Татарҙар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Татарҙар (татар. татарлар) — Рәсәй Федерацияның Волга-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Үҙ атамаһы, Һаны һәм йәшәгән урыны ...
Татарҙар
Садри Маҡсуди
Сәлих Сәйҙәшев
Рәшит Ваһапов
Марат Сафин
Руслан Ниғмәтуллин
Мөхәммәдйәр
Үҙ атамаһы

Татар

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 7 млн тирәһе
 Рәсәй Федерацияһы:
 5 310 649 (пер. 2010)[1], 5 554 601 (пер. 2002)[2]

 Үзбәкстан: 324 080 (2002)[3]
 Ҡаҙағстан: 204 229 (перепись 2009)[4]
 Украина: 73 304 (перепись 2001)[5]
 Төркмәнстан: 61 000
 Ҡырғыҙстан: 31 491 (2009)
 Әзербайжан: 25 900 (2009)[6]
 Төркиә: 26 000[7]
 Тажикстан: 19 300 (2000)[8]
 АҠШ: 11 000
 Ҡытай: 7 500[7]
 Беларусь: 7 316 (перепись 2009) [9]
 Грузия: 3 700[7]
 Литва: 3 235 (перепись 2001)[10]
 Молдова: 2 900[7]
 Латвия: 2 739 (2010) [11]
 Эстония: 2 445 (2010)[12]
 Польша:  495 (перепись 2002)[13]

Тел

татар теле, урыҫ теле

Дин

ислам суннизм, кряшендәр — православие

Раса тибы

күпселек европеоидтар, монголоидтар

Халыҡ

Алтай ғаиләһе
  Төрки төркөмө
   Ҡыпсаҡ телдәре
   

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтар

Ябырға

Халыҡ төркөмө

Татар халҡы бүленә.

  • Иҙел татарҙары
    • Ҡазан татарҙары

Дин

Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Милләт вәкилдәре араһында көсләп суҡындырылған өлөш тә бар: керәшен татарҙары, нуғайбәктәр. Шул уҡ ваҡытта фәндә «Был халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән» тигән ҡараш та бар.

Этногенез

Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй.

Иҙел-Урал концепцияһы

Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — болғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х. б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осорҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр.

Татар-Монгол концепцияһы

Был концепция Көнсығыш Европаға татар-монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һәм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыҫ, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н. А.Мәзитов, В. Ф. Кахавский, В. Д. Дмитриев, Н. И. Егоров, М. Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Төрки-Татар концепцияһы

Был концепция татар халҡының килеп сығышында болғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә.

Татар халҡының милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Был ваҡытта урындағы Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡәбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә.

Тормош һәм көнкүреш

Thumb
Татар националь костюмы

Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ.

Диаспора

Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип әйтергә була. Алманияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонияла татарҙар күп.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.