Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәлсәфә (ғәр. فلسفة), шулай уҡ филосо́фия (бор. грек. φιλοσοφία «аҡыллылыҡты һөйөү») — бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы фән; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, ысынбарлыҡты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт.
Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла.
Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә мистицизм, миф һәм сәнғәттән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә.
Фәлсәфәнең ниндәй ҙә булһа дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе йәки уның тикшеренеү объекты тураһында ғөмүми төшөнсә юҡ. Фәндең тарихи мәктәптәре һәм хәҙерге йүнәлештәре фәлсәфәне төрлөсә билдәләй.
Ғәҙәти билдәләмә ошолай бирелә: фәлсәфә ысынбарлыҡтың (донъяла булған һәр нәмәнең) тәүсәбәптәрен, уның йәшәү һәм үҙгәреү ҡанундарын өйрәнә. Был ҡанундар буйынса йәшәйәш һәм уйлау, танып өйрәнелгән ғәләм һәм уны өйрәнеүсе тереклек итә һәм үҫә бара. «Йәшәйеш» төшөнсәһенә ғәмәлдә булған процестар менән бергә аң менән төшөнөрлөк бар мөмкинселектәр ҙә инә. Ысынбарлыҡтың бөтөн осраҡлы айырымлыҡтарын байҡап үтеү мөмкин булмағанлыҡтан, философтар үҙ иғтибарын төп сәбәптәргә йүнәлтә, ысынбарлыҡтың иң ғөмүми ҡанундарын өйрәнә, иң дөйөм төшөнсәләр менән уйлай.
Төрлө дәүерҙәрҙә һәм фәлсәфәнең төрлә йүнәлештәре өсөн был төшөнсәләр һәм тикшеренеү алымдары айырылып тора; ошо йәһәттән Гегель фәлсәфәне «фекерләү ярҙамында танып беленгән тикшеренеүсенең көн күргән заманы» тик билдәләй.
Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре түбәнерәк теҙеме менән бирелә. Улар тикшергән мәсьәләләр һанына ошондайҙары инә: «Аллаһ бармы-юҡмы?», «Ысынбарлыҡты объектив рәүештә танып белергә буламы-юҡмы?», «Кеше ҡылған эштең хаҡ йә хаҡһыҙ икәнлеген ни билдәләй?».
Бындай һорауҙарҙы тикшереү өсөн фәлсәфәлә ҡулланылған төп алым булып логик фекерләү һәм һығымта сығарыу тора. Шул уҡ ваҡытта, фәлсәфәнең аныҡ билдәләнгән сиктәре йәки дөйөм ҡабул ителгән методологияһы юҡ. «Фәлсәфәгә ни инә» һәм «Фәлсәфәне ҡалай билдәләп була» һымаҡ һорауҙар ҙа бәхәс тыуҙыра һәм фәлсәфәнең күп һанлы йүнәлештәрендә төрлөсә сиселә.
«Әхләклелек» һәм «изге күңел» төшөнсәләренә Платон тәүге әңгәмәләрендә билдәләмә бирергә тырыша.
Фәндәрҙең күпселегенә арналған үҙ фәлсәфә тармаҡтары бар, мәҫ. математика фәлсәфәһе, хоҡуҡ фәлсәфәһе, тарих фәлсәфәһе һ.б. Шулай уҡ, элегерәк фәлсәфәнең ҡарамағында булған өлкәләр хәҙер үҙаллы фәндәр, мәҫ. психология, антропология һәм тәбиғәт фәндәре тарафынан ҡарала.
Фәлсәфә туыуы беҙҙен эра алдынан VII—VI быуаттарҙа Ҡытайҙа, Индияла һәм Боронғо Грецияла башлана. Бер нисә тарихсылар Боронғо Мысыр һәм Месопотамиянан ҡалған мәкәләләр һәм афоризмдар йыйынтыҡтарҙы боронғо фәлсәфә тыуыу менән бәйләй.
Боронғо Греция фәлсәфәһе беҙҙен эра алдынан VI быуатта тыуа. Сократ алдынан фәлсәфәләр: Фалес (Милет мәктәбе нигеҙләүсе), Демокрит, Пифагор, Зенон. Улар «Нимәул ысынбарлыҡ?» һорауға яуап табырға тырыштылар.
Ҡалып:Terms Классик грек фәлсәфәһе ѳс кешеләр менән бәйле: Сократ, уның уҡыусыһы Платон, һәм Платон уҡыусыһы — Аристотель. Идеялар теорияһында Платон материаль объекттарҙы идеаль объекттар менән ҡаршыға ҡуя. Аристотель буйынса бѳтә белемдәрҫе кеше хәтерҙән ала, яңынан ул килмәй.
Ҡалып:Terms
Ҡалып:Terms Боронғо Индия фәлсәфәһе Боронғо Греция фәлсәфәһе менән сағыштырғанда биҡ яй үҫкә, сѳнки уның логикаһы математикағы менән бәйләнелмәғән. Ул лингвистика менән бәйләнғән (Сократ алдынан фәлсәфәләрҙә һымаҡ).
Ҡалып:Terms
Априориға киреһе апостериори (лат. a posteriori — һуңдан) — тәжрибәнән һуң алынған белем.
Рационализмға һәм мистицизмға ҡаршы. Эмпиризм XVII—XVIII быуатта нигеҙләнде (Фрэнсис Бэкон, Томас Гоббс, Джон Локк, Джордж Беркли, Дэвид Юм); эмпирзм элементтары позитивизмға, неопозитивизмға (логик эмпиризм) яҡын.
Хәҙерге фәлсәфә ғалимдары: Лео Штраус майевтика аша белемде алырға кәңәш бирә. Башҡа рационалистар -фәлсәфә ғалимдары: Бенедикта Спинозу, Готфрида Лейбница, Рене Декарта, Георга Гегеля .
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.