12 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 102-се (кәбисә йылында 103-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 263 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Артемьев Михаил Алексеевич (1932—12.05.2001), йырсы (лирик тенор). 1965—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976).
- Фәтхелбаянов Альфред Фәтхелбаян улы (1942—2021), нефтсе. 1982—2005 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының начальник урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1999), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1980), Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Үткен ауылынан.
- Вагина Людмила Михайловна (1947), спорт өлкәһе ветераны. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Ғарифуллин Наил Миңләхмәт улы (1947), юғары мәктәп ветераны. Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Аранбаева Сәлимә Рәшит ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны, инженер. 1975—2007 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең химик-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы (1957), рәссам, фоторәссам һәм журналист. 1998 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты.
- Ишембәтова Зөлфиә Биктимер ҡыҙы (1962), ғалим—педагог, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры. Өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты. 2011—2016 йылдарҙа «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан.
- Туйсин Рәмил Париж улы (1972), мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, йырсы һәм ҡурайсы. 1990 йылдан Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыһы; 2009 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал арты филиалы Студенттар ижады үҙәге белгесе, 2011 йылдан — Үҙәк етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2007 йылдан Туйсиндарҙың ғаилә концерт студияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хисаметдинов Ғиҙелхаҡ Фәтҡулла улы (1933—2001), механизатор, төҙөүсе. Мәләүез шәкәр заводының элекке эшсеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Сығышы менән ошо райондың Ҡотош ауылынан.
- Вәлиев Дарвин Зәкирйән улы (1938—11.08.2019), спортсы, тренер-уҡытыусы. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан физик тәрбиә кафедраһы доценты, бадминтон буйынса тренер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура (1997), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000) һәм Физик культура һәм спорт отличнигы (1998). Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965), Башҡорт АССР-ының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1988). Бадминтон буйынса Бөтә Союз (1991) һәм Бөтә Рәсәй (2017) категорияһындағы судья. Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы (1938), механизатор. 1964—1998 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозы тракторсыһы, комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Афлетунов Анатолий Апкаримович (1958), нефтсе. 1979—2018 йылдарҙа Төмән өлкәһе нефть һәм газ сығарыу предприятие һәм ойошмалары эшсеһе. Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған нефть-газ сығарыу сәнәғәте хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йәрмиә ауылынан.
- Бохәрмәтов Радик Мазһар улы (1958—20.10.2021), инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2002 йылдан Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2009—2011 йылдарҙа — хакимиәт башлығы.
- Ғәлләмов Наил Хафиз улы (1958), музыкант-педагог. Балтас балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Бикмөхәмәтова Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы (1963), педагог. 1994 йылдан Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998 йылдан этнография музейы етәксеһе һәм 2000 йылдан гимназияның «Сатҡылар» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013) һәм мәғариф отличнигы (2009). Рәсәйҙең «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Иң яҡшы уҡытыусылар» конкурсы еңеүсеһе (2009), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең грантын алыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Һәргәй ауылынан.
- Хәбибуллин Фәнүз Әфғәл улы (1968), журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1994 йылдан республика матбуғат баҫмалары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2006 йылдан «Ҡызыл таң» гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Үткен ауылынан.
- Әхмәтова-Нәбиева Эльвира Мирзанур ҡыҙы (1973), бейеүсе, 1991—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Десяткина Татьяна Григорьевна (1954), иҡтисадсы-ғалим, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе, йәмәғәтсе. «Фигаро» бөҙрәхана сәнғәте үҙәгенең генераль директоры, бер үк ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының «Сәс дизайнерҙары, косметологтар һәм визажистар союзы» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1865: Сергей Мясоедов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, полковник.
- 1905: Лев Черепнин, ғалим-тарихсы, академик, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, үлгәндән һуң).
- 1930: Заһира Ғүмәрова, Татарстан шағиры, балалар яҙыусыһы.
- 1940: Михаил Ромадин (1940), СССР һәм Рәсәй рәссамы, график, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2003).
- 1940: Херби Хэнкок, АҠШ-тың джаз музыканты, композитор, «Грэмми» премияһына 14 тапҡыр лайыҡ булыусы.
- 1985: Ольга Серябкина, Рәсәй йырсыһы, «Serebro» төркөмөнең элекке солисткаһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға