының ҡушымтаһы булып торалар. Ҡытай генетиктары Сюй һәм Цзин үҙҙәренең фәнни тикшеренеүҙәрендә уйғырҙарҙың 60 % европеоид, ә 40 % монголоид сығышлы тип раҫлайҙар. Уларҙың билдәләүенсә, бындай буталыштың 126 быуын элек, йәғни 2520 йыл элек, булыуы мөмкин .[19][20] Ли һәм Кидтың ғилми хеҙмәттәрендә тик 30 % европеоид ҡушылмаһы барлығы тураһында яҙыла.[21].
Уйғырҙар Ҡытайҙа хуэй (дунгандар) халҡынан ҡала икенсе урында торған төрки сығышлы мосолман халҡы. Таралып ултырған төп территорияһы — ҠХР төньяҡ-көнбайыш өлөшө (Көнсығыш Төркөстан йәки Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы) һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың сик буйы райондары
Уйғыр этносының формалашыу процесы ҡатмарлы һәм оҙайлы. Уларҙың ата-бабалары — Көнсығыш Төркөстандың күсмә ҡәбиләләре, һәм Хунну (б.э.т. III б — б.э IV бб..) дәүләтендә мөһим роль уйнаған.
Яҙма сығанаҡтарҙа уйғырҙарҙың ата-бабалары тураһында б.э III быуат башынан телгә алына (шул уҡ ваҡытта орхон яҙмаларында VIII б.). III—IV бб. уйғырҙар ҡытайҙарҙың нәҫел йылъяҙмаһында гаоцзюй (һүҙмә-һүҙ «бейек арбалар») тигән исем аҫтында билдәле булған ойошмаға ингәндәр. V б. ҡытай сығанаҡтарында был ойошманың теле (тегрег-«арбасылар») тигән яңы атамаһы барлыҡҡа килә. Теле ырыуының байтаҡ өлөшө көнбайышҡа, Ҡаҙағстан далаларына һәм көньяҡ -көнсығыш Европаға күсеп китә. Урта азия далаларында тороп ҡалғандары төркиҙәр тарафынан яулап алынғандар. Теле ырыуының төп йәшәгән ерҙәре Джунгария һәм Семиречье була. Әммә 605 й.,теле ырыуының бер-нисә йөҙ башлығы көнбайыш төрки Чурын ҡағаны тарафынан ҡыйратылғандан һуң, уйғырҙарҙың юлбашсыһы ырыуҙарҙы Хангай тауҙарына алып китә, айырым төркөм хасил була. Ҡытай тарихнамәселәре уларға «туғыҙ ырыу» (токуз-огуз) тигән исем бирә. Тонгга һәм Кара Игах Бюрук татарҙары,Монгол империяһы тарафынан йотолғанға тиклем, башҡа күсмә хандарҙың, бигерәк тә Найман һәм Ҡара Китәйҙең, кәңәшселәре һәм остаздары һаналған. Уйғыр дәүләтселеге күршеләре менән дипломатик мөнәсәбәттә булған, һәм уларҙың дворҙарына үҙенең дәрәжәле кәңәшселәрен ебәреп торған.[23].
630 йылдан, Төрки ҡағанаты ҡолағандан һуң, токуз-оғуздар ун уйғыр ырыуын берләштергән яғлакар ҡәбиләһе етәкселегендә мөһим сәйәси көс булараҡ сығыш яһай башлай. V—VIII бб. уйғырҙар жужаней ҡағанатына ҡарай, ә һуңынан — [Төрки ҡағанаты]]на. Уйғырҙарҙың этник яҡтан тупланыу процесы, Төрки ҡағанаты тарҡалып, тәүге осор феодаль Уйғыр дәүләте (Уйғыр ҡағанаты) барлыҡҡа килгәс, VIII быуатта тамамлана Ҡағанат башында яглакар тигән уйғыр ырыуынан сыҡҡан ҡағандар тора (кит. Yao-luo-ko;745-795). Фәҡәт ошо осорҙа рәсми дин булып манихейлыҡ таныла. 795 йылда власҡа Эдиздар (795—840) ҡәбиләһе килә, улар ҙа яғлаҡар атамаһын ҡабул итәләр.
Гумилев считает этот эпизод приходом к власти манихейской теократии:
…в 795 г. на престол был возведён приёмный сын одного из вельмож Кутлуг, на условиях ограничения власти. «Вельможи, чиновники и прочие доложили: „Ты, небесный царь, сиди спустя рукава на драгоценном престоле, а помощника должен получить обладающего способностями управления мерой с море и гору: …законы и повеления должны быть даны: должно надеяться на небесную милость и благосклонность“. Иными словами, у хана были отняты исполнительская и судебная власть, а политика взята под контроль небесной милости», то есть манихеев. Союз племен превратился в теократию.[24]
840 йылда власть ҡағанатта 7 йылға Яғлаҡар ҡәбиләһенә күсә. 840 йылдарҙа ҡатмарлы эске сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр, шулай уҡ боронғо ҡырғыҙҙарҙың тышҡы һөжүме арҡаһында уйғыр дәүләте тарҡала. Ҡыйратылған уйғырҙарҙы эҙәрләп, ҡырғыҙҙар отряды Көнсығыш Төркөстанға үтеп инә.
Уйғырҙарҙың бер өлөшө Көнсығыш Төркөстанға һәм Ганьсуҙың көнбайышына күсеп ултыра. Был ерҙәрҙә ике үҙаллы дәүләт төҙөлә: Кянсуй (ганьчжоу) кенәзлеге (хәҙерге Ганьсу провинцияһы) ,үҙәге хәҙерге Чжанъе ҡалаһы янында урынлаша һәм Турфан сүллегендә- Уйғыр идыкутлығы.
Иң тәүҙә уйғырҙар Амур йылғаһының урта ағымына тиклем һуҙылған шивей ҡәбиләһенең ерҙәренә һәм хәҙерге Эске Монголия территорияһындағы хи ҡәбиләһенең ерҙәренә килеп урынлашалар,әммә 847 йылда ҡырғыҙҙар уйғырҙарға һәм шивей ҡәбиләһенә ҡаршы Амурға походҡа йүнәләләр ,ә ҡытайҙар — хи ҡәбиләһенә ҡаршы. Уйғырҙарҙың был өлөшө Көнсығыш Төркөстанға ҡасып китергә мәжбүр була[25].
Уйғырҙар Ҡашғар илендәге Ҡараханид дәүләтенең көнсығышында һәм турфан идыкуттары дәүләтселегенә ҡараған Кочола, Турфанда йәшәгән, күбеһенсә, иран һәм псевдо-тохар телле халыҡтарҙы ассимиляцияға дусар итәләр. Үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен индерәләр һәм ,үҙ сиратында, урындағы халыҡтың сүл эшкәртеү йолаларын, ҡайһы бер һөнәрҙәрен үҙләштерәләр. Был осорҙа Турфанда, Комулда йәшәгән уйғырҙар манихейлыҡ һәм шаманлыҡ динен тотһалар, яйлап будда дине, һуңынан христиан дине лә (несторианство)[26] тарала. Ошо уҡ тарихи осорҙа, X быуаттан башлап, Ҡашғар, Яркенд, Хотан уйғырҙары араһында ислам дине тарала башлай, һәм XVI б. ул Көнсығыш Төркөстандағы башҡа диндәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара.
Исламды ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһы иҫке уйғыр яҙмаһын да юҡҡа сығара.
Мын Уй мәмерйәһе (рус. "Тысяча домов"), исламға тиклемге дәүер архитектураһы, 8-10бб., Безеклик, Турфан, Көнсығыш Төркөстан (СУАР) | Мавзолей султана основателя Караханидского государства Сутук Абдукерим Бограхана (X в.), г. Атуш, Восточный Туркестан (СУАР) | Мавзолей правителей Яркендского ханства, 16-18вв., Яркенд, Восточный Туркестан (СУАР) |
Уйгурскую архитектуру можно условно разделить на два исторических периода — архитектура доисламская и исламская. Среди памятников исламской уйгурской архитектуры — Мавзолей Аппака Ходжи, Мавзолей Тоглук-Тимура, Ид Ках.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.