From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәрмиә (рус. Ярмино) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл[2]. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 426 кеше булған[3]. Ауылда башҡорт, мари, татар милләтле кешеләр йәшәй. Почта индексы — 452318, ОКАТО коды — 80224816006.
Ауыл | |
Йәрмиә мар. Ярмиҥга рус. Ярмино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452318 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 426 | 220 | 206 | 51,6 | 48,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл 1732 йылдан алып телгә алына. Уға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары нигеҙ һала. Типтәрҙәр XIX быуаттың 1‑се яртыһында керҙәшлек килешеүе буйынса килеп урынлаша. 1865 йылдағы рәүиз мәғлүмәттәренән күренеүенсә 49 йортта 304 кеше көн иткән. Ауыл халҡы мал, бал ҡорто тотҡан, игенселек менән шөғөлләнгән. 1906 йылғы рәсми ҡағыҙҙарҙан күренеүенсә, ауылда мәсет, 3 бакалея магазины булған[4].
1972 йылға тиклем Тат-Йәрмиә һәм Мари-Йәрмиә ике ауыл булып, бер-береһенә терәлеп урынлашҡан була [5]. Тәүгеһе шул йылға тиклем Миңеште ауыл Советына ҡараһа, мари яғы Миәҙәк ауыл Советына инә. Тора-бара был ике ауыл халҡы аралашып ултыра башлай һәм 1972 йылда бер генә атама — Мари-Йәрмиә тип кенә ҡала[6]. Дүртөйлө ҡала Советы ҡарары менән 1997 йылда ауылға Йәрмиә тигән атама бирергә ҡарар итә, сөнки ауыл халҡы һаман ҡатнаш булып ҡала килә[7][8].
Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әсәһе яғынан ошо ауыл сығышлы. Әсәһе Факиһа Ситдиҡ ҡыҙының ҡанбабалары ауылға нигеҙ һалған аҫаба башҡорттарҙан. Ырыуы - Эске Йылан. Ауыл тарихында телгә алынған, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Кәткә мулла Таҡаҡов - Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы[9].
1859 йылда алынған рәүиздә Бөрө өйәҙенең 14-се башҡорт кантонының Ҡалмыҡ олоҫы Йәрмиә ауылында 12 йорт булғаны күренә. Гүзәл Ситдиҡованың тура ептән килгән ҡанбабаһы Мөхәмәтдин Шәмсетдин улының ер майҙаны 8,75 дисәтинә (яҡынса 11 га) тәшкил иткән. Архивтан алынған документтарҙан күренеүенсә ғаилә арыш, һоло, бойҙай, тары, ҡарабойҙай, борсаҡ һәм бәрәңге үҫтергән, ҡорт тотҡан[10].
"Тат"ың ҡайҙан килгән, Йәрмиәм,
Татыр һыуҙан әллә килгәнме,
Шаян телле, талмаҫ беләкле
Татыу халҡың әллә биргәнме?!
Еп остарым минең ошонда:
Олатайҙар ҡорған нигеҙҙәр,
Өләсәйҙәр ҡайтҡан һыу юлы...
Табанымды тарта шул эҙҙәр.
Әсәйемдең тәүге һулышы,
Тат-Йәрмиә, һинең һулыштан.
Тамырҙарым һиндә яралған,
Бөрөләрем һиндә тулышҡан.
Исемеңә "тат" тип ҡушылып
Ҡайҙан килгән - хәҙер мин беләм,
Тамырҙарым һинән һут алған,
Тат-Йәрмиәм, татлы Йәрмиәм!
Бала саҡтың моңло хәтирәһе:
Йәрмиәнең зәңгәр кистәре...
Алыҫтарҙан дәртле бер көй килә -
Әй бейейҙәр мари йәштәре.
Бәп-бәләкәс кенә мин - болдорҙа,
Тубыҡтарым ҡосоп тыңлайым.
Әкиәттәр килә күҙ алдына,
Туҡай кисе, Туҡай Ҡырлайы.
Шүрәленән ҡасып, ай урағы
Болоттарға инеп юғалды,
Ҡосағында йәйге сихри кистең
Мари бейеүе лә мин ҡалдым.
Ошо кистән ҡалды ғүмерлеккә
Мари көйҙәренә һөйөүем.
... Тик бүтәнсә инде ҡабатланмаҫ
Туҡай кисле мари бейеүе.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.