Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әһәмәниҙәр державаһы (бор. фарс. Ariyānām Xšaçam) — Азияла б. э. т. VI—IV быуаттарҙа фарсы Әһәмәни ырыуы төҙөгән дәүләт. Б. э. т. VI аҙағына Әһәмәни державаһының сиктәре көнсығышта Инд йылғаһынан алып көнбайышта Эгей диңгеҙенә, көньяҡта Нилдың беренсе һикәлтәһенән төньяҡта Кавказ аръяғына тиклем йәйрәп ятҡан[1].
Әһәмәниҙәр дәүләте | |||||
бор. фарсы Ariyānām Xšaçam | |||||
| |||||
беҙҙең эраға тиклем 550 йыл — беҙҙең эраға тиклем 330 йыл
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала |
Персеполь (50,000), Пасаргад, Экбатана (50,000), Суза (100,000), [[Бабил]] (200,000) | ||||
Эре ҡалалары |
Персеполь, [[Бабил]], Бактра (200,000), Сард (100,000), Суза, Пасаргад, Экбатана, Мемфис (Мысыр) | ||||
Телдәр |
боронғо фарсы, империя арам, элам, аккад | ||||
Аҡса берәмеге |
Дарик | ||||
Халҡы |
50 млн. кеше (б. э. т. 480 й.) 35 млн. кеше (б. э. т. 330 й.) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Династия |
Әһәмәниҙәр | ||||
Административ бүленеше |
20 Сатраплыҡ | ||||
Шаһиншаһ | |||||
• 559—б. э. т. 530 йыл | |||||
Тарихы | |||||
• беҙҙең эраға тиклем 550 йыл |
барлыҡҡа килгән | ||||
• беҙҙең эраға тиклем 330 йыл |
бөтөрөлгән | ||||
Преемственность | |||||
Македон империяһы → Сәләвкиҙәр дәүләте → | |||||
Әһәмәниҙәр дәүләте Викимилектә | |||||
Бабил сығанаҡтарында (Кир манифесы, Бабилдың ҡолауы йылъяҙмаһы) Кир II батша осорондағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Кирҙың Пасаргад эргәһендәге яҙмалары иң боронғо тәүсығанаҡ булып тора. Дарий батшаның Беһистун шына яҙыуҙары иң күләмле һәм ҡиммәтле һанала. Персеполь, Суза һарайҙарының диуарҙарында, Ван күле эргәһендә, Мысырҙағы Суэц эргәһендә, Наҡш-Рөстәмдә ҡаяға уйылған Дарий I төрбәһендә башҡа яҙыуҙар ҙа бар. Ғәҙәттә Әһәмәниҙәр яҙыуҙары өс телдә: боронғо фарсы, элам һәм бабил телдәрендә булған. Меңдәрсә балсыҡ таҡтанан торған авхив 1933—1934 йылдарҙа Персеполдә табыла. Табылған архив документтарының күбеһе — элам телендә, Әһәмәниҙәр дәүерендә үк халыҡ-ара аралашыу теле булып йөрөгән арам телендәгеләре лә бар. Элефант папирустары әһәмәндәрҙең Мысырҙағы хәрби колониялары тураһында һөйләүсе ҡыҙыҡлы документтар булып тора[2]. Фарсылар тураһында мөһим мәғлүмәттәрҙе грек тарихсылар ҡалдырған. Рәсми фарсы сығанаҡтарынан, грек-фарсы һуғышы ҡатнашыусылары яҙмаларынан һәм фарсыларҙың үҙҙәре һөйләгәндәрҙән мәғлүмәт алған Геродоттың хеҙмәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләттең төрлө өлкәләрен һүрәтләгән һәм был өлкәләр тураһында этнографик, географик белешмәләр яҙып ҡалдырған Ксенофонттың мәғлүмәттәре лә ифрат ҡиммәтле һанала[3].
Фарсылар — Иранға б. э. т. XV быуаттарҙа Кавказ ашамы, Урта Азия ашамы килгән иран телле ҡәбиләләрҙең береһе. Б. э. т. IX быуат аҙағында фарсы ҡәбиләләре төркөмө Элам сигендә торлаған, унан һуң Кермандағы һәм Фарстағы киң биләмәләрҙә төпләнгән[1].
Әһәмәниҙәр дәүерендә Фарсы империяһы территорияһы Греция менән Ливиянан Һиндостанға тиклемге ерҙәрҙе алып торған. Әһәмәни империяһының халҡы һаны 25 миллиондан сама менән 50 миллионға тиклем булған, был б. э. т. V—IV быуаттарҙа Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең яртыһын тәшкил иткән. Б. э. т. 521 йылда дәүләт 20 хәрби-административ округҡа (сатраплыҡҡа— бор. фарс. xšaθra) бүленгән, һәр береһенең башында сатраптар (бор. фарс. xšaθrapāvan) торған. Фарсылар буйһондорған батшалыҡтар (Мидия, Лидия, Яңы Бабил, Мысыр, Бактрия) төп сатраплыҡ статусын алған. Уларҙың эске бүлектәре кесе сатраплыҡ статусында булған. Сатраплыҡтарҙың бер өлөшө (мәҫәлән, Саҡтар сатраплығы, һинд сатраплыҡтарының бер өлөшө, Нубия, Фракия, Колхида) империя провинцияһы тип һаналһа ла, бер ҡасан да фарсылар идаралығында булмаған.
Сатраплыҡтар исемлеге (йыл һайын түләнгән яһаҡ күләмен күрһәтеп) түбәндәге таблицала бирелә[4][5][6][7][8][9][10].
Өлкә | Сатраплыҡ йәки халыҡтар | Хәҙерге илдәр | Сатраптар | Йыллыҡ яһағы |
---|---|---|---|---|
I. | Иондар, Анатолия Магнезияһы, Эолия, Кария, Ликия, Памфилия | Төркиә (көньяҡ-көнбайышы) | Гекатомн, Мавсол |
400 талант көмөш |
II. | Лидия, мизиҙар, лакондар, кавалдәр, хитендар | Төркиә (төньяҡ-көнбайышы) | Тиссаферн |
500 талант көмөш |
III. | Геллеспонттан көньяҡтағы ҡәбиләләр, Фригия, Азия фракиҙары, Пафлагония, марияндтар, Кесе Азия сүрҙәре (Каппадокия) | Төркиә (үҙәге) | Фарнабаз |
360 талант көмөш |
IV. | Киликия |
Төркиә (көньяҡ-көнсығышы) | Мазей |
360 аҡ ат (йылдың һәр көнө өсөн бер баш) һәм 500 талант көмөш; уларҙан: 140 талант — урындағы атлы ғәскәрҙе аҫрауға, ҡалған 360-ы — державаның Батша һарайына |
V. | Йылға аръяғы(Сүриә) | Сүриә, Ливан, Израиль | Мегабиз |
350 талант көмөш |
VI. | Боронғо Мысыр һәм Ливия Кирения һәм Барканың ҡалалары менән (~11 000 000) | Мысыр | 700 талант көмөш һәм 120 000 бушель иген (Мемфис ҡалаһындағы хәрби гарнизонды аҫрау өсөн) | |
VII. | Саттагидия, Гандхара, дадиҙар, апариттар |
Афғанстан (көньяғы), Пакистан (төньяғы) | 170 талант көмөш | |
VIII. | Сузиана |
Иран (көньяҡ-көнбайышы) | 300 талант көмөш | |
IX. | Бабил дәүләте һәм Ассирия ~11 000 000 | Ираҡ | 1000 талант көмөш һәм 500 алашар хеҙмәтсе | |
X. | Экбатандар һәм Мидияның ҡалған өлөшө, париканийҙар, ортокорибантийҙар | Иран (төньяҡ-көнбайышы) | 450 талант көмөш | |
XI. | Каспийҙар, паусикиҙар, пантиматтар, дариттар | Әзербайжан (көньяғы) | 200 талант көмөш | |
XII. | Бактрия һәм күрше халыҡтар (~2 000 000) | Тажикстан, Афғанстан (төньяғы) |
Гистасп, Бесс |
360 талант көмөш |
XIII. | Әрмәнстан менән уның составындағы Пактия (Пайтакаран?) һәм Ҡара диңгеҙгә тиклемге башҡа халыҡтар (~2 000 000) | Төркиә (көнсығышы) | Оронт | 400 талант көмөш |
XIV. | Сагарттар, сарангтар, фамандар, утиҙар, миктар һәм Ҡыҙыл диңгеҙ утрауҙарында йәшәүселәр | Иран (көнсығышы) | 600 талант көмөш | |
XV. | Саҡтар һәм каспиҙар | Әзербайжан (төньяғы) | 250 талант көмөш | |
XVI. | Парфалар, Хәрәзем, Соғдиана һәм арийҙар (~2 000 000) | Төркмәнстан, Үзбәкстан |
300 талант көмөш | |
XVII. | Парикандар һәм Азия эфиоптары (дравидтар) (~2 000 000) | Пакистан (көньяҡ-көнбайышы) | 400 талант көмөш | |
XVIII. | Матиандар (һүрриҙәр), саспирҙар, алародтар, әрмәндәр[11][12][13][14]. | Әрмәнстан, Грузия |
200 талант көмөш | |
XIX. | Мушктар, тибарендар, макрондар, мосинойктар, марездар (Понт) | Төркиә (төньяҡ-көнсығышы) | 300 талант көмөш | |
XX. | Һиндостан (боронғо халыҡтарҙың иң күп һанлығы, ~35 000 000 (5 000 000 Фарсы сиктәре эсендә) | Пакистан | 360 талант алтын (иң ҙур сумма) | |
(+) | Ғәрәптәр (~1 000 000) | Иордания |
1000 талант кейәү үләне[15]. |
Әһәмәниҙәр державаһының барлыҡҡа килеүендә һәм йәшәүендә Кир II төҙөгән ғәскәр ифрат ҙур әһәмиәткә эйә була. Ил хәрби топархияларға бүленгән була. Ғәскәр кавалериянан (asabara) һәм пехотанан (pasti) тора[18]. Хәрби яу арбалары махсус тәғәйенләнештәге ҙур булмаған подразделениелар рәүешендә файҙаланыла. Армияның үҙәген «үлемһеҙҙәр» отряды менән батшаның атлы гвардияһы тәшкил итә. Мең «үлемһеҙ» батшаның шәхси йәнһаҡсыһы булып тора. Унлы система буйынса төҙөлгән армия подразделениелары кавалеристарға, һөңгөсөләргә һәм уҡсыларға бүленә[19].
Әһәмәниҙәр империяһы бик ҙур булғанлыҡтан, мәҙәниәт тә төрлө була. Фарсы аҡһөйәктәре зәртүштилек (зороастризм) динендә була һәм куб рәүешле ҡорамдарҙа (Зәртүшт ҡәғбәһе) утҡа табына. Боронғо Ҡояш культы ла йәшәй (Митраға табыныу). Геродот хәбәр итеүенсә, фарсыларҙың илаһ һындарына табыныу йә булмаһа күп һанлы ҡорамдар төҙөү ғәҙәте булмай. Урындағы халыҡтарға түҙемле мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Фарсы аҡһөйәктәре, эламдарҙан күреп, монументаль ҡоролмалар менән мауыға. Архитектурала барельефтар һәм колонналарға өҫтөнлөк бирелә.
Берҙәм рәсми тел булмай (Беһистун яҙыуҙары). Боронғо фарсы теленән тыш (ул шына яҙыуы менән яҙылған) финики яҙмалы арам теле таралған була[20].
Әһәмәниҙәр ырыуы пасаргад ҡәбиләһенән сыҡҡан була. Ксеркс I-гә тиклемге фарсы батшалары шәжәрәләрендә үҙҙәрен «Әһәмәниҙәр» ырыуынан, «парса» һәм «арья» ҡәбиләһенән тип билдәләй[2]. Монархтарҙың титулдары — бөйөк батша, батшаларҙың батшаһы, Фарсия батшаһы, илдәр батшаһы. Рус тарихында әһәмәни батшаларын уларҙың исемдәренең грек варианты менән йөрөтөү ҡабул ителгән. Түбәндәге исемлектә был исемдәрҙең дөйөм ҡабул ителгән эллинса формаһы һәм фарсыса төп нөсхәһе бирелгән:
Б. э. т. 329 йылда Фарсы империяһы Бөйөк Искәндәр Зөлҡәрнәй тарафынан яулап алына һәм юҡҡа сыға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.