24 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 55-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 310 көн ҡала (кәбисә йылында 311).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Лотереяның тыуған көнө.
- Милли
- Һөнәри
- 1466: Брюггела (Бельгия) билдәле булғандарҙан иң тәүге лотерея үткәрелә, ойоштороусыһы рәссам Ян ван Эйктың тол ҡатыны була.
- 1582: Рим Папаһы Григорий XIII үҙенең Inter gravissimas буллаһы менән йыл иҫәбен реформалау һәм Григориан календарын индереү тураһында иғлан итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Краснов Александр Владимирович (1950), инженер. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2002) һәм Почёт ордендары кавалеры.
- Байков Виталий Әнүәр улы (1955), ғалим-математик. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан «РН—Уфа НИПИ нефть» ойошмаһының генераль директор урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Михаил Старостин (1955), спортсы. Спидвей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (1896—27.09.1937), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (1921—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (1961), ветеран-уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гаврикова Раиса Павловна (1932), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Яңауыл үҙәк район дауаханаһының клиник лабораторияһы лаборанты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сурин Рамазан Әүхәҙи улы (1932—2019), ауыл хужалығы алдынғыһы. Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Байморатов Вәли Ғәбит улы (1942), матбуғат ветераны, журналист. 1985—2002 йылдарҙа Күгәрсен район гәзите мөхәррире. 1986 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), райондың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Тирмән ауылынан.
- Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1970 йылдан хәҙерге Силәбе аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993—2013 йылдарҙа ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002—2008 йылдарҙа һынауҙар буйынса проректор һәм 2002—2005 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал ауыл хужалығы техникаһын һынау үҙәге директоры. Аграр белем академияһы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
- Ҡазыханова Азалия Зиннәт ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1967 йылдан Балтас районы «Урал» колхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Аҫау ауылынан.
- Рәхимов Дәриғәт Муллағәли улы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1996—2014 йылдарҙа Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почётлы гражданы (2014).
- Сурова Әлфиә Мәүлитйән ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1985 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы хирургы, икенсе хирургия бүлеге мөдире, 1997—2009 йылдарҙа баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы (1952), хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1987—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе, 1999 йылдан Туймазы район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Шәймәрҙәнов Фәрәғәт Әхмәт улы (1929—25.08.2008), инженер-электромеханик-ғалим. 1972—1998 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 1977—1996 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Салпы ауылынан.
- Дистанова Нурия Мәһәҙи ҡыҙы (1939), педагог. Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987).
- Никитин Пётр Иванович (1949), спортсы, тренер. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
- Старикова Валентина Ивановна (1949), музыкант-пианист. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (1954), зооинженер-ғалим. 2010 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы, аквакультура һәм умартасылыҡ кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылынан.
- Хисамова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы (1954), тел белгесе-ғалим. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Саров ҡалаһынан.
- Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (1959), математик-ғалим. 1988 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Г. И. Марчук исемендәге Иҫәпләү математикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Мәскәү физика-техник институты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008).
- Мөҙәрисов Рушат Сәлих улы (1974), театр артисы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2019) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2021) артисы.
- Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (1969), тележурналист. 1992 йылдан «Башҡортостан» дәүләт радиотелекомпанияһы, 1997 йылдан — Үҙәк телеканалдар хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2013 йылдан «Однако» мәғлүмәт-аналитик проекты күҙәтеүсеһе.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға