Ҙур театр
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй дәүләт академия Ҙур театры[4] (ГАБТ), йәки ябайлаштырып әйткәндә Ҙур театр — Рәсәйҙең һәм донъяның иң ҙур опера һәм балет театрҙарының береһе. Театр комплексы биналары Мәскәү ҡалаһы үҙәгендә, Театр майҙанында урынлашҡан. Халыҡты Рәсәй халыҡтарының федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.
Ҙур театр | |
Тармаҡ | креативная экономика[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 28 март 1776 |
Эшмәкәрлек төрө | балет һәм Опера |
Менеджер/директор | Урин, Владимир Георгиевич[d] |
Дирижёр | Туган Таймуразович Сохиев[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Тверской районы[d] |
Урынлашҡан урамы | Театральная площадь[d] |
Урын | Театральная площадь[d] һәм Мәскәү |
Милке | Новая сцена Большого театра[d] һәм Официальный сайт Большого театра[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 900 кеше |
Арт-директор | Филин, Сергей Юрьевич[d] һәм Касрашвили, Маквала Филимоновна[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һыйым | 1740[2] |
Рәсми сайт | bolshoi.ru |
Тасуирлау биттәре | theatre-museum.ru/theate… |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1776 |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 187 659 һәм 426 000 ± 999[3] |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of the Bolshoi Theatre[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Bolshoi Theatre[d] |
Ҙур театр Викимилектә |
Тәүҙә театр ҡаҙна театры була һәм Кесе театр менән бергә император театры төркөмөнә инә. Ваҡыт -ваҡыт мәскәү труппаһының статусы үҙгәреп тора: ул йә Мәскәү генерал-губернаторы ҡарамағына, йә яңынан — Петербург дирекцияһы ҡарамағына күсә. Был хәл 1917 йылдағы революцияға тиклем шулай дауам итә. Унан һуң бөтә мөлкәте национализациялана һәм тулыһынса Кесе һәм Ҙур театрҙарға бүленә.
Оҙаҡ йылдар буйына Мәскәү театр мәҙәниәте тарихы Ҙур театр менән бәйле.
Театр тарихын 17 (28) март, 1776 йыл менән һанай башлайҙар. Был саҡта губерна прокуроры кенәз Петр Васильевич Урусов император Екатерина Икенсенән «һәр бер театр тамашаларын, концерттарҙы, шулай уҡ, воксалдарҙы һәм маскарадтарҙы… тоторға» тигән юғары бойороҡ ала. Кенәз театр төҙөтә башлай, ул —Петровка урамында (Неглинка йылғаһының уң яҡ ярында) урынлаша — һәм Петр театры тип атала[5]. Урусов театры асылғанға тиклем үк янып бөтә һәм кенәз Урусов эште үҙенең компаньонына, инглиз эшҡыуары Майкл (Михаил) Меддоксҡа тапшыра. Меддокс етәкселегендә архитектор Христиан Розберг проекты буйынса 1776—1789 йылдарҙа Ҙур Петр театры төҙөлә[6]. Театрға үҙе торған Петровка урамының исеме бирелә[7].
Өс ҡатлы аҡ ташлы деталдәрҙән торған кирбес бина ағас ҡыйыҡ аҫтында биш ай тигәндә төҙөлөп бөтә һәм Меддокс тарафынан уға 130 мең һум, сметала ҡаралғандан 50 мең һумға артығыраҡ, көмөш аҡса исраф ителә. 1780 йылдың 30 декабрендә театр тантаналы асыла[8]. Театрҙа партер, өс ҡатлы ложа һәм галерея була, ул барлығы 1 мең самаһы тамашасыны һыйҙыра, «икеләтә яҡтыртылған маскерад залы», «кәрт уйнау бинаһы» һәм башҡа махсус биналар була; 1788 йылда театрға яңы түңәрәк зал — «Ротунда» төкәтмәһен өҫтәп һалалар[9]. Башҡа сығанаҡтар буйынса, зал 800 кеше һыйҙырған[7]: «театрҙа ложалы дүрт ҡат һәм ике киң галерея булған. Партерҙа ҡабырғалары ябыҡ ике рәт ултырғыстар торған Бай биҙәлгән ложалар өс йөҙҙән алып мең һум торған. Партерҙың билет хаҡы бер һум була. Театр залы 800 тамашасыны һыйҙырған һәм шул тиклем үк халыҡ галереяларҙа урынлашҡан»[10]. Меддокс театрҙың хужаһы булған 14 йыл эсендә Петр театрында 425 опера һәм балет ҡуйыла. 1794 йылда Меддокс финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында театрҙы ҡаҙнаға тапшырырға мәжбүр була; театр Император театры булып китә[6].
Меддокстың Петр театры 25 йыл буйына эшләй — 1805 йылдың 8 октябрендә театр бинаһы яна. Өс йыл дауамында Мәскәү театр труппалары спектаклдәрен байҙарҙың өйҙәрендә күрһәтә; бер аҙ ваҡыт спектаклдәр Пашковтар биләмәһендә, уларҙың Моховая һәм Оло Никита урамдары мөйөшөндә торған төньяҡ бинаһының ҡанатында күрһәтелә (һуңыраҡ ул мученица Татьянаың университет сиркәүенә әйләнә). Яңы ағас бина К. И. Росси тарафынан Арбат майҙанында төҙөлә. Театрҙа партер, бенуар, өс ҡатлы ложа һәм раек була һәм бында акустика бик һәйбәт була, театрҙың интерьеры рәссам М. И. Скотти тарафынан биҙәлгән. Элекке бысраҡ, батҡаҡлы урамға таш түшәйҙәр, ә театр алдында сәскәләр ултырталар[11]. Дүрт йыл торғандан һуң, Мәскәүҙәге 1812 йылғы янғындан ағас бина юҡҡа сыға[12]. Бынан һуң театр Знаменкалағы Апраксин йортона күсә, ул 1792 йылда архитектор Ф. Кампорези тарафынан төҙөлгән була[12]. Апраксин йортондағы театр бинаһы тығыҙ һәм уңайһыҙ була, унда креслолар урынында тупаҫ буҫтау менән ҡапланған эскәмйәләр торған; театр был бинала торған ваҡытта унда бер нисә тапҡыр янғын була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.