From Wikipedia, the free encyclopedia
Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович; 24 февраль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, 1985—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Гәрәев Риф Рәхим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 февраль 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Архангел, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Риф Рәхим улы Гәрәев 1938 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Архангел ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Юғары белемле — 1970 йылда Өфө нефть институты тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын, Өфө индустриаль техникумын тамамлағас, 31-се треста ташсы булып башлай. Артабан шул уҡ треста бригадир була. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң шул уҡ треста мастер булып эшләй. 1966 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире була. 1978 йылда «Главбашстрой» начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.
1985—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1989—1991 йылдарҙа РСФСР Коммунистар партияһы Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. [2]
Өфө ҡалаһының Совет районы, 67-се Северо-Посадский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.