Иран
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иран Ислам Республикаһы (фарс. جمهوری اسلامی ایران — Жөмһүри-э Ислами-э Иран, шулай уҡ ҡулланыла Ира́н (фарс. ایران [ʔiˈɾɒn]) йәки Пе́рсия) — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тәһран.
| |||||
Милли девиз: «Истиҡлал, азатлыҡ Ислам йөмһүриәте » «اﺳﺘﻘﻼﻝ، ﺁﺯﺍﺩﻯ، جمهوری اسلامی» «Истиҡлал, Азади, Жөмһүри-э Ислам» | |||||
Гимн: Иран гимны (тыңларға (мәғл.)) | |||||
Нигеҙ һалынған | 1 апрель 1979 (Ислам революцияһы) | ||||
Рәсми телдәр | фарсы | ||||
Баш ҡала | Тәһран | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Тәһран, Мәшһәд, Кередж, Тәбриз, Шираз, Исфаһан, Ахваз | ||||
Идара итеү формаһы | Ислам республикаһы | ||||
Юғары етәксе Президент Беренсе Вице-президент | Әли Хамәнәьи Хәсән Рухани Исхаҡ Жыһангири | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 17 урын 1 648 000 км² 0,7 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2011) • Тығыҙлыҡ | 17 урын 77 891 220 42 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2011) • Кеше башына | 17 урын 930,2 млрд $ 12570 $ | ||||
Валюта | Иран риалы (IRR, код 364) | ||||
Телефон коды | +98 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +3:30 (йәйен — UTC+4:30), IRST |
Көнбайышта Ираҡ, төньяҡ-көнбайышта Әзербайжан[1], Әрмәнстан[1], Төркиә менән сиктәш[1] һәм шулай уҡ БМО Именлек Советының 1993 йылғы ҡарарына ярашлы, әрмән көстәре тарафынан яулап алынған[2][3][4][5] биләмә — танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы[6] хәүефһеҙлек һыҙаты, төньяҡтан — Төркмәнстан[1], көнсығыштан — Афғанстан[1] һәм Пакистан сиктәш[1].
Төньяҡтан Каспий диңгеҙе, көньяҡтан Һинд океанының Фарсы ҡултығы һәм Оман ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.
Яҙмаларға ҡарағанда Иран тарихы биш мең йылды эсенә ала. Беренсе дәүләт булараҡ беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылда, Хузестанда Элам дәүләте төҙөлгән. Ә беҙҙең эраға тиклемге 3 меңенсе йылда инде Дарий I Әһәмәниҙәр дәүере Фарсы империяһы булған. Ул Грек иленән алып Һинд йылғаһынаса киңәйгән. Ул ваҡытта ил зороастризм динендә булған. XVI быуатта ислам ҡабул ителгән.
1979 йыл Иранда Ислам революцияһы булып уҙа. Етәксеһе булып аятулла Хөмәйни торған. Ошо ваҡытта монархия ҡолатыла һәм Ислам Республикаһы төҙөлә.
Иран иҡтисады ЭТП күләме буйынса Көнбайыш Азияла һәм Ислам донъяһында Төркиәнән ҡала икенсе урында килә[7] һәм регионда технология яғынан иң үҫешкән илдәр иҫәбендә. Иран Евразияла стратегик мөһим төбәк, ул нефть, тәбиғи газ запастары ятҡылыҡтарына бай.
В 2012 йылдан (ошо йылдың 3 авгусынан сәркәтиб-ил булараҡ) Иран Берләшмәүселәр хәрәкәте лидеры, БМО-нан ҡала халыҡ-ара икенсе хәрәкәт булып тора.[8]