төркиәтсе, филология фәндәре докторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Тенишев Әҙһәм Рәхим улы (татар. Әдһәм Тенишев; 25 апрель 1921 йыл — 11 июль 2004 йыл) — СССР һәм Рәсәй лингвист-төркиәтсеһе, монголдарҙы өйрәнеүсе. Филология фәндәре докторы, профессор, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1984)[7]. Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телендәре бүлеге мөдире[8]. «Советская тюркология» журналының һәм «Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков» күп томлы баҫмаһының баш мөхәррире. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Татарстандың (1997), Башҡортостандың (2000), Ҡалмыҡ Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Тенишев Әҙһәм Рәхим улы | |
татар. Әдһәм Рәхим улы Тенишев | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 апрель 1921[2][3][4] |
Тыуған урыны | Пенза, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 11 июль 2004[3][4] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Хованск зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лингвист, тюрколог, монголовед, тикшеренеүсе, уҡытыусы |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме, Төркиәт, Монголоведение[d], этнография һәм урало-алтайские языки[d][5] |
Эш урыны | Институт языкознания РАН[d] |
Уҡыу йорто |
Восточный факультет СПбГУ[d] Мәскәү дәүләт тимер юл университеты[d] Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d][6] һәм РФА ағза-корреспонденты[d][6] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Малов, Сергей Ефимович[d] |
Уҡыусылар | Дыбо Анна Владимировна, Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы һәм Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әҙһәм (Эдхям, Эдгем) Рәхим улы Тенишев 1921 йылдың 25 апрелендә Пензала татар ғаиләһендә тыуа. 10 йәшендә ата-әсәһе Джалал-Абадҡа (Ҡырғыҙ ССР-ы) күсә, буласаҡ ғалим мәктәпте шунда тамамлай.
Ғүмерен тел ғилеме һәм этнография менән бәйләүгә ҡарамаҫтан, уҡырға ингән беренсе юғары уҡыу йорто Мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институты була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ә. Р. Тенишев Ленинград дәүләт университетының Көнсығыш факультеты студенты.
1953 йылда уйғыр теле буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына эшкә урынлаша. Шунан һуң Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙайлы командировкаға бара һәм ошо илдәге төрки телдәр һәм уларҙың диалекттары буйынса материалдар йыя. Мәскәүгә ҡайтып, 1959 йылда боронғо уйғыр, салар, һары уйғыр телдәре һәм уйғыр диалекттары буйынса фәнни хеҙмәттәр яҙа, Ҡытайҙа туплаған материалдарын системалаштыра.
1969 йылда салар теле буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[8]; шулай уҡ был ваҡытта төрки телдәрен һәм боронғо төрки әҙәби ҡомартҡыларын өйрәнеүен дауам итә. Төркиәттә дүрт томлыҡ «Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков» монографияһы өҫтөндә коллектив эш башланыуы мәһим ваҡиға була.
Тенишев — 60 фәнни хеҙмәт авторы[9]. Ул Бөрөнғо төрки һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнаша[10]. 1995 йылда уның Синьцзян этнография буйынса сәйәхәткә сыға, Тибет һәм Үҙәк Ҡытай буйлап сәйәхәтенең этнографик көндәлеге сыға, унда ул урындағы халыҡтың матди һәм рухи мәҙәниәтен һүрәтләй[11]. 2006 йылда И. Ғ. Ғәләүетдинов менән авторҙашлыҡта яҙған «Башҡорт әҙәби теле тарихының периодизацияһы тураһында» мәҡәләһендә әҙәби башҡорт теленең формалашыуы һәм үҫеше тарихы мәсьәләләрен ҡарай. 2005 йылда ғалимдың ҡатыны Елена Александровна туплаған «Эдгем Рахимович Тенишев. Жизнь и творчество» китабы сыға[12]. Е. А. Тенишева иренең көндәлектәрен һәм ҡиммәтле фоторәсемдәрҙе Кунсткамераға тапшыра.
Мәскәүҙә Хованск зыяратында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.