25 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 115-се (кәбисә йылында 116-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 250 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
- 1901: Нью-Йоркта донъяла тәүге тапҡыр автомобиль номерҙары ҡулланыла.
- 1940: СССР-ҙа «КИМ-10» маркалы тәүге бәләкәй автомобиль эшләп сығарыла.
тулы исемлек
- 1942: Мәскәү аҡса һуғыу йорто эш башлай.
- 1954: Донъялағы тәүге ҡояш батареялары эшләнә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Солтанов Мансур Ислам улы (1875—1919), Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе музыканты, флейтасы, фольклорсы, башҡорттарҙан тәүге профессиональ музыкант, башҡорт халҡының музыкаль ижадын йыйыусы һәм өйрәнеүсе. 1906 йылдан Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестры музыканты, 1912 йылдан Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы. Башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән.
- Голубков Николай Николаевич (1920—9.08.1945), СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының совет-япон һуғышында һәләк булған яугиры. Йөҙөүсе зенит батареяһының отделение командиры, 1-се статья старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Браун Николай Варфоломеевич (1925—10.04.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, бомбардировка полкының уҡсы-радисы, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Воскресенск ауылынан.
- Кондояниди Елена Федоровна (1955), Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры художество етәксеһенең ижад һәм ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡаев Фәрит Ғалихан улы (1955), табип, һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре. 1985—1996 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының, 1998—2012 йылдарҙа Мәсетле балалар—ата-әсәләр республика пульмунология шифаханаһының, 2012—2019 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019), Мәсетле районының почётлы гражданы (2017).
- Хәтип Фазылов (1960), рәссам, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (2019). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы, төрлө кимәлдәге ижади конкурс һәм күргәҙмәләр лауреаты.
- Әлфиә Юлсурина (1960), йырсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010), төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әхмәтов Заҡуан Зөфәр улы (1956—10.11.2021), филолог, уҡытыусы, мәғариф һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1995—2001 йылдарҙа Әлшәй район мәғариф бүлеге етәксеһе; 2004—2016 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Булатов Руслан Рөстәм улы (1972), музыкант, педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1999 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Приют ауылынан.
- Шөгөрев Зөфәр Зөлфәр улы (1992), спортсы, көрәшсе. Әбйәлил районы Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Милли көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат (2012), төрлө кимәлдәге спорт турнирҙары еңеүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (1953—8.04.2018), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Нефтекаманың бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе, «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) билдәһе менән бүләкләнеүсе.
- Мөҙәрисова Хәлисә Сәғит ҡыҙы (1953), филолог-уҡытыусы, муниципаль орган хеҙмәткәре, шағир, прозаик һәм драматург. 1985 йылдан Нуриман район советы башҡарма комитеты секретары, 1992 йылдан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы, 2000—2008 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Татарстандың Һаҙи Таҡташ исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2021), төрлө ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты. Нуриман районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Әсәҙуллин Раил Мирвай улы (1953), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 2005—2018 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013), бишенсе (2013—2018) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең (2003) һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының (1995) атҡаҙанған хеҙмәткәре, СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1986) мәғариф отличнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2014), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
- Ишбирҙин Айрат Рим улы (1958), ғалим-ботаник. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006—2019 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте ағзаһы.
- Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы (1958), ветеринария табибы, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982 йылдан КПСС ағзаһы. 2014 йылдан «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары. Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Аралбай ауылынан.
- Хилажев Ренат Рафаил улы (1983), эшҡыуар, финанс консультанты, Башҡортостан Республикаһының кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, «РадостьЕсть» хәләл туҡланыу селтәре (кафе, ресторан) милектәше.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы (1934—4.10.2022), педагог-методист-ғалим. 1976—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты ректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Хөсәйенов Зиннур Мирсәлихйән улы (1939—1.07.2005), тау инженеры-ғалим, нефтсе, йәмәғәтсе. 1988—2003 йылдарҙа Төмән өлкәһенең «Нижнесортымскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2000). Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайының элекке рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1997) һәм почётлы нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Аҙнағол ауылынан.
- Азаматова Мәрфүғә Хужәхмәт ҡыҙы (1949), педагог. 1968 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, 1991—2007 йылдарҙа Аҡъярҙағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002) һәм мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдарҙа бөткән Сәлихйән ауылынан.
- Ғәлим Хисамов (1949), журналист, яҙыусы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры. Халыҡ-ара төрки академияһы академигы. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006) лауреаты.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1900: Вольфганг Паули, Швейцария физигы, Нобель премияһы лауреаты (1945).
- 1910: Никита Карацупа, СССР-ҙың легендар сик һаҡсыһы, полковник, Советтар Союзы Геройы (1965)
- 1930: Пол Мазурски, АҠШ кинорежиссёры, продюсер, сценарист һәм актёр.
- 1940: Аль Пачино, АҠШ-тың театр һәм кино актёры, «Оскар» һәм башҡа кинопремиялар эйәһе.
- 1940: Михаил Кононов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2000) артисы.
- 1945: Бьёрн Кристиан Ульвеус, Швеция музыканты, гитарист, вокалист һәм композитор, «ABBA» квартетын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1945: Владимир Гусев (1945), СССР һәм Рәсәйҙең сәнғәт белгесе, 1988 йылдан Рус дәүләт музейы директоры.
- 1952: Владислав Третьяк, СССР спортсыһы һәм тренеры, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмәне.
- 1960: Илья Артамонов, СССР рәссамы, Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).
- 1960: Сергей Лисовский, ғалим-филолог, Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре.
- 1975: Константин Головской, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан футболсыһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға