Remove ads

Һиндостан (һинд भारत (Bhārat); ингл. India), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (һинд भारत गणराज्य (Bhārat Gaṇarājya); ингл. Republic of India) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш.

Һиндостан Республикаһы
भारत गणराज्य
Bhārat Gaṇarājya
Ҡалып:Һиндостан байрағы Эмблема Һиндостан
Һиндостан байрағы Һиндостан Эмблема
Милли девиз: «Satyameva Jayate»
Гимн: Һиндостан гимны (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 15 август 1947 (Бөйөк Британия иленән)
Рәсми телдәр Һинди, Инглиз теле
Баш ҡала Нью-Дели
Иң ҙур ҡалалары Мумбаи
Идара итеү формаһы Республика
Президент

Премьер-министр
Рам Натһ Ковинд
(Ram Nath Kovind)
Нарендра Моди
(Narendra Modi)
Территория
  • Барыһы
   % һыу.
7 урын
3 287 590 км²
9,5
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  Тығыҙлыҡ
2 урын
1 131 191 071
329 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2006)
  • Кеше башына
4 урын
4 042 000 млн. $
3737 $
Валюта Һинд рупиһы
(INR, код 67)
Телефон коды +91
Сәғәт бүлкәте UTC +5:30
Remove ads

Тарихы

Веды дәүере (беҙҙен эраға тиклем XIV—VI быуаттар)

Арий тамырлы ырыуҙар халҡы менән һуғыша -?.

4 каста төҙөлә (варна) — брахмандар (дин хеҙмәтселәр); кшатрии (етәкселәр, һуғышсылар, яугирҙар); вайшьи (ер эшкәртеүселәр, һатыусылар); шудры (хеҙмәтселәр, ябай эшселәр)).

Хоҡуҡ сығанағы — Изге Ведалар — «Ригведа» (гимндар йыйылмағы); Атхарваведа" (өшкөрөү доғалар йыйылмаһы); упанишады (дин-фәлсәфә трактаттар).

Буддизм тыуыу. Сидхартха Гаутама (Шакья Муни) (беҙҙен эраға тиклем 563—483)

Индуизм

Индуизм — яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы. Дәүләт идеалы — «Артхашастра» трактатта яҙыла .

Remove ads

Халҡы һәм теле

Һиндостан Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 — 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуы­на) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.

Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, ти­һегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә — шулар.

Һиндостан — күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы һинд-арий телдәре төркөмөнә ингән­гә күрә, бында күпселек кеше һинд телендә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған инглиз теле башлыса эшҡыуар­лыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.

Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.

Remove ads

Административ ҡоролошо

Һиндостан — федератив республика, 28 штат, 6 союз биләмә һәм Дели баш ҡала милли округынан тора. Барлыҡ штаттарҙа, Джама һәм Кашмир, Пондичерри союз биләмәләрендә, Дели баш ҡала милли округында өлөшләтә дәүләтселек, үҙ аллы ҡанун ҡабул итеү һәм идара итеү мөмкинлеге бар. Башҡа биш союз биләмәһендә Һиндостан Президенты тәғәйенләнгән хакимиәт идара итә. Һиндостан штаттары 1956 йылда тел ҡулланыу буйынса төҙөлә. Шул ваҡыттан алып, Һиндостандың административ структураһы үҙгәрмәгән тиерлек.

Һиндостан штаттары: Андһра Прадейш, Аруначал Прадейш, Ассам, Биһар, Гоа, Гуджарат, Джамму һәм Кашмир, Джаркэнд, Көнбайыш Бенгал, Карнатака, Керала, Мадһья Прадейш, Манипур, Маһараштра, Мекһалия, Мизурәм, Нагалэнд, Орисса, Пенджаб, Раджестан, Сикким, Тамиладу, Телингана, Трипура, Уттаркэнд, Уттар Прадейш, Һарьяна, Һимачал Прадейш, Чһаттисгарһ.

Һиндостан союздаш биләмәләре: Андаман һәм Никобар утрауҙары, Дадра һәм Нагар Һәвели, Даман һәм Диу, Лакшадвип, Пондичерри, Чандигарһ.

Һиндостан милли округтары: Дели баш ҡала милли окгругы.

Штаттар, союз биләмәләре 642 округка, улар үҙ сиратында төрлө округтарҙа «талуҡ», «техсил», «мандал» тип аталған ваҡ административ берәмектәргә бүленә.

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Штат (башҡортса атамаһы) ...
Штат
(башҡортса атамаһы)
Штат
(ерле атамаһы)
Баш ҡалаһы Майҙаны,
кв. км
Халыҡ һаны,
кеше. (2011)
Тығыҙлыҡ,
кеше./кв. км
Картала
Штаттар
1Андһра Прадейшингл. Andhra Pradesh
һинд आन्ध्र प्रदेश
телугу теле ఆంధ్ర ప్రదేశ్
урду آندھرا پردیش
Хәйҙәрабад160 20549 665 533307,80
Thumb
2Аруначал Прадейшингл. Arunachal Pradesh
һинд अरुणाचल प्रदेश
Итанагар83 7431 382 61116,51
Thumb
3Ассамингл. Assam
һинд असम
ассам. অসম
Диспур78 43831 169 272397,37
Thumb
4Биһарингл. Bihar
һинд बिहार
Патна94 163103 804 6371102,43
Thumb
5Гоаингл. Goa
һинд गोवा
Ҡалып:Lang-kok
маратһи गोवा
Панаджи37021 457 723393,77
Thumb
6Гуджаратингл. Gujarat
һинд गुजरात
гудж. ગુજરાત
Гандинагар196 02460 383 628308,04
Thumb
7Джамму һәм Кашмирингл. Jammu and Kashmir
һинд जम्मू और कश्मीर
урду جموں و کشمیر
Ҡалып:Lang-ks
Сринагар222 23612 548 92656,47
Thumb
8Джаркэндингл. Jharkhand
һинд झारखंड
Ранчи79 71432 966 238413,56
Thumb
9Көнбайыш Бенгалингл. West Bengal
һинд पश्चिम बंगाल
бенг. পশ্চিমবঙ্গ
Колката88 75291 347 7361029,25
Thumb
10Карнатакаингл. Karnataka
һинд कर्नाटक
Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value).
Бангалор191 79161 130 704318,74
Thumb
11Кералаингл. Kerala
һинд केरल
Ҡалып:Lang-ml
Тируванантапурам38 86333 387 677859,11
Thumb
12Мадһья Прадейшингл. Madhya Pradesh
һинд मध्य प्रदेश
Бхопал308 00072 597 565235,71
Thumb
13Манипурингл. Manipur
һинд मणिपुर
Ҡалып:Lang-mni
Импхал22 3272 721 756121,90
Thumb
14Маһараштраингл. Maharashtra
һинд महाराष्ट्र
маратһи महाराष्ट्र
Мумбаи307 713112 372 972365,19
Thumb
15Мекһалияингл. Meghalaya
һинд मेघालय
Шиллонг22 4292 964 007132,15
Thumb
16Мизурәмингл. Mizoram
һинд मिज़ोरम
Аиджал21 0811 091 01451,75
Thumb
17Нагалэндингл. Nagaland
һинд नागालैंड
Кохима16 5791 980 602119,46
Thumb
18Ориссаингл. Orissa
һинд उड़ीसा
Ҡалып:Lang-or
Бхубанешвар155 70741 947 358269,40
Thumb
19Пенджабингл. Punjab
һинд पंजाब
кб.-пандж. ਪੰਜਾਬ
Чандигарх50 36227 704 236550,10
Thumb
20Раджестанингл. Rajasthan
һинд राजस्थान
Джайпур342 23968 621 012200,51
Thumb
21Сиккимингл. Sikkim
һинд सिक्किम
непал सिक्किम
Гангток7096607 68885,64
Thumb
22Тамиладуингл. Tamil Nadu
һинд तमिलनाडु
там. தமிழ்நாடு
Ченнаи130 05872 138 958554,67
Thumb
23Телинганаингл. Telangana
һинд तेलंगाना
телугу теле తెలంగాణ
Хайдарабад114 84035 286 757310
Thumb
24Трипураингл. Tripura
һинд त्रिपुरा
бенг. ত্রিপুরা
Агартала10 4923 671 032349,89
Thumb
25Уттаркэндингл. Uttarakhand
һинд उत्तराखंड
Дехрадун53 48410 116 752189,15
Thumb
26Уттар Прадейшингл. Uttar Pradesh
һинд उत्तर प्रदेश
урду اتر پردیش
Лакхнау240 928199 581 477828,14
Thumb
27Һарьянаингл. Haryana
һинд हरियाणा
кб.-пандж. ਹਰਿਆਣਾ
Чандигарх44 21225 353 081573,44
Thumb
28Һимачал Прадейшингл. Himachal Pradesh
һинд हिमाचल प्रदेश
Шимла55 6736 856 509123,16
Thumb
29Чһаттисгарһингл. Chhattisgarh
һинд छत्तीसगढ
Райпур136 03425 540 196187,75
Thumb
Союз биләмәләре
1Андаман һәм Никобар утрауҙарыингл. Andaman and Nicobar Islands
һинд अंडमान और निकोबार द्वीप समूह
Порт-Блэр8249379 94446,06
Thumb
2Дадра һәм Нагар Һәвелиингл. Dadra and Nagar Haveli
һинд दादरा और नगर हवेली
гудж. દાદરા અને નગર હવેલી
Силвасса491342 853698,27
Thumb
3Даман һәм Диуингл. Daman and Diu
һинд दमन और दीव
гудж. દમણ અને દિય
Даман112242 9112168,85
Thumb
4Лакшадвипингл. Lakshadweep
һинд लक्षद्वीप
Ҡалып:Lang-ml
Каваратти3264 4292013,41
Thumb
5Пондичерриингл. Pondicherry
һинд पांडिचेरी
франц. Pondichéry
Ҡалып:Lang-ml
там. புதுச்சேரி
телугу теле పుదుచ్చేర
Пондичерри4921 244 4642529,40
Thumb
6Чандигарһингл. Chandigarh
һинд चंडीगढ़
кб.-пандж. ਚੰਡੀਗੜ੍ਹ
Чандигарһ1141 054 6869251,63
Thumb
Баш ҡала милли округы
1Дели баш ҡала милли окгругыингл. Delhi
һинд दिल्ली
урду دلی
кб.-пандж. ਦਿੱਲੀ
Дели148316 753 23511296,85
Thumb
Барлығы3 287 8821 210 193 422368,07
Ябырға
Remove ads

Мәғариф

Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге ке­үек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2-4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙыр­ға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.

Беренсе синыфҡа 6-7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.

Һәр мәктәптең — үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.

Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар — билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡ­ҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырыр­ға була.

Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инг­лиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге ке­үек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуын­дарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, ярат­ҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәм­ғиәтенең үҙенсәлеге: касталар­ға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле бул­һа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.

Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә. Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 — 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шу­ға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр[1].

Remove ads

Илдең бөгөнгө тормошо

Башҡортостан менән бәйләнештәр

  • Һиндостандың республика тышҡы сауҙа тауар әйләнешендәге өлөшө 3 процент (етенсе урын) тәшкил итә. 2014 йылдың 11 айында сауҙа итеү күләме 397,6 миллион доллар тәшкил итте, шуның менән бергә ошо сумманың 95 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостандан Һиндостанға ебәрелгән төп тауарҙар иҫәбендә машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм уларҙың өлөштәре, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы бар. Республикаға машиналар төҙөү продукцияһы, органик булмаған химия продукттары, металл изделиелары һәм фармацевтика продукттары индерелә. Башҡортостан биләмәһендә Һиндостан капиталы ҡатнашлығында 10 берлектәге предприятие эшләй.
  • Советтар Союзы осоронда илебеҙҙең һәр республикаһы, крайы һәм өлкәһендә «Совет — һинд дуҫлығы» Бөтөн союз ирекле йәмғиәтенең бүлексәләре эшләп килә. Ул 1973 йылда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә лә ойошторола. Был йәмғиәткә айырым шәхестәр менән бер рәттән төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар ҙа коллектив ағза булып инә. 1973—1985 йылдарҙа "Совет — һинд дуҫлығы йәмғиәте"нең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһын күренекле тарихсы-ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәил Кузеев (1929—2005) башҡара.
  • СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй территорияһында барлығы ете филиал тороп ҡала, уларҙың алтыһы Һиндостандың Рәсәйҙәге илселеге тарафынан финанслана. Тик беҙҙең республикала ғына ул, «Башҡортостан — Һиндостан» дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙ аллы эшләүен дауам итә. Уның президенты — академик Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәров.
  • 2015 йылдың 1-3 февралендә Өфөлә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван етәкселегендәге Һиндостан Республикаһы делегацияһы булып китте. Илсе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һөйләшеү барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләнде. Пунди Шринивасан Рагхаван иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәргә ҡағылышлы ла киңәйтергә кәрәк, тине. — Башҡортостан Республикаһының Һиндостандағы Харьяна штаты менән туғандарса мөнәсәбәт ойошотороға теләүен беләм. Беҙ ошо бәйләнештәрҙе булдырыу һәм нығытыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте илсе.
  • Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры XXVIII «Сурадж Кунд Мела» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре һәм фольклоры фестивале 2015 йылдың 1 февралдән 15-нә тиклем Дели ҡалаһында үтте. Гастролдәрҙә 14 артист һәм 30-ҙан ашыу ҡурсаҡ ҡатнашты. Ике аҙна дауамында өфөләр тамашасыларҙы «Һинд легендаһы», «Панчатантра» һәм «Урал батыр» спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.
  • Төбәктә Һиндостан менән хеҙмәттәшлекте һәм сауҙа әйләнешен үҫтерергә ниәтләйҙәр. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Нью-Дели ҡалаһында үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһында төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы, хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был — фармацевтика, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нанотехнологиялар, күн тауарҙар етештереү, мәғлүмәт технологиялары. 2015 йылдың туғыҙ айында Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте арттырыу планлаштырыла[2].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads